Өләсәһенең доғалары ҡурсалаған29.08.2012
...Ул тиҙерәк үҫергә хыяллана. Йәнә лә машинист булып, поезда елдереп, Мәскәүгә барырға, Советтар Союзының төрлө төбәген күрергә теләй. Ошо хыял-өмөтөн иншаларында сағылдыра. Электр поездарының составтарҙы билдәле бер станцияға тиклем генә илтеүен, артабан кире әйләнеүен белмәй ине әле ул. Яҙмыштың уға бөтөнләй башҡа, еңел түгел, әммә йөкмәткеле, лайыҡлы тормош юлы әҙерләгәнен дә тоҫмалламай. Һүҙ — замандашыбыҙ, яҡташыбыҙ, баш ҡалала һәм республикала эшләп килгән ветерандар хәрәкәте етәкселәренең береһе Илдар Иҙрисов хаҡында.
Үлем эргәлә генә йөрөнө
Илдар Рәүел улының бала сағы ҡояшлы Үзбәкстандың бай тарихлы Фирғәнә уйһыулығында урынлашҡан Маргилан ҡалаһында үтә. Татыу ғаиләлә тәрбиәләнгән бала ифрат бәхетле үҫә. Өләсәһе Гөлменәүәр Шакир ҡыҙы Башҡортостандың Стәрлебаш ауылынан 1942 йылда, тормош юлдашының вафаты тураһында хәбәр алғас, улы менән шул тарафҡа барып урынлаша.
Рәүел ағай ғүмере буйы төҙөүсе булып эшләй, тармаҡта иң алдынғыларҙан иҫәпләнә, “Үзбәк ССР-ының атҡаҙанған төҙөүсеһе” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ була. Хәләл ефете Муза Харис ҡыҙы, сығышы менән Ҡырғыҙстандан, балалар баҡсаһында музыкаль хеҙмәткәр һәм бер үк ваҡытта методист була. Иҙрисовтар өс ул тәрбиәләп үҫтерә. Илдар — өлкәне, ҡустылары — Рубен һәм Марат. Ата-әсә, туҡтауһыҙ эшләһә лә, һис ҡасан балаларын иғтибарҙан, хәстәрлектән мәхрүм итмәй. Малайҙар шуҡ була, ләкин тырышып уҡый, төрлө түңәрәктәрҙә шөғөлләнә. Илдар спорт секцияһына яҙыла, музыка мәктәбенә йөрөй, бик шәп итеп аккордеонда уйнарға өйрәнә. Әммә бала саҡ үтә лә китә, һәм оло тормош юлы башлана. Егеттәр төрлө яҡҡа тарала. Илдар — Харьков ҡалаһындағы автотранспорт техникумына, Рубен — Ленинградтағы йылға училищеһына, ә Марат Өфөләге ауыл хужалығы институтына уҡырға инә, йәғни һәр кем үҙ яҙмышын үҙе һайлай.
Техникумда уҡыуын тамамлағас, Илдар Иҙрисов Маргиланға ҡайта, октябрь аҙаҡтарында армияға алына. “Дислокацияланған хәрби частарҙың береһендә хеҙмәт иттем, — тип хәтирәләргә бирелә ул. — Әйткәндәй, унда күберәге Башҡортостан егеттәре ине”. Айҙан ашыу ваҡыт үткәс, бер нисә мөһим ваҡиға була. Бер кис һалдаттарҙы йоҡоға талыу менән уяталар. Төндә ант ҡабул итәләр, шунда уҡ ҡорал тоттороп, ҡоро паек бирәләр, ә таң атыр-атмаҫтан эшелонға тейәйҙәр. Бер-ике аҙна эсендә һалдаттарҙы атырға, ҡул көрәшенә өйрәтәләр.
1979 йылдың 27 декабрендә замполит һалдаттарҙы сафҡа теҙә лә ҡыҫҡа ғына итеп хәлде аңлата: “Ошо тау артында — Афғанстан, унда — ихтилал, һаҡларға кәрәк”. Шул уҡ көндө Саланг артылышында ун һигеҙ йәшлек кенә егеттәр тәүге алышҡа инә. “Тап шул көндө дары еҫен татыныҡ һәм үҙебеҙҙең ысын һуғышҡа эләгеүебеҙҙе аңланыҡ, — тип һөйләй Илдар Рәүел улы. — Тәүге көндө үк иң яҡын дуҫым Исламдың күҙенә пуля тейҙе...” Артабан бындай бәрелештәр бик күп була, сөнки Илдар Иҙрисов хеҙмәт иткән часть аэродромды һаҡлай, ә дошмандың маҡсаты — ошо мөһим объектты ҡулға төшөрөү.
Яҡшы хеҙмәте өсөн егеткә отпуск бирәләр. Өйгә ҡайтҡас, өләсәһенән ололарҙы йыйып, аят уҡытыуын үтенә.
Ҡайтанан Афғанстанға барғас, Аллаһы Тәғәләгә, доға көсөнә ныҡлап ышана башлай. Быға бер осраҡ сәбәп була: бер көн Кандагар ҡалаһы эргәһендә өс һалдат, һыу эҙләп, соҡор-саҡыр аша бер ҡышлаҡҡа юл тота. Ҡапыл пулеметтан ата башлайҙар. Илдарҙың ике иптәше шунда һәләк була, ул иҫән-һау ҡала. “Мине Аллаһы Тәғәлә, өләсәйем доғалары ҡурсаланы”, — тип инанып йәшәй ул һаман. Форсаты сыҡҡан һайын мәсеткә йөрөй. Тағы ла күкрәгендә йөрөткән бетеүе — ғаилә фотоһының ҡотҡарыуына ышана. Уны әле лә ҡәҙерләп һаҡлай...
Сит-ят яҡтар һуғыш заманында ғына түгел, тыныс көндәрҙә лә ел-бураны менән ҡорота, йылыла ла өшөтә. Ә бында — һуғыш! Һирәк ял сәғәттәрендә ҡаҡ ерҙә ятып киртләс тау һыртынан килеп сыҡҡан һәм шунда уҡ батып юғалған ҡояшты күҙәткән саҡтарында Тыуған илен һағынып зар-интизар булған һалдаттарҙың баштарына ниндәй генә уйҙар килмәне икән! Тәүге айҙарҙа палаткалары ла булмаған. Аҙналар буйы йыуына ла алмағандар. Һуңыраҡ килтерелгән палаткаларҙы һалдаттар уңайлыҡтарҙың да уңайлыһы тип ҡабул итә. Ул ваҡыттан алып күп йылдар үтте, хәтһеҙ һыуҙар аҡты. Ә Илдар Иҙрисов һәм уның яуҙаштары, ҡанлы һуғышты әле булһа төштәрендә күреп, тертләп уяна...