Яуапһыҙлыҡ бәләһе29.08.2012
Яуапһыҙлыҡ бәләһеҺауа ҡапҡаларының эше һәр ваҡыт һауа торошона бәйле. Кисә көн ифрат йәмле, ҡояшлы ине – самолеттар бер ҡаршылыҡһыҙ оса алды. Мәгәр, аэропорт етәкселегенә улай тойолмағандыр – уларҙың баш осонда болоттар ҡуйыра: терминалдағы эште тейешенсә ойоштора алмаған өсөн "Өфө" аэропорты директорына эштән бушатыу ихтималлығы янай.
Билдәле булыуынса, күңелһеҙ ваҡиға 18 августа башланғайны. Өфө ҡалаһында йәшәүсе Светлана Мостафина инвалид сабыйы менән Мәскәүҙән ҡайтҡан. Церебраль фалиж менән яфаланыусы балаға илдең баш ҡалаһында ортопедик операция яһағандар... Хәҙер иһә күҙ алдына килтерегеҙ: дауаханала ятып йонсоған, юлдан арыған, әммә сабыйының һауығыуына өмөтөн юғалтмаған ҡатын, ниһайәт, тыуған ҡалаһының аэропортына килеп төштө, ти. Бала, мөмкинлегенә бәйле, ултыра ғына ала, табиптар уға баҫып тороуҙы, йөрөүҙе тыйған. Инвалид коляскаһы – төп ихтыяж, әммә ул самолеттың багажында. Баҡһаң, Мәскәүҙә үк "Трансаэро" авиакомпанияһы хеҙмәткәрҙәре әсәнән колясканы алып, багажға тапшырған. Светлана иһә, баланың хәлен белгәнгә күрә, уны самолет салонына алырға рөхсәт итеүҙе үтенгән. Үҙ сиратында, яуаплы кешеләр “Өфө” аэропортында колясканы трапҡа уҡ килтерәсәктәренә ышандырған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, вәғәҙә үтәлмәгән, Өфөлә бортты оҙатыусылар колясканы багаж бүлегенән, әйберҙәр менән бергә барып алырға тәҡдим иткән. Һөҙөмтәлә, ярҙамһыҙ ҡалған ҡатын (уның көсө лә самалы инде!) багаж бүлегендә баланы ҡулынан ысҡындырып ебәреп, ул имгәнеп ҡуйған.
Ә хәҙер белмәгәндәр өсөн аңлатма: самолеттан сыҡҡандан һуң, багаж бүлегенә барып еткәнгә тиклем түбән түшәмле тар коридорҙар, бер нисә ҡат баҫҡыс аша байтаҡ юл үтергә кәрәк. Һау кешеләр өсөн, бәлки, был әллә ни ауыр эш булып тойолмайҙыр, мәгәр сирле сабый йөкмәгән ҡатын өсөн – етди ҡаршылыҡ. Светлана Мостафинаны аңларға мөмкин: битарафлыҡтан зыян күргән ҡатын республика етәксеһенә мөрәжәғәт итеп, аэропорттағы хеҙмәтләндереү хаҡында бәйән иткәйне, сара күреүҙе үтенгәйне.
27 августа аэропортта Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов үҙе булып, пассажирҙар үтәһе юлдарҙы байҡап сыҡты. Һөҙөмтәлә һауа вокзалында етди реконструкция талап ителеүе асыҡланды. Бының өсөн төрлө варианттар уйланыласаҡ, әммә уларҙың маҡсаты бер – Өфөгә һауа юлы буйлап килгән пассажирҙар өсөн уңайлыраҡ шарттар булдырыу.
– Кешеләр самолеттан төшкәс, багаж бүлегенә тар коридорҙар буйлап, урау-урау юлдан барырға тейеш түгел. Ошоно төҙәтеү маҡсатында тейешле аҡса бүленәсәк, – тип белдерҙе Рөстәм Зәки улы.
"Өфө" аэропорты Башҡортостан Республикаһының милке булып тора. Киләсәктә бында ҙур реконструкция буласаҡ, майҙаны 15 — 20 мең квадрат метр самаһы тәшкил иткән яңы терминал төҙөү күҙаллана. Белгестәр билдәләүенсә, яңыртылған аэропорт халыҡ-ара осоштар терминалының эшен яйлаясаҡ һәм эске осоштар өсөн тәғәйенләнгәнендә лә өҫтәмә мөмкинлектәр булдырасаҡ.
...Бер хеҙмәткәрҙең яуапһыҙлығы арҡаһында йәмәғәтселек иғтибарына тарыған "Өфө" аэропортына пассажирҙар менән аралашыу өсөн барып килдек. Ул штатлы режимда эшләй, билдәләнгән ваҡытта пассажирҙарҙы һауа ҡапҡалары аша күктәге күренмәгән юлдарға оҙата ине. Юлсылар араһында ир-ат бихисап: вахта ысулы менән эшләгән яҡташтарыбыҙ Себер тарафына йыйына. Бөрө һәм Ишембай ҡалаларында йәшәүсе Сергей менән Андрей Когалым аэропорты менән Өфөнөкө сағыштырғыһыҙ булыуын, тыуған яҡты һағынып ҡайтҡанда ҡояшлы Башҡортостандың һауа ҡапҡаларынан да яҡынырак, уңайлыраҡ аэропорт булмауын әйтеп үтте. Әлшәй районынан Уренгойға осорға йыйынған Ирек Ғайсин да һүҙгә ҡушылды: уға, Өфөгә килеп төшкәс тә, иғландарҙы башҡортса әйтеүҙәре бигерәк оҡшай икән. "Беҙгә, эшкә йыйынғандарға, бындағы шарттар ифрат һәйбәт тойола: таҙа, яҡты, уңайлы. Инвалид бала менән булған хәл хаҡында телевизорҙан ишеттем – кемдеңдер яуапһыҙлығы, әлбиттә. Кешеләргә иғтибарлыраҡ булыу фарыз. Үҙемә ҡалһа, дәғүәм юҡ", – тине ул. Санкт-Петербургка осорға йыйынған Лилиә ханым – Салауат ҡалаһынан. Эш буйынса ул айына бер нисә тапҡыр аэропорт хеҙмәте менән файҙаланырға мәжбүр. Ҙур ҡалалағы һауа ҡапҡаларынан айырмалы, Өфөләге бөхтәлек, таҙалыҡ шунда уҡ күҙгә ташлана, ти ул. Милли сувенирҙар һатҡан сауҙа нөктәләренең булыуы ла Башҡортостан ҡунаҡтары өсөн ҡулай. Дөйөм алғанда, аралашҡан кешеләр аэропорт эшмәкәрлеген ыңғай баһаланы, мәгәр ундағы шарттар яҡшырған хәлдә, тағы ла һәйбәтерәк булыр, тип белдерҙе. Нисек кенә булмаһын, шарттар булыуы бер, әммә ойошманың абруйын барыбер унда эшләгән кешеләр билдәләй.
Гүзәлиә БАЛТАБАЕВА


Артем ВӘЛИЕВ, Башҡортостан Президентының матбуғат секретары:

– Аэропорт директорын эштән ебәреү мәсьәләһен күтәреп, Президент шәхси проблеманы ғына хәл итмәй. Был республика чиновниктарына аныҡ иҫкәртеү: кем дә кем "Кешеләр өсөн эшләргә" принцибынан сығып, үҙенә йөкмәтелгән вазифаһын үтәй һәм ҡул аҫтындағы ведомствоның эшен тейешенсә ойоштора алмай икән, ул урынын бушатырға тейеш. Абстракт күрһәткестәр өсөн генә эшмәкәрлек алып барыу ваҡыты үтте. Власть һәм иҡтисад бер төптән булып, граждандар мәнфәғәтендә хеҙмәт итә торған осор.


Вернуться назад