Өфө ҡалаһы уҡытыусыларының август кәңәшмәһе мәғариф өлкәһендә эшләүселәрҙең уҡыу йылы алдынан әһәмиәтле “старты” ине. Былтырғы уңыш-етешһеҙлектәрҙе барларға, һығымталар яһарға ваҡыт булды. Киләһеләре менән сағыштырырға, үҙенә күрә йөкләмәләр алырға форсат етте. Башҡа өлкәләрҙән айырмалы рәүештә, мөғәллимдәргә яуаплы эш — йәш быуынды тәрбиәләү бурысы йөкмәтелгән. Ошо тәрбиә нисек — илебеҙҙең киләсәк яҙмышы ла шулай. Уҡый-яҙа белмәгән балаға хәреф өйрәтеү генә түгел, ысын мәғәнәһендә илебеҙҙең патриоттарын тәрбиәләү, сабыйҙар күңеленә күп милләтле халҡының нигеҙе булған дуҫлыҡ, татыулыҡ тойғоларын һалыу ҙа — улар иңендә.
Республика, район, ҡала кәңәшмәләрендәгесә, баш ҡала уҡытыусылары ҡоронда ла дөйөм мәсьәләләр тикшерелде. Тәүгеһе уҡытыусыларҙы, барлыҡ ата-әсәләрҙе борсоған балалар баҡсалары тураһындағы ине. Өфө ҡалаһы хакимиәтенең мәғариф идаралығы начальнигы Елена Хаффазова билдәләүенсә, был йәһәттән ыңғай яҡҡа үҙгәрештәр бар. Мәҫәлән, былтырғы уҡыу йылында элекке дүрт балалар баҡсаһы кире ҡайтарылған, алты яңы баҡса төҙөлгән, мәктәпкәсә йәштәге кескәйҙәр өсөн 22 төркөм булдырылған. Быларҙың барыһы өҫтәмә 2090 урын асырға мөмкинлек биргән. Бөгөн ҡалала 242 балалар баҡсаһы эшләй, бынан тыш, шәхси балалар баҡсалары селтәре бар.
— Мәктәпкәсә йәштәгеләр өсөн бүленгән сығымдарҙың барыһы ла ошо өлкәгә йүнәлтелде. Хәҙер иһә балалар баҡсаларын тотоу, педагогия кадрҙарын һаҡлау өсөн “эске” ресурстарҙы табырға, файҙаланырға кәрәк, — тине идаралыҡ начальнигы.
Башҡортостан Республикаһының мәғариф министры урынбаҫары Владимир Аристархов үҙенең сығышында тағы бер мөһим темаға — Берҙәм дәүләт имтиханы һөҙөмтәләренә туҡталды. Ул мөғәллимдәрҙе генә түгел, бөтә ата-әсәне борсой. Ҡайһыһы был алымды хуплай, ҡайһыһы... Ләкин ошо юлға баҫылған икән, бер ҡайҙа ла тайпылыу юҡ икәнлеге көн кеүек асыҡ.
Быйыл имтихандарҙы мәктәп уҡыусыларының 98 проценты тапшырған, уртаса балл 58,3 процент тәшкил иткән. Был, бер яҡтан, һәйбәт күрһәткес һаналһа ла, миҙалдың икенсе яғы бар: имтиханды тапшыра алмаған уҡыусылар һаны артҡан. Мәҫәлән, Калинин районында 50 уҡыусы дәүләт имтиханын тапшыра алмаған.
Әлбиттә, уҡытыусыларҙың республика август кәңәшмәһендә күтәрелгән мәсьәлә лә төшөп ҡалманы — финанс сығымдарын тейешенсә файҙаланмау. Иҫкә төшөрәйек, Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитов ошо йәһәттән, совет осорон миҫалға килтереп, былай тигәйне: “Ул ваҡытта мәғариф системаһы үҙенә йөкмәтелгән бурысты үтәй торғайны, ә хәҙер нимә бара? Республикала бөгөн 150 класта берәр уҡыусы ултыра, ике бала менән — 300, өсәү менән — 500-600. Беҙ барлыҡ ресурстарҙы мәғариф системаһына йүнәлттек, башҡаса аҡса бирә алмайбыҙ... Быйыл мәғариф системаһына 45 миллиард һум аҡса бүленә, ә республиканың дөйөм бюджеты 140 миллиард һум тәшкил итә. Башҡа бер ниндәй тармаҡҡа ла ул тиклем аҡса бүленмәй...”
Республика етәксеһе уҡытыусыларҙың һаны ике тапҡырға кәмегәнлеген, ә инфраструктураның ике-өс тапҡырға артҡанын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Һөҙөмтәһеҙ сығымдарҙың 5,5 миллиард һум тәшкил итеүен билдәләп, Мәғариф министрлығына сығымдарҙы 20 процентҡа кәметергә тәҡдим итте. Ләкин был мәктәптәрҙе ҡыҫҡартыу иҫәбенә барырға тейеш түгел, аҡса мотлаҡ уҡытыусыларҙың эш хаҡын күтәреүгә йүнәлтелергә тейеш, тигәйне Президент.
Ошо йәһәттән Елена Хаффазова һөҙөмтәһеҙ сығымдарҙың етәкселектең, башҡа хеҙмәткәрҙәрҙең нисбәте уҡытыусыларҙан артып китеүен билдәләне.
— Бындай сығымдар — 118 миллион һумдан ашыу. Бөгөн мәктәп директорының биш һәм унан да күберәк урынбаҫары булыуы мөмкин түгел...
Ысынлап та, Елена Хаффазова иҫәпләүенсә, белем биреү учреждениеларында, уҡытыусыларҙан тыш, идара итеүсе һәм башҡа хеҙмәткәрҙәр һанының артыуы бының төп сәбәбе булып тора. Шулай уҡ “башланғыс мәктәп — балалар баҡсаһы” тибындағы учреждениеларҙа ла сығымдар нормаға ҡарағанда күберәк. 2006 йылдан алып Өфөлә 13 башланғыс мәктәп — балалар баҡсаһының 9-ы мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы итеп үҙгәртелгән. Киләсәктә тағы өс учреждениены ошондай үҙгәреш көтә. Уларҙа 280 урынға иҫәпләнгән өҫтәмә төркөмдәр асыу һәм һөҙөмтәһеҙ сығымдарҙы оптималләштереү мөмкинлеге буласаҡ. Һөҙөмтәһеҙ сығымдарҙың икенсе йүнәлеше — кластарҙа уҡыусылар һанының аҙ булыуы.
Ҡыҫҡаһы, август кәңәшмәһе һөҙөмтәһеҙ үтмәне: алға бурыстар ҡуйылды, етеп килгән уҡыу йылына йүнәлештәр билдәләнде. Күңелдә ошондай һорау ҙа тыуҙы: һөҙөмтәһеҙ сығымдарҙы ҡыҫҡартабыҙ тип, кәрәклеһен ҡырҡып ташламаҫбыҙмы? Республика тарихын, мәҙәниәтен, туған телдәрҙе өйрәнеү һымаҡ дәрестәрҙе “икенсе” сортҡа һанамабыҙмы, мәктәп директорҙарына “ҡулай” булмаған уҡытыусылар ошо “балта” аҫтына инмәҫме? Һорауҙар, һорауҙар...
Т. МУСИН,
Л. НУРЕТДИНОВА.