Урамдар киңәйә лә, тик йәйәүлеләргә урын ҡалырмы?25.08.2012
Урамдар киңәйә лә, тик йәйәүлеләргә урын ҡалырмы?Өфө урамдарының киңәйтелеүе рулдәгеләрҙе шатландырһа, ҡайһы бер йәйәүлеләрҙе борсолорға мәжбүр итте. Хәҙер йыш ҡына тротуарҙар урмандағы һуҡмаҡты хәтерләтә: ҡаршыңа берәй бәһлеүән осраһа, юлға һыйырмын тимә. Урамға сыҡҡан инвалидтар, коляскалы ата-әсәләр өсөн был икеләтә бәлә. Улай ғына ла түгел, хәҙер баш ҡалала ҡайһы бер йорттар машиналар геүләп торған урамға терәтелеп тиерлек төҙөлә башланы. Беҙгә лә ошондай күренешкә шаһит булырға тура килде.
Цюрупа менән Коммунистик урамдар киҫешкән ерҙән йыраҡ түгел урында һалына был йорт. Беҙгә, әлбиттә, ҡыуанырға кәрәк ине лә – ни тиһәң дә, ҡала халҡы өсөн өр-яңы торлаҡ барлыҡҡа килә бит. Әммә, был йорт урамға терәтелеп тиерлек төҙөлә. Әлегә, әлбиттә, уның янынан үтеп йөрөрлөк, төҙөүселәр хатта йәйәүлеләрҙең хәүефһеҙлеге өсөн тротуарҙы кәртәләп тә ҡуйған. Әммә киләсәктә ни булыр – ошо беҙҙе борсолорға мәжбүр итте.
Ни тиһәң дә, ваҡыты еткәс, бында кешеләр йәшәй башлар. Бөгөн һәр ғаиләнең тиерлек еңел автомобиле бар. Яҡын-тирәлә эшләгәндәр ҙә эшкә машина менән килер, моғайын. Улар йыш ҡына “тимер ат”тарын ошо урам ситенә ҡалдырыр (быға шикләнергә лә кәрәкмәй, бөгөндән Өфө урамдарында ике рәт булып теҙелешкән машиналарға күнегеп бөттөк). Әммә йәйәүлеләргә урын ҡалырмы икән? Уларҙың хәүефһеҙлегенә ҡурҡыныс янамаҫмы?
Беҙ барғанда төҙөлөш майҙансығында эш гөрләй ине. Йортто "10-сы төҙөлөш идаралығы" компаниялар төркөмө төҙөй. Ошо идаралыҡтың заказы буйынса төҙөлөш эштәрен башҡарыусы "Турчан" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең директоры Алиджи Тургутс был мәсьәлә буйынса аныҡ ҡына бер ни ҙә әйтә алманы.
Ахырҙа Өфө ҡалаһы хакимиәтенең архитектура һәм ҡала төҙөлөшө буйынса баш идаралығына мөрәжәғәт иттек. Унда һорауыбыҙға ете көн эсендә яуап бирергә ышандырҙылар.
Урамдар киңәйә лә, тик йәйәүлеләргә урын ҡалырмы?Йорттарҙың урамға яҡынлығы, тротуарҙарҙың тарлығы тураһында юлыбыҙға осрағандарҙың да фекерен ишеттек. Бынан алыҫ булмаған урында көн иткән 80 йәштәге Нияз Шаһиморатов фекеренсә, бындай ғына уңайһыҙлыҡтарға түҙергә була. "Яңы йорттар төҙөү кәрәклеген аңлайбыҙ, төҙөлөш урыны кәртәләнгән, йөрөрлөк урын бар, шуға дәғүәм юҡ. Бары төҙөлөш мәлендәге шау-шыу ғына бер аҙ уңайһыҙлыҡ тыуҙыра, әммә ул да ваҡытлыса ғына бит", – тип яуапланы отставкалағы хәрби. Ә еңел машиналарҙы ҡалдырыу өсөн урын булыр тип өмөтләнә ул.
Ә бына Ырымбур ҡалаһынан килгән Гүзәл Павлова иһә тротуарҙарҙың тарлығын инҡар итмәне. "Ысынлап та, йәйәүлеләр өсөн урын бик аҙ ҡалдырылған. Ғөмүмән, был күренеш хәҙер бөтөн Өфөгә хас тиергә була. Ҡайһы мәл юл ситендә тротуарға терәлеп тиерлек машиналар үтә, бик ҡыҫтау", – тип бошондо баш ҡала ҡунағы.
Урамдар киңәйә лә, тик йәйәүлеләргә урын ҡалырмы?Шулай уҡ ошо төҙөлөштән арыраҡ урынлашҡан йәйәүлеләр үткәүеле лә беҙҙе ғәжәпләндерҙе. Ике урам ҡушылған урында һалынған был үткәүелдән сығыу өсөн, ысынлап та, батырлыҡ кәрәк: бына-бына боролоштан еңел машина килеп сығыр ҙа бәреп тә йығыр кеүек тойола. Ә улары бер-бер артлы үтеп кенә тора. Халыҡ ни эшләһен, ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуйып булһа ла, шунан йөрөргә мәжбүр. Шулай уҡ үткәүелгә терәлеп тиерлек теҙелеп киткән автомобилдәргә лә берәү ҙә иғтибар итмәй. Быйыл 1 июлдән юл хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен боҙған өсөн штраф күләме лә, яза ла арттырылды. Ә тәртип һаман аҡһай...
Рәшит ЗӘЙНУЛЛИН


Вернуться назад