Экологтар — сираттағы рейдта28.08.2012
Башҡортостанда киң таралған файҙалы ҡаҙылмаларҙы рөхсәтһеҙ сығарыу, шулай уҡ ҡалдыҡтарҙы ситкә ебәреү киң таралған закон боҙоу осраҡтарына инә.
— Экология министрлығы белгестәре Өфө һәм Иглин райондарында рөхсәтһеҙ ҡом һәм ҡырсынташ сығарыуҙы асыҡланы. Тирә-яҡ мөхиткә килтерелгән зыян күләме иҫәпләнде, — тип хәбәр итте министрлыҡтың матбуғат секретары Нина Никандрова.
Уҙған аҙнала министрлыҡ хеҙмәткәрҙәре, дәүләт экология күҙәтеүенә ярашлы, йөҙҙән ашыу тикшереү үткәрҙе. Рейдтар һөҙөмтәһендә тәбиғәтте һаҡлау ҡануниәтен боҙоу буйынса 51 осраҡ асыҡланды. Тәртип боҙоусыларға бер аҙна эсендә генә 280 мең һумдан ашыу күләмдә штраф һалынды.
Л. ИҪӘНҒОЛОВА.