Бүребайҙыҡы — тимәк, шахтерһың!30.08.2012
Бүребайҙыҡы — тимәк, шахтерһың!Хәйбулла районының Бүребай ҡасабаһын халыҡ шахтерҙар төйәге тип атай. Был юҡҡа түгел, сөнки унда элек-электән ер аҫты ятҡылығында эшләп, мәғдән табыуҙа үҙ өлөшөн индергән ғаиләләр күп. Дөрөҫөрәге, һәр өйҙә тиерлек. Тотош быуындар сылбырын дауам иткән шахтерҙар династияһының барлыҡҡа килеүе лә быға асыҡ миҫал. Шуға күрә бүребайҙар боронғо һөнәр эйәләре — шахтерҙарҙы хөрмәтләп, улар менән хаҡлы ғорурлана.
“Ниндәй һөнәр һайлау тураһында уйлап та торманым, һин Бүребайҙыҡыһың икән, тимәк, шахтер булырға тейешһең”, — тине “Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты” ябыҡ акционерҙар йәмғиәтенең иң тәжрибәле шахтерҙарының береһе Шәфҡәт Ишемғолов. Уның һайлаған һөнәренә әлегәсә хыянат итмәүе һоҡландыра. Хатта ситтә йәшәргә тура килгәндә лә, үҙ һөнәренә тоғро ҡалып, Ҡаҙағстандың Турғай боксит шахтаһында эшләй. Әммә тыуған яҡ үҙенә тарталыр, күрәһең, йәнә Бүребайға ҡайтып, Октябрь ер аҫты ятҡылығында эшләүен дауам итә.
Комбинаттың сеймал базаһын тәшкил иткән Октябрь ер аҫты ятҡылығында бөгөн барлығы 427 кеше эшләй. Уртаса эш хаҡы — 31 мең 800 һум, иң юғары эш хаҡын (43 мең һум) проходкалаусылар ала. Шахтала дүрт ҡатлам бар, 145-сеһендә файҙалы ҡаҙылмалар бөтөү сәбәпле, эш туҡтатылған. 220-се ҡатламдан “Көньяҡ” шахта үҙәгенә ҡарай юл һалына. Уны 2014 йылдың беренсе яртыһына файҙаланыуға тапшырыу ҡаралған.
— Йәш саҡта шахтаға төшөргә ҡурҡа инем, хәҙер уны икенсе тыуған йортом кеүек күрәм, — ти тәжрибәле шахтер. — Эшебеҙ хәүефле, шулай ҙа бик кәрәкле. Бында йәштәрҙең күпләп килеүе — ҡыуаныслы күренеш. Шулай ҙа ысын шахтер булыу өсөн күп йылдар талап ителә.
Һәр көн ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуйып, райондың ғына түгел, республиканың, хатта илдең тау сәнәғәтенә тос өлөш индергән Октябрь ер аҫты ятҡылығында эшләгән шахтерҙарға ауыр, әммә маҡтаулы эштәрендә уңыш, ғаилә именлеге теләйбеҙ. Шәфҡәт ағай кеүек егәрлеләрҙең өлгөһөндә артабан да яңы үрҙәр яулауҙарына ышанысыбыҙ ҙур.
Кәримә УСМАНОВА.
Хәйбулла районы.


Вернуться назад