Ярылды, аҡты, бысранды...29.08.2012
Тирә-яҡ тәбиғәттең бысраныуына күпселектә кеше ғәйепле. Ләкин фараз итеп, күҙаллап булмаған хәлдәр ҙә осрай. Ни тиһәң дә, тормошобоҙ индустрия менән бәйле, ер аҫты байлыҡтарынан файҙаланабыҙ.
“Өфөнефтехим” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең торба үткәргестәрендәге авария һөҙөмтәһендә дизель яғыулығы ағыуы ла — ошоларға миҫал. Өфө ҡалаһының Орджоникидзе районына ҡараған Никольский ҡасабаһы менән Бөрө трактындағы һәләкәт тураһындағы хәбәр Экология министрлығының оператив-диспетчер хеҙмәтенә Башҡортостан тәбиғәтте һаҡлау район-ара прокуратураһынан килә.
Экология министрлығының мәғлүмәттәренә ҡарағанда, бысранған урын 1200 метр оҙонлоғона һуҙылған. Ярай әле ваҡытында сара күреп өлгөргәндәр. Йәмғиәттең үҙенең махсус техникаһы тиҙ арала авария урынына ебәрелгән, йыйылған яғыулыҡ ҡалдыҡтары хәүефһеҙ урынға сығарылған. Шунда уҡ ике һаҡлағыс дамба ла төҙөлгән. Был сараларҙың бөтәһе лә һуңғы йылдарҙа бәлә-ҡаза эҙемтәләре менән көрәшергә өйрәнгәнлек тураһында һөйләй. Тик шундай һорау тыуа: ниңә эҙемтәләре менән генә, ә сәбәптәре менән түгел?
Бөгөн авария урынында тирә-яҡ мөхиткә килтерелгән зыяндың күләмен иҫәпләйҙәр, башҡа төр сара күрелә, сәбәбен асыҡлайҙар. Заводтан торба үткәргестәрҙе йышыраҡ тикшерергә, һаҡты көсәйтергә булғандар. Торба үткәргестәрҙе ер өҫтөнә күтәреү буйынса эштәрҙе 2013-2014 йылғы инвестиция планына индергәндәр. Быларҙың барыһы ла киләсәктә торбаларҙы ваҡытынан алда тутығыуҙан һаҡлаясаҡ, ошондай һәләкәттәр булмаһын өсөн тикшереп тороуҙы еңелләштерәсәк. Һәр хәлдә, асыҡ акционерҙар йәмғиәте белгестәре шулай ышандыра, заман ошоно талап итә.
“Өфөнефтехим” күпмелер күләмдә был эштәрҙе атҡарыр. Тик торбалар менән селтәрләнгән еребеҙҙә әле күпме башҡарыласаҡ эштәр ята. Ер-әсә ҡуйынынан нефть-газын һура беләбеҙ, рәхмәтебеҙ генә бәлә-ҡаза эҙемтәләре булып ҡайтмаһын ине...
М. МУСИН.


Вернуться назад