Гәзитебеҙҙең аҙнаһына биш тапҡыр сыҡҡанына яҙылып, квитанцияның күсермәһен почта аша ебәреүселәр лотерея уйынында ҡатнаша ала ине. Еңеүселәргә “Серафимовка ҡош мамығы” предприятиеһынан бүләк вәғәҙә ителгәйне. Иҫтәлекле бүләктәребеҙҙең береһе, йәғни йылы юрған, Баймаҡ районының Төрөкмән ауылында йәшәүсе Әкрәм Әхмәтов ғаиләһенә тәтене.
Әкрәм Сәмиғулла улы әйтеүенсә, квитанцияны редакцияға ҡатыны Рәсимә Сафа ҡыҙы ебәргән. Ҡырҡ йылға яҡын “Башҡортостан”ды алдырып, яратып уҡыған Әхмәтовтар ғаиләһе Төрөкмән ауылындағы ваҡытлы матбуғатҡа иң күп яҙылыусылар рәтендә. Ғаилә башлығы, гәзит — рухи аҙыҡ ҡына түгел, дуҫ һәм иптәш тә, ти. “Саҡ ҡына почта һуңлаһа, тәҙрәнән ҡарап, хатта урамға сығып көтөп алабыҙ. Элек көн һайын таратыла ине, хәҙер — аҙнаһына өс тапҡыр. Уныһына ла күнектек. “Башҡортостан”дың һуңғы ваҡытта эстәлекле булыуы оҡшай. Бер мәҡәләне лә ҡалдырмай, “Тубырсыҡ”ҡа тиклем уҡып барам. Үҙем, ауыл хужалығында оҙаҡ йылдар эшләгән белгес булараҡ, ауыл хужалығын яҡтыртҡан мәҡәләләрҙе күҙәтергә яратам. Киләсәктә гәзитте күберәк ауыл ерендә йәшәүселәр уҡығанлығын иҫәпкә алып, ауыл тормошон яҡтыртҡан мәҡәләләрҙең күберәк булыуын теләр инем”, — ти Әкрәм ағай.
Күңелдән генә бүләктең тап уларға эләгеүенә һөйөнөп тә ҡуйҙым, сөнки ғүмере буйы “Башҡортостан”ға хыянат итмәй, уны алдырып, күрше-күләндәренә таратып, дуҫтарына рухи аҙыҡ өләшә улар.
К. УСМАНОВА.
Баймаҡ районы