Хазина28.08.2012
ХазинаСәлимйән тураһында төрлө кеше төрлөсә һөйләй. Берәүҙәр уны ныҡыш, ҡырыҫ, сая, гел тураһын әйткән, һүҙенән кире ҡайтмаҫ, түрәләргә баш эймәҫ тиһәләр, икенселәр яғымлы, мөләйем йөҙөнән бер ҡасан да йылмайыу китмәҫ, аҡыллы әңгәмәсе: һөйләй башлаһа, һүҙе бөтмәҫ, һәр кемгә ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер тип белә. Эйе, минең яҡташым һәм ҡушағам Ҡыйғы егете Сәлимйән Бәҙретдиновта был сифаттарҙың бөтәһе лә бар шикелле.
Мәктәп, ауыл хәстәрлектәрен хәл итеп йөрөгәнендә район үҙәгендә, Ҡыйғыла тәүләп осратҡайным мин Сәлимйән Бәҙретдиновты. Ул саҡта “Совет Башҡортостаны” гәзитенең партия тормошо бүлеге мөдире инем. Ҡыйғыға командировкаға килгәндә көн кисләп китте лә иптәшебеҙ, журналист Хәбирйән Таһировтың фатирында ҡунып сығырға булдыҡ. Һөйләшеп ултырғанда Сәлимйән һүҙ сығарҙы:
— “Совет Башҡортостаны”нда мин дә эшләй алыр инем ул. Әле лә яҙышып торам.
— Ниңә эшләмәҫкә, Сәлимйән? Беҙгә бына һинең кеүек ҡыйыу, ныҡыш журналистар кәрәк, ә улар урамда аунап ятмай. Ҡайтҡас уҡ баш мөхәррир менән һөйләшермен.
Абдулла Ғиниәт улы, Сәлимйән тураһында әйткәс, уның гәзиттә баҫылған мәҡәләләрен яңынан ҡарап сыҡты ла:
— Ысынбарлыҡты ҡурҡмай яҡтыртҡан, ҡәләме осло егеттәр бик тә кәрәк. Бешкән еләк. Давай саҡырт егетеңде. Һөйләшәйек, кәңәшләшәйек. Мал сығырҙай булһа, Учалы зонаһына үҙ хәбәрсе итеп ебәрәбеҙ. Унда урын әлегә буш тора.
Күп тә үтмәне, уҡытыусы, мәктәп директоры Сәлимйән Миңләхмәт улы Учалыға үҙ хәбәрсе булып китте, һәм бынан үҙе лә уңды. Тос-тос проблемалы, тәнҡит мәҡәләләре, фельетондары, интервьюлары, очерктары менән бөтөн бүлектәрҙе баҫты ла алды. Таланттың асылы бына ҡайҙа ятҡан икән? Урмансылар янына барһа, урман белгесе, игенселәр янында — агроном, мәктәпкә керһә — уҡытыусы, Учалы тау-байыҡтырыу комбинатында — флотатор, Белорет металлургия заводына барһа, ҡорос ҡойоусы булып китер ине ул. Сөнки теге йәки был темаға мәҡәлә яҙам тиһәң, ул теманы энәһенән ебенә тиклем белергә, төбөнә төшөргә тейешһең. Әгәр юҡ икән — юҡ, һинән журналист түгел, ә ваҡиғаларҙы теркәүсе статист ҡына сығасаҡ.
Сәлимйән бөтәһенә лә етешә, бөтәһен дә күрә. Тәүге йылдарҙа яҙған очерктары һуңынан китап булып сыға. Сығыу ғына түгел, ҡайһы бер яҙыусыларҙың әҫәрҙәре һымаҡ, магазин кәштәләрендә саң-туҙан йыйып ятмай: шунда уҡ таралып бөтә.
Бер мәл Социалистик Хеҙмәт Геройы Әхсән Шәрипов Ҡыйғы районы партия комитеты бюроһы ултырышында Сәлимйән Бәҙретдиновтың талантын алдан күреп юҡҡа ғына: “Эйе, Сәлимйән Бәҙретдинов — район, республиканың патриоты, халыҡ хазинаһы, тәбиғәтебеҙҙең таҙалығы өсөн көрәшә, ә һеҙ уны шуның өсөн ғәйепләйһегеҙ. Уны түгел, һеҙҙең үҙегеҙҙе язаға тарттырырға кәрәк!” — тимәгәйне.
Йылдар үткәс, Әхсән Шәриповтың һүҙҙәрен эпиграф итеп алыпмы, Сәлимйән Бәҙретдинов тағы ла бер китап сығарҙы — “Халҡым хазинаһы”. Мин үҙем, ғүмерем буйы матбуғатта эшләгән журналист, һоҡланып, ғорурланып уҡыным был китапты. Һәр әҫәр — өлгөргән алма! Һәр береһе айырым идея, айырым йөкмәтке, айырым яңылыҡ алып килә һәм нәҡ шул яғы менән уның формаһы ла яңы, йөкмәткеһе лә үҙенсәлекле һәм бай.
Сәлимйән Бәҙретдиновтың “Халҡым хазинаһы”ның, ысынлап та, халҡыбыҙ ынйыһы булыуын, уның яңылығын комиссия ағзалары дөрөҫ аңлар тигән уйҙамын. Сөнки әҙәбиәт — һәр ваҡыт эҙләнеү, һәр саҡ алға ынтылырға тейеш, минеңсә.
Был — бер. Икенсенән, комиссия ағзалары премияға тәҡдим ителгән әҫәрҙең үҙенә генә баһа бирә, авторҙың тотош ижадына, уның әҙәби мөхитенә, дөйөм әҙәбиәткә индергән өлөшө, уның хеҙмәте һәр саҡ онотолоп килә. Быны ла иҫкә алырға кәрәктер. Шунан һуң 40 йыл эсендә ике генә журналист Салауат Юлаев исемендәге премияға лайыҡ булған. Журналистар, халыҡ мәнфәғәтен яҡлаусылар, күңелдәргә нур өҫтәүселәр, шулай уҡ Сәлимйән дә оло баһаға лайыҡ. Ул — үҙе лә халҡыбыҙ хазинаһы!

Ризван ХАЖИЕВ,
журналист, яҙыусы.
Дыуан районы,
Мәсәғүт ауылы.


Вернуться назад