Һәр сәскәнең — үҙ төҫө28.08.2012
Һәр сәскәнең — үҙ төҫөШәмбе иртәһендә баш ҡаланың Ленин урамы гөл-сәскәгә, йыр-моңға күмелгәйне. Айырыуса Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры алдында халыҡ күп. Бында күренекле артистар, Рөстәм Сөләймәнов етәкселегендәге милли симфоник оркестр сығыш яһай.
Быға тиклем Өфөнөң һәр районы сәскә байрамын айырым-айырым үткәрә ине. Быйыл беренсе тапҡыр күптән матур йолаға әүерелгән сағыу сара Ленин урамында ойошторолдо. Был күптәрҙең күңеленә хуш килде. Әлеге сарала республика етәксеһенең ҡатнашыуы байрамдың мәртәбәһен күтәрҙе. Рөстәм Хәмитов экспозицияларҙы ҡарап сыҡты, халыҡ менән әңгәмәләште.
Үҙемә ҡалһа, байрамға дүрт йәшлек ҡыҙым Дилә менән килгәйнем. Ҡыҙыҡайҙың сәскәгә сабый саҡтан уҡ иҫе китә, тик быға тиклем бер тапҡыр ҙа сәскәләр байрамында булғаны юҡ ине. “Әсәй, ҡара, сәскәнән аҡҡош эшләгәндәр! У-у-у, был бит “Шалҡан” әкиәте! Әйҙә, ҡайтҡас беҙ ҙә ҡабаҡтан ошондай бабай эшләйек. Ҡара, ҡара, мамонт!” – тип бер туҡтауһыҙ тәтелдәне ул. Урам буйлап барғанда үҙенә ҡыҙыҡлы һәр ерҙә туҡтап, һәр нәмәне тотоп ҡарап йөрөнө. Берәүҙәр ихлас ҡыҙсыҡты шоколад, икенселәр алма, өсөнсөләр ҡоймаҡ менән һыйланы. Октябрь районының “Биктырыш” балалар техник үҙәге урынлашҡан майҙансыҡта бер сәғәт самаһы йөрөгәнбеҙҙер. Бында балалар үҙ ҡулы менән ҡағыҙҙан картина яһай, бәйләргә өйрәнә, туҡымаға һүрәт төшөрә, туҙҙан төрлө биҙәүестәр эшләй. Уҡытыусылар һәр баланы эргәһенә ултыртып, эштең нескәлектәренә өйрәтә. Шуға ла Дилә, ихласлап, һәр береһенең эргәһендә: “Мине лә өйрәтегеҙ!” – тип торҙо. 1-се республика психиатрия дауаханаһының майҙансығында ла туҡтаныҡ. Бында ла халыҡты бай күргәҙмә көтә ине. Шулай ҙа иғтибарҙы йәлеп иткәне хеҙмәт терапияһы буйынса инструкторҙар Нилә Низамова менән Екатерина Ғәбитова балаларға байрам кәйефе өләшеүсе булды. Нилә махсус буяуҙар менән биттәренә һүрәт төшөрҙө, Екатерина ҡыҙҙарҙың сәсен үрҙе. Уның бармаҡтарына күҙ ҙә эйәрмәй. Бына, ниһайәт, биткә һүрәт тә төшөрҙөк, сәсте лә үрҙек. Күңел көрәйҙе. Тамаҡ та ялғап алғанда… Был йәһәттән дә бик уңайлы булды, аҙым һайын тиерлек кафелар эшләй ине. Шулай итеп, Дилә матурлыҡҡа һоҡланып, күңел асып ҡайтты.
Лилиә НУРЕТДИНОВА


Вернуться назад