Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 70 йыллығына арналған Халыҡ-ара автоуҙыш ойоштороу башланғысы менән сығыш яһағайны. Был тәҡдимде Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт, Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлыҡтары дәррәү күтәреп алды. Шулай уҡ Дим биҫтәһендәге 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы музейы етәкселеге лә сараны ойоштороуға ҙур көс һалды.
Йәш быуында ватансылыҡ рухы тәрбиәләү, Башҡорт кавалерия дивизияһы үткән данлы юлдарҙы күреү, батырҙар ҡәберлегендә йыназа ҡылыу, уларҙың хөрмәтенә сәскә һәм тыуған Башҡортостаныбыҙҙың тупрағын һалыу автоуҙыштың төп маҡсаты ине. Шулай уҡ генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовтың ҡәберендә булдыҡ, легендар батырыбыҙға баш эйҙек. Беҙҙең менән яугирҙәрҙең туғандары ла барҙы, улар атай-олатайҙарының исемдәрен мәңгеләштереү маҡсатында таҡтаташтар урынлаштырҙы.
Делегация яу ҡырҙарын гиҙҙе, егермешәр километрға һуҙылған окоптар буйлап йөрөнө. 70 йыл үтһә лә, ерҙәр бөгөн дә ярылып ята, окоптар, блиндаждар, пулемет урындары һаман да һаҡлана. Курск өлкәһенең Тербуны ауылы эргәһендә аяуһыҙ бәрелеш булған. Һуғыш яландарында әле лә услап-услап патрондар, гильзалар, снаряд ярсыҡтары йыйырға була. Ундағы ер башҡорт батырҙарының ҡаны менән дә һуғарылған.
Урындағы халыҡ беҙҙе һәр урында хөрмәт менән ҡаршы алды. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы тураһында улар күп мәғлүмәт белә, сөнки яугирҙәребеҙ был ерҙәрҙе дошмандан азат иткән, улар өсөн ҡорбан булған. Ҡәберлектәр таҙа, уларҙан тере сәскәләр өҙөлмәй, ҙур-ҙур гранит, мәрмәр таштарға йөҙәрләгән фамилия уйып яҙылған, һәр ауылда, һәр мәктәптә һәм клубта тиерлек беҙҙең дивизияға арналған музей бар. Унда иҫ киткес бай экспонаттар йыйылған, фотоһүрәттәр ҡуйылған, архив материалдары тупланған.
Беҙҙең автоуҙышты һәр урында йәмәғәтселек, ойошмалар етәкселәре, дәүләт органдары вәкилдәре ихлас күңелдән ҡаршы алды. Һәйкәлдәр, ҡәберлектәр эргәһендә халыҡ митингтар ойошторҙо. Унда Башҡорт кавалерия дивизияһының флагы елберҙәне, Башҡортостан гимны уйнаны, “Урал” халыҡ көйө башҡарылды, һағышлы ҡурай моңо яңғыраны.
Тарихыбыҙға, батырҙарыбыҙға күрһәткән хөрмәт өсөн беҙ урындағы халыҡҡа рәхмәт һүҙҙәре еткерҙек. Һуңынан һуғыш үткән яландарға экскурсияға йөрөнөк, мәҙәниәт һарайҙарында концерт ҡуйҙыҡ. Делегация урындағы халыҡты башҡорт музыкаһы, сәнғәте менән таныштырҙы. Башҡорт бейеүҙәре, йырҙары уларға бик оҡшаны. Ә Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, донъя кимәлендәге билдәле виртуоз-ҡумыҙсы Миңлеғәфүр Зәйнетдиновтың ҡумыҙҙа уйнауы барыһының да күңеленә хуш килде. Генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовҡа арналған “Шайморатов генерал” йырын автоуҙышта ҡатнашыусылар хор менән башҡарҙы.
Украинаға барып еткәс, башҡорт атлыларына ҡуйылған һәйкәлдәрҙе, ауылдарҙа, ҡалаларҙа урамдарҙың башҡорт батырҙары исеме менән аталғанын күреп сикһеҙ шатландыҡ: лейтенант Хәсәнов урамы, Шайморатов урамы, Атаев урамы…
Украиналағы Чернигов ҡалаһында үткән сараларҙан һуң Днепр йылғаһы ярына барҙыҡ. Унда ла Украина ерен дошмандан азат иткәндә, киң Днепрҙы кискән саҡта, күп яугирҙәребеҙ һәләк булған. Уларҙың рухына бағышлап, сәскәләргә “112-се Башкавдивизия яугирҙәренә мәңгелек дан!” тип яҙылған таҫма тағып, Днепр һыуына ағыҙҙыҡ.
Киевта автоуҙыш ағзалары бер нисә маршрутҡа бүленде: берәүҙәр Берлинға юлланды, икенселәр Белоруссиялағы һуғыш юлдары буйлап китте. Гомель өлкәһендәге Галла ауылына барып етеп, Баймаҡтан килгән Һылыубикә Миңлеғолова олатаһы — Советтар Союзы Геройы Тафтизан Таһир улы Миңлеғоловтың ҡәберенә барлыҡ туғандары исеменән сәскәләр гөлләмәһе һалды.
Ошондай сараларҙы йышыраҡ ойошторорға кәрәк тигән ышаныс менән ҡайттыҡ. Киләһе йыл Чернигов ҡалаһы етәкселеге Днепрҙы аша сығыу операцияһына 70 йыл тулыу айҡанлы тантаналы сара үткәрә. Улар Башҡортостандан да делегация саҡырҙы.
Сәүиә ҒӘЗИЗОВА,
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы
башҡарма комитетының яуаплы секретары.