...Ҡайҙа ғына йәшәһә лә, кеше ата-бабаһы көн иткән ерҙе юҡһына һәм ниндәйҙер мәлдә шул тарафҡа ҡайтырға ҡарар итә. Илдар Иҙрисов менән дә шулай була. Армиянан һуң бер аҙға ғына Маргиланға, шунан ата-әсәһе күсенгән Анапаға барып, туған-тыумасаһы, дуҫ-ише менән хушлаша ла Башҡортостанға, бала сағында бер нисә тапҡыр йәйге каникул көндәрен үткәргән Стәрлебашҡа йүнәлә.
Юл ыңғайы Харьковҡа инеп, автомобиль юлдары институтына уҡырға инә. Стәрлебаштағы туғандары уны ихлас ҡаршылай, әммә ул йылдарҙа ауыл ерендә эшкә урынлашыу ауыр булғанға уға йә Стәрлетамаҡта, йә Өфөлә төпләнергә кәңәш бирәләр. Ваҡытын бушҡа үткәрмәү өсөн китапханаға бара, совет заманында һәр юғары уҡыу йортонда мотлаҡ өйрәнелгән КПСС тарихы дәреслеген алып конспект яҙырға ултыра. “Афғанстанда һатып алған кейемдә — ул йылдарҙа модала һәм дефицит булған джинсы салбар-күлдәктәмен, бер һүҙ менән әйткәндә, ауылдағы беренсе егетмен. Китапханаға десантсы формаһында бер егет килеп инде лә эргәмә ултырҙы. Таныштыҡ. Салауат Ҡәйүпов атлы булып сыҡты, ул да Афғанстанда хеҙмәт иткән. Дуҫлашып алдыҡ. Киноға барырға уйланыҡ”, — тип иҫкә ала ул.
Артабан ваҡиғалар нәҡ кинолағы кеүек була. Дуҫтар ҡараған фильм “Ике таныш түгел кеше” (“Два незнакомца”) тип атала. Кинонан егеттәр урам буйлап, фильмдан алған тәьҫораттары менән уртаҡлашып ҡайтып бара. Ҡапыл ҡаршыларына килгән ике ҡыҙҙы күреп, туҡтап ҡалалар. Шулай килеп сыға: әле генә танышҡан ике егет, ике сит кеше тураһында фильм ҡарағас, ике ҡыҙ менән осраша. Һылыуҙарҙың береһенә Илдар тәү ҡараштан ғашиҡ була. Фәнирә исемле ҡыҙ үҙәк район дауаханаһында акушер-гинеколог икән. Шул осраҡлы осрашыуҙан алып Илдар менән Фәнирә гел бергә.
Йәш ғаилә тәүҙә Өфө районының Ҡыҙылъяр ауылында йәшәй. Илдар Рәүел улы дүрт йыл Чапаев исемендәге совхозда механик булып эшләй, шунан Өфөгә күсәләр. Ғаилә башлығы тәүҙә “Агроснаб” берекмәһенә урынлаша, артабан төҙөлөшкә күсә. Үҙгәртеп ҡороу башланғас, Илдар Иҙрисов эшҡыуарлыҡҡа тотона. Тольяттиҙан автомобилдәргә запас частар алып ҡайтып, Сипайлово баҙарында һата. Бөгөн уның шул уҡ биҫтәлә ике кибете бар, береһе “Хазина”, икенсеһе “Ихлас” тип атала. Иҙрисовтар ике ул үҫтерә, өлкәндәре — адвокат, кеселәре торлаҡ-коммуналь хужалығында эшләй. Совет йылдарында шәхес булып формалашҡан, ҡоролоштар алмашыуын лайыҡлы үткәреп, яңы баҙар шарттарында үҙ урынын табып, уңышлы эшҡыуарға әйләнеп һәм йәмғиәт тормошонда ихлас ҡатнашып йәшәгән замандашыбыҙ Илдар Иҙрисовтың яҙмышы ҡыҫҡаса юғарыла һөйләгәндәрҙән ғибәрәт.
М. МӨХӘМӘТОВА.
Өфө ҡалаһы.