Рәсәйҙә юл-транспорт хәүефһеҙлеген тәьмин итеү өсөн ҡулланылған “Стрелка” фото һәм видеотеркәү комплекстары автомобилдәрҙең тиҙлеген арттырып күрһәтеүе ихтимал тигән шик белдерәләр. Был мәсьәлә буйынса Рәсәй Дәүләт Думаһы Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығына хат менән мөрәжәғәт итергә йыйына.
“Стрелка” ЮХХДИ идаралығы тарафынан илдең бөтөн төбәктәрендә лә ҡулланыла. Был прибор хәрби авиацияла ҡулланыла торған радарҙан, автомобилде бер километр алыҫлыҡтан төшөрә башлаған камеранан ғибәрәт. Уны етештереүселәр, юлдың төрлө һыҙаттарында барған бер нисә автомобилдең тиҙлеген асыҡлауҙа хата булыуы мөмкин түгел, тип ышандырырға тырыша. Шулай ҙа, депутаттар фекеренсә, уға дәғүәләр күп. Мәҫәлән, приборҙы һынау ике юл һыҙатында һәм түбән тиҙлектә үткәрелгән. Бынан тыш, автомобиль йөрөтөүселәрҙән дә ялыуҙар күп теркәлгән. Водителдәр тиҙлекте арттырмаған осраҡта ла штраф түләтелеүенә ризаһыҙлыҡ белдерә. “Стрелка”ның хаҡы ла депутаттарҙа һорау тыуҙыра — 5 миллион һум. Ябай видеотеркәү күпкә осһоҙораҡ бит.
Әле хат әҙерләнә. Йыһаздарҙы иһә һаман һатып алыу һәм ҡуйыу дауам итә. Йыл аҙағына тиклем Мәскәүҙә генә ошондай 450 прибор ҡуйырға ниәтләйҙәр. Уйланырға урын бар.
Л. АЙҘАРОВА.