Уҡытыусы үҙ эшен яратып, бала күңелен аңлап, уның һәр осҡонон ялҡынға әүерелдереп ижади эшләй икән, уҡыусыларҙа белемгә ынтылыш, ҡыҙыҡһыныу арта. Мәктәп өсөн бындай уҡытыусы — оло табыш.
Был йәһәттән беҙҙең Сосновка мәктәбе уҡыусылары бәхетле, сөнки рус теле һәм әҙәбиәте дәрестәрен юғары категориялы белгес, Рәсәй Федерацияһының мәғариф отличнигы Зәлифә Хәйривара ҡыҙы Ҡаһарманова алып бара. Юғарыла әйтелгән бөтә сифаттар ҙа уға хас.
Үҙенең хеҙмәт юлын 1979 йылда Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының филология факультетын тамамлағас, районыбыҙҙың Ниғәмәт мәктәбендә рус теле һәм әҙәбиәте буйынса белем биреүҙән башлай. Йәш уҡытыусы ата-әсәләрҙең, уҡыусыларының ихтирамын тиҙ яулай. Уларҙың ысын күңелдән әйткән рәхмәт һүҙҙәрен хеҙмәтенә оло баһа булараҡ ҡабул итә. Тап ошо ауылда үҙенең тормош иптәше Рәсүл Фәсхетдин улын осрата.
Һуңынан йәш ғаилә Сосновка ауылына күсеп килә. Зәлифә Хәйривара ҡыҙы ошо урындағы мәктәптә эшен дауам итә. Берәй эш башлаһа, бар донъяһын онотоп, атҡарып сыға ул. Һәр дәресе мауыҡтырғыс сюжетҡа, ижади фекерләүгә, уйланыуға ҡоролған. Уҡыусылары ла һис һынатмай, конкурс, олимпиада һөҙөмтәләре менән һөйөндөрә.
Зәлифә Ҡаһарманова мәктәптә Риза Яхин исемендәге тыуған яҡты өйрәнеү музейын ойоштороу эшенә тотонғас, боронғо ҡомартҡылар, өсмөйөшлө хаттар, документтар йыйыуға бөтә мәктәп коллективы, ауыл халҡы ҡушылды. Уның етәкселегендә мәктәптә пионер ойошмаһы ла барлыҡҡа килде. Социалистик Хеҙмәт Геройы Риза Яхиндың тормошон, хеҙмәт юлын өйрәнеү, ойошманың үҙ галстугын, атрибутикаһын, ҡанундарын булдырыу өҫтөндә лә ал-ял белмәй эшләне Зәлифә Хәйривара ҡыҙы. Әле ул үҙе ошо музей янында ойошторған түңәрәккә етәкселек итә. Күптән түгел түңәрәк ағзалары “Ватан юлдары буйлап” тигән район конкурсында еңеү яуланы. Ә бер уҡыусыһы, “Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Сосновка ауылы” тигән тема менән сығыш яһап, республикала беренсе дәрәжә дипломға лайыҡ булды.
Абруйлы коллегабыҙ, директорҙың тәрбиә һәм уҡытыу эштәре буйынса урынбаҫары вазифаһында байтаҡ эшләп, методик яҡтан күп яңылыҡ индерҙе. Шул йылдарҙа мәктәптең бер нисә уҡытыусыһы район кимәлендә “Йыл уҡытыусыһы” бәйгеһенең призлы урындарын яуланы, ә физика уҡытыусыһы Ғ. Әхмәтйәнов гран-приға лайыҡ булды. Талапсанлығы, һәр эштең яйын, күҙен күрә белеүе менән хеҙмәттәштәре алдында ла оло хөрмәт ҡаҙанды.
Зәлифә Хәйривара ҡыҙының ғүмер юлын тырышлыҡ, яуаплылыҡ, көслө рухлылыҡ кеүек матур һыҙаттар оҙатып бара. Һәр саҡ алға ынтылып, тормош менән бергә атлап, кешеләрҙең хәлен үҙенекеләй ҡабул итеп, уларҙы ҡайғыртып йәшәү — ғүмер асылым, ти ул. Эйе, тәжрибәле уҡытыусы үҙ маҡсаттарына тоғро ҡала. Ул нимәгә генә тотонһа ла, ҡулынан гөлдәр тама. Ауылыбыҙҙа тәүгеләрҙән булып ҡатын-ҡыҙҙар советын ойоштора. Рәйеслек йөгөн дә ауырһынмай күтәрә. Йыш ҡына ауылдың оло-кесеһе уға кәңәш һорап мөрәжәғәт итә. Булмышы менән ихлас күңелле ҡатын барыһына ла ҡулынан килгәнсә ярҙам итә, кәңәштәрен бирә.
Уның тыуған ере Байышта, шулай уҡ Сосновкала ойошторолған “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамының юғары кимәлдә үтеүен ике ауыл халҡы әле лә онотмай. “Ҡарға бутҡаһы”, “Тыуған ер”, “Шәжәрә” кеүек милли байрамдарҙы уҙғарыу өсөн дә бөтә күңелен, көсөн һала уҡытыусы.
Ғаилә бәхете — берҙәмлектә, бер-береңде хөрмәт итеп йәшәүҙә. Юҡҡа ғына, бал күсе менән көслө, тимәйҙәр бит. Ҡаһармановтар ғаиләһендә тәрбиәләнгән Рима менән Рәсим дә — ата-әсәһе күсенән көс алып үҫкән итәғәтле, тәрбиәле балалар. Ҡыҙҙары Рима Сәлмәнова (Ҡаһарманова), Өфө дәүләт сәнғәт академияһын тамамлап, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында эшләй. Рима тормош иптәше Рәмзил Сәлмәнов (Милли йәштәр театры артисы) менән Әминә исемле ҡыҙ үҫтерәләр. Ә улдары Рәсим, Башҡортостан дәүләт аграр университетын тамамлап, әле Өфө ҡалаһында эшләп йөрөй.
Күңел йылыһын уҡыусыларына, үҙен уратҡан бар тереклеккә йомарт өләшкән, тейешле кимәлдә белем биргән юғары категориялы уҡытыусы Зәлифә Хәйривара ҡыҙы райондың, Мәғариф министрлығының Маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнгән. Йәшәү тәмен балаларҙы уҡытыуҙа, ә йәшәү йәмен ғаиләһендә таба абруйлы педагог.
Гөлдәр ӘХМӘҘИШИНА.
Баймаҡ районы.