Дүрт айҙа төҙөлгән мәктәп28.08.2012
Дүрт айҙа төҙөлгән мәктәпӨфө ҡалаһының Дим биҫтәһендәге 101-се урта мәктәп уҡыусыларының ҙур шатлығын, ғорурлыҡ тойғоһон уртаҡлашмайынса булмай. Өс йыл “кеше тупһаһы”н тапағандан һуң яңы уҡыу йылын йәш димдәр өр-яңы, әллә ҡайҙан балҡып торған, заманса йыһазландырылған мәктәптә башлаясаҡ. Был бәхеткә өлгәшкәндәре өсөн улар иң тәүҙә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовҡа, “Өфө ҡалаһының Инвестиция-төҙөлөш комитеты” муниципаль унитар предприятиеһына һәм “Башкиргражданстрой” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенә рәхмәтле. Сөнки мәғариф учреждениеһы бинаһы дүрт ай эсендә ҡалҡып сыҡты, һәм бына ул уҡыусыларын ҡабул итергә әҙер.

— Иҫке мәктәбебеҙ 75 йыл элек төҙөлгән. Һуңғы йылдарҙа ул емерек хәлдә ҡалғас, ябырға мәжбүр булдылар. Уҡыусыларыбыҙҙы 103-сө, 104-се мәктәп, 123-сө лицейға бүлеп, өс йыл шунда уҡыттыҡ. Яңы мәктәп төҙөүгә 2012 йылда ла аҡса бүленмәгәс, ата-әсәләр комитеты республика башлығына 31 ғинуарҙа хат яҙҙы. Хат шул көндә үк иртәнге сәғәт 9-ҙа Президенттың өҫтәленә барып ятҡан, сәғәт 10-да Рөстәм Зәки улы тейешле инстанцияға бойороҡ биргән һәм сәғәт 2-лә төҙөлөш эштәрен башлап та ебәрҙеләр... — 101-се мәктәп директоры Зөлфирә Зәйнитдин ҡыҙы Ғарипованың һүҙҙәренә ышанғы килмәй, 2011 йылдың 31 ғинуарылыр, тип төҙәтергә маташтым. — Юҡ, нәҡ быйыл 31 ғинуарҙа! Төҙөүселәр дүрт ай эсендә лә ошондай объект төҙөп була икәнлеген раҫланы. Баш ҡала хакимиәте башлығы Ирек Ялаловҡа ла рәхмәтебеҙ сикһеҙ — ул төҙөлөш эшен күҙәтеүгә алып, аҙна һайын объектта булды.
Көндәлек тормошҡа ҡарап, кешенең уй-фекерләүе лә ҡалыплашып китә бит. Шул тиклем ҡыҫҡа ваҡыт эсендә шундай төҙөлөш эшен башҡарып сығыуҙарына, ысынлап та, ышаныуы ауыр. Ябай ғына бина булһа ярай ҙа ул. Юҡ шул, замандың иң алдынғы технологиялары буйынса төҙөлгән, биҙәлгән, йыһазландырылған мәктәп ялтлап ултыра тип әйтеү генә аҙ булыр: иҙәненә ултырып шыумалы.
1 сентябргә барыһын да әҙерләп өлгөрөү өсөн уҡытыусыларға уҡыусылар ярҙамға килгән. Күп кенә кластарға яңы мебель ҡуйылған. Фойелар биҙәлә. Мәктәп алдына килеп ултырған машинанан өлкән класс малайҙары элекке кластарҙың “байлығын” — планшеттар, стендтар, дәреслектәр һәм төрлө әсбаптарҙы йүгереп йөрөп ташый. Хатта уҡытыусылар үҙҙәре лә ең һыҙғанып эшкә тотонған: кем тәҙрә йыуа, кем парта һөртә, кем китап һәм башҡа кәрәк-яраҡты шкафтарға урынлаштыра. Өсөнсө һәм дүртенсе класс уҡытыусылары Татьяна Трофимова менән Надежда Емельянова, эштәренән айырылып, шатлыҡтары менән уртаҡлашты.
— Өс йыл буйы түҙемһеҙләнеп көтөп алдыҡ был белем усағын. Директорыбыҙға ҙур рәхмәт инде — барыһына ла уның тырышлығы менән өлгәшелде. Хәҙер беҙҙең бурыс — балаларға төплө белем биреү һәм, әлбиттә, уларҙың күңелендә икенсе тыуған йортобоҙға, барлыҡ йыһаз-ҡорамалдарға һаҡсыллыҡ тәрбиәләү, — тип йылмайышты улар.
Етәксе артынан икенсе, өсөнсө ҡатҡа күтәрелеп, кластарға инеп сыҡтыҡ. Һәр ерҙә эш ҡайнай. Тиҙҙән был “хан һарайы”нда шат балалар тауышы яңғыраясаҡ, уға йән һәм йәм инәсәк. Яңы класта яңы парта артына ултырасаҡ балаларҙы күҙ алдына килтереп, күңел һөйөндө.
— Өс йыл буйы сит мәктәптәргә һибелеп эшләһәк тә, уҡытыусыларыбыҙ, артыҡ ризаһыҙлыҡ белдереп, эшенә илке-һалҡы ҡараманы, уҡытыу-тәрбиә, өлгәш буйынса яҡшы күрһәткестәргә өлгәште. Әйтәйек, география һәм иҡтисад уҡытыусыһы Галина Смоленчук уҡытыусыларҙың Халыҡ-ара “Открытый мир” конкурсына Америкаға барып ҡайтты. Быйылғы уҡыу йылында Инна Бодрова, республика кимәлендәге конкурста ҡатнашып, “Иң яҡшы рус теле уҡытыусыһы” исемен яуланы һәм “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы” исеменә лайыҡ булды. Уҡыусыларыбыҙ араһында ла район, республика һәм Бөтә Рәсәй олимпиадаларында еңеүселәр байтаҡ, — тип директорҙың уҡытыу-тәрбиә эше буйынса урынбаҫары Татьяна Иванова алдынғы уҡыусыларҙың исемдәрен барланы.
Зөлфирә Зәйнитдин ҡыҙының һөйләгәндәрен яҙып ҡына өлгөрсө:
— Һәр класта проектор, Интернет бар. Телефондар үткәрелде. Эске радио селтәре эшләйәсәк. Тотош мәктәп видеокүҙәтеү аҫтында буласаҡ. Интернет үткәреүгә ярҙам иткән “Өфөнет” ойошмаһы мәктәп телевидениеһы менән дә йыһазландырмаҡсы. Спорт залының түшәме замандың иң яңы технологияһы буйынса эшләнде (республикала иң тәүге). Музыка кабинеты тауыш үткәрмәүсән материал менән көпләнгән. Физика, химия кабинеттары заманса йыһазландырылған. Уҡытыусылар коллективы икенсе быуын мәғариф стандарты, “Мәктәп-2100” программаһы буйынса эшләй. Мәктәп республиканың методик-ресурс үҙәге булып тора. Сит мәктәптә эшләйбеҙ тип аптырап ҡалманыҡ, семинарҙар үткәреп торҙоҡ, асыҡ дәрестәр күрһәттек...
Балаларҙың күплеген (600 уҡыусы) иҫәпкә алып, ҡала хакимиәте мәктәпкә тағы ла бер бүләк эшләмәксе булған: ихатала универсаль спорт майҙансығы төҙөтә башлаған. Төҙөүселәр иһә ҡала хакимиәтенән ҡалышмаған — бүләккә бәләкәй спорт залын төҙөй.
— Нәҡ “Башкиргражданпроект” ойошмаһы төҙөлөш эшен башҡарғаны өсөн шатланып бөтә алмайбыҙ. Үҙҙәре өсөн төҙөгән кеүек мөнәсәбәт уларҙа. Һәр нәмәне еренә еткереп, сифатлы итеп башҡарҙылар, — тип Зөлфирә Зәйнитдин ҡыҙы ҡәнәғәтлеген һәм рәхмәтен белдерҙе.
...Бер нисә көндән матур итеп кейенгән, аллы-гөллө сәскәләр тотҡан, йөҙҙәрендә бәхет, шатлыҡ нурҙары балҡыған балалар өр-яңы мәктәп тупһаһы аша үтер. Гел генә “бишле”гә уҡыр улар тип ышанғы килә. Бындай мәктәптә тырышлыҡ күрһәтмәү яҙыҡ булыр.
Рәшиҙә МӘХИЙӘНОВА


Вернуться назад