«Шишмәкәй» үҙенә саҡыра29.08.2012
Райондағы балалар өсөн йәйге сәләмәтләндереү лагеры үҫмерҙәргә лә, атай-әсәйҙәргә лә бик уңайлы. «Шишмәкәй» Йәрмәкәйҙән алыҫ түгел генә тәбиғәттең матур ҡосағында урынлашҡан. Уны мәңге йәшел ҡарағайҙар, зифа буйлы ҡайындар уратып алған. Һине бында асыҡ йөҙлө, яғымлы хеҙмәткәрҙәр йыраҡтан уҡ ихлас ҡаршы ала.
Утыҙ алты йыл эшләү осоронда лагерь бер нисә мең уҡыусыны сәләмәтләндергән. Бында 35 йылдан ашыу педагогик тәжрибәһе булған Лүзиә Камил ҡыҙы Хафизова етәкселек итә. Шуның 11 йылы туранан-тура ошо сәләмәтләндереү лагерына бәйле.
Бөгөн йәшәү өсөн өс корпус, медпункт, 100 урынға иҫәпләнгән ашхана, спорт майҙансығы, бик матур итеп эшләнгән йәйге сәхнә, яһалма бассейн бар. Яҡында ғына шишмә ағып ята. Уның шифалы һыуын эсһәң, йөрәккә ял була, тиҙәр.
Һуңғы йылдарҙа бында шаҡтай үҙгәрештәр булған. Әйтәйек, ашханаға капиталь ремонт үткәрелгән, өҫтәл, ултырғыстар, ҡиммәтле йыһаздар һатып алынған.
Лагерҙа юлға, тротуарҙарға асфальт түшәлгән. Барлығы 65 мең һум күләмендә эш башҡарылған. Тимерҙе сүкеп, биҙәкләп эшләнгән ҡапҡа һәр кемдең күңеленә хуш килә. Биналарҙағы косметик ремонтты иһә сәләмәтләндереү лагеры үҙ көсө менән башҡара. Биләмәнең таҙалығы, йәшәү корпустарындағы бөхтәлек, матурлыҡ һәр кемде үҙенә йәлеп итә.
Былар бөтәһе лә тынғыһыҙ, үҙ эшенә мөкиббән бирелгән етәксе Лүзиә Хафизованың тырышлығы һәм ныҡышмалылығы һөҙөмтәһендә ирешелгән.
Күптән түгел «Шишмәкәй»ҙең өсөнсө сменаһын асыу тантанаһы булды. Был сарала район хакимиәте башлығы урынбаҫары Татьяна Головина, район мәғариф бүлеге начальнигы Әбүзәр Мөхәмәтйәнов һәм башҡалар ҡатнашты. Улар әлеге күркәм тантана менән балаларҙы, хеҙмәткәрҙәрҙе, атай-әсәйҙәрҙе ҡотлап, уларға сәләмәтлек, уңыштар теләне.
— Был сменаға үҙенең сәләмәтлеген нығытырға 61 бала килде, – тине лагерь директоры Лүзиә Хафизова. – Тәүге сменаларҙа 65-әр һәм 78-әр үҫмер ял итте. Беҙҙә Мәскәүҙән, Радужныйҙан, Яр Саллынан, Октябрьскийҙан, Туймазынан, Нуриман, Бәләбәй райондарынан да килеп ял итеүселәр булды. Уларға бында бик оҡшай.
Оҡшамаҫлыҡмы ни?! «Шишмәкәй»ҙә бөтә шарттар ҙа тыуҙырылған. Иҫ киткес хозур тәбиғәт, спорт уйындары «Күңелле старттар», «Нептун», «Күңелле минуттар», КВН кеүек һәм башҡа саралар балаларҙың күңелендә уйылып ҡала. Улай ғына ла түгел, үҫмерҙәр һәләттәрен эргәлә генә урынлашҡан өлкәндәр йортонда тәрбиәләнеүселәргә лә күрһәтә, концерт номерҙары менән сығыш яһай. Өлкән вожатыйҙар Эльвира Нуриманова көндәлек лагерь тормошо өсөн яуаплы. Балаларҙың ялы «Бала саҡ планетаһы» исемле махсус программа буйынса алып барыла. Төшкә тиклем – отряд эштәре, төштән һуң – спорт, мәҙәни саралар. Спорт буйынса үҙ эшен Нурфат Тимеров ихлас башҡара. Ә инде үҫмерҙәр сәләмәтлеге өсөн Азат Сәлимгәрәев һәм Елена Никитина яуаплы. Шуныһы ҡыуаныслы: тәртип, иң мөһиме – балаларҙың именлеген һаҡлауҙа полиция хеҙмәткәрҙәре тос өлөш индерә.
Бында эшләгән вожатыйҙар Лилиә Вәликәева, Ләйсән Абдуллина, Евгения Петрова үҫмерҙәрҙең ялын ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс итеп үткәреүҙә ҙур тырышлыҡ һала.
Әлбиттә, «Шишмәкәй»ҙә ял итеү менән бер рәттән балаларҙы көнөнә алты тапҡыр туҡландырыу ҡаралған. Өҫтәлдә беренсе, икенсе блюдонан башҡа йәшелсә, төрлө емештәр, һут, кефир була. Үҙ сиратында Тамара Чукаева, Зәримә Гусамова, Римма Ташалиева телеңде йоторлоҡ аштар, ҡоймаҡтар бешерә. Бында һәр үткән көн бер иҫтәлек булып ҡала.
Әнүәр СӨЛӘЙМӘНОВ.
Йәрмәкәй районы.


Вернуться назад