Табиптар үҫмерҙәр араһында һау-сәләмәттәренең бик аҙ булыуы, мәктәпте тамамлағанда һаулыҡтары тамам ҡаҡшауы хаҡында борсолоп саң ҡаға торғас, 14 йәшлектәрҙе диспансер тикшереүе үткәреүҙе һаулыҡ һаҡлау өлкәһен яңыртыу программаһына индерҙеләр. Былтыр, уҡыуҙар башланғас, был эшкә тотондолар. Ошо сара быйыл да үткәреләсәк. Уны Һаулыҡ һаҡлау министрлығы Мотлаҡ медицина страховкаһының төбәк фонды менән бергә атҡара.
Үҫмерҙәрҙең сәләмәтлек торошон күҙәтеүҙең һөҙөмтәле булыу-булмауы хаҡында бәхәскә урын юҡ. Миҫал өсөн тарихҡа ғына күҙ һалайыҡ. Тап һәр кемдең һаулыҡ торошон тикшереү арҡаһында Рәсәйҙә Октябрь революцияһынан һуң туберкулез, сифилис, трахома кеүек социаль сирҙәрҙән яфаланыусылар һанын кәметә һәм ҡайһы бер төр инфекцияларҙы еңә алғандар.
Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, диспансер күҙәтеүе ваҡытында үҫмерҙәрҙе педиатр, офтальмолог, хирург, оториноларинголог, акушер-гинеколог, уролог-андролог, стоматолог, эндокринолог, ортопед-травматолог кеүек белгестәр ҡабул итә. Шулай уҡ анализдар ҙа тапшырыла, ҡан төркөмө билдәләнә, йөрәк, бөйөр, бауыр һәм башҡа ағзалар УЗИ аппараты аша тикшерелә.
Әгәр медицина ярҙамы талап ителһә, балалар республика һәм федераль ҡарамағындағы дауаханаларға ебәрелә.
М. ҒАБДРАХМАНОВА.
Эксперт фекереОлег МАЛИЕВСКИЙ,
Һаулыҡ һаҡлау министрлығының штаттан тыш балалар эндокринологы:— Үҫмерҙәрҙең сәләмәтлеген тулыһынса тикшереү — мөһим сара. Уны ойоштороусыларҙан ҙур яуаплылыҡ талап ителә. Отчет өсөн генә булмауы шарт, ә 14 йәшлек һәр үҫмерҙең һаулыҡ торошо хаҡындағы аныҡ мәғлүмәт алыныуы зарур.
Диспансер күҙәтеүҙең һөҙөмтәһе күҙ алдында тиер инем. Мәҫәлән, эндокрин системалағы ниндәй ҙә булһа тайпылыш һимереүгә, енси үҫештең тотҡарланыуына һәм боғаҡ сирҙәренә килтерә. Бер генә миҫал килтерәм: медицина тикшеренеүе үткән үҫмерҙәрҙең 5-7 процентында һимереү сире күҙәтелгән.
Һис шикһеҙ, иртә асыҡланғанда, ауырыуҙың көсәйеүенә юл ҡуйылмай.
Үкенескә ҡаршы, ауыл ерҙәрендә тар белгестәрҙең етешмәүе ошо мәсьәләлә үҙен һиҙҙерә. Мәҫәлән, эндокринолог юҡ кимәлендә. Шуға күрә үҫмерҙәрҙе Республика клиник балалар дауаханаһы табиптарына урындарға барып ҡабул итергә тура килә. Сир асыҡланһа, әлбиттә, улар Өфөгә саҡырыла, артабан дауалау билдәләнә. Шулай ҙа район һәм ауылдарҙа тар белгес булғанда, теләгән ваҡытта күренеп булыр ине.
Был сара быйыл да дауам итәсәк. Әммә төп маҡсатҡа — 14 йәшлек үҫмерҙәрҙең береһенең дә ситтә ҡалмауына — өлгәшергә кәрәк.