Бөгөн “Башҡортостан — Рәсәйҙең баллы төбәге” фестивале асылаГерманияла нәҙекәйбилдәрҙе үрсетеп, уларҙы тотош Европаға таратыу, был илдәрҙе бал менән һыйлау уйы менән янабыҙ
"Көн йылы, күк йөҙө нурланып тора. Тирә-яғынан аралаш урман менән сорналған аҡланда шылт иткән дә тауыш юҡ. Тәү ҡарамаҡҡа ғына шулай тойола был. Мин бер умарта-йәшник алдында ултырам һәм кескәй генә йән эйәләрен – бал ҡорттарын күҙәтеп, шул мәхлүктәрҙең йәшәү асылы хаҡында уйланам. Миңә уларҙың ғүмере ғәжәп ябай, шул уҡ ваҡытта иҫ киткес сетерекле лә тойола... Бында башҡорт ҡорттары аҫрала. Был тоҡом үҙенең талымһыҙлығы, егәрлелеге менән бөтә донъяға данлы. Умарталыҡтан бал еҫе, балауыҙ тәме аңҡый..." Күренекле әҙип Азат Абдуллин үҙенең бер яҙмаһын шулай башлаған. Йәнле лә, күңелле лә ошондай күренешкә бөгөн һәммәбеҙ ҙә шаһит булырбыҙ, "Аҡбуҙат" ипподромында "Башҡортостан – Рәсәйҙең баллы төбәге" тигән фестиваль башлана. Ошо уңайҙан "Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге" дәүләт бюджет учреждениеһының генераль директоры, Рәсәйҙең атҡаҙанған фән эшмәкәре, Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, биология фәндәре докторы Әмир Миңләхмәт улы Ишемғолов менән әңгәмә тәҡдим итәбеҙ.
– Бүтән йылдарҙа ҡортсолоҡто үҫтереүгә, умартасыға дан йырлауға арналған сара һәр ваҡыт ҡайһылыр районда ойошторолдо. Быйыл уның Өфөлә үтеүе нисектер сәйер тойола...
– Йыл дауамында ниҙәр башҡарылыуын алтын көҙҙә өфөләргә күрһәтергә уйлайбыҙ. Гәзит редакцияларында "ҡыҙыу телефон" аша һөйләшеүҙә, телевизорҙан йә радионан тура эфирҙа саҡта ла халыҡтан төрлө һорауҙар ямғыр шикелле яуа. Ауылда йәшәүселәр генә түгел, ҡала кешеләре лә шылтырата. Әлбиттә, ҡыҫҡа ғына ваҡытта уларҙың барыһына ла яуап биреп өлгөрөү мөмкин дә түгел. Ә бына фестиваль көндәрендә умартасылыҡ тармағының нескәлектәре, шифалы бал менән ҡыҙыҡһыныусылар өсөн ҙур мөмкинлектәр тыуасаҡ. "Балдың сифатлыһын нисек һайларға?", "Ҡайһы райондың һәм кемдең балы иң тәмлеһе?" тигән һорауҙарҙы йыш бирәләр. Төрлөһөн – ҡарабойҙай, йүкә, сәскә һәм башҡа балды — татып ҡарар һәр кем. Сарала эшҡыуарҙар менән йәнле аралашыу барасағына тамсы ла шикләнмәйем. "Балығыҙ оҡшай, йыл да һатып алырмын һеҙҙән генә", – тип телдән генә булһа ла килешеү төҙөй алаһығыҙ. Бынан тыш, йәрминкәлә уның һеркәһе, прополисы һатыуға сығарыласаҡ, хатта үлгән ҡорттарҙың да файҙаһы бар (спирт ярҙамында яһалған төнәтмә кешенең иммунитетын күтәрә), улар ҙа тәҡдим ителәсәк. Кәрәҙле балды кем яратмай?! Ҡыҫҡаһы, умартасы тауарын һатып кинәнес тапһа, баш ҡала халҡы һәм ҡунаҡтар бал запасы туплап ҡыуанасаҡ.
Маҡсат – умартасылыҡ йүнәлешенә йән өрөү, эшҡыуарҙарҙың тауарын һатыуға булышлыҡ итеү, халыҡты бал менән тәьмин итеү.
– Конкурс тураһында һөйләгеҙ әле. Уға берәй яңылыҡ индерҙегеҙме?
– Сараның статусын күтәрҙек – хәҙер ул фестиваль тип атала. Баллы төбәк тиеү үҙе күп нәмәгә – файҙалы продукцияны беҙҙә күпләп етештереүгә ишара яһай. Алға китеп әйтәйем: һәр нәмәнең маяһы була, икмәк бешергәндә лә сүпрә кәрәк. Фестивалдең атамаһында Рәсәй тигән һүҙгә баҫым яһау һис кенә лә осраҡлы түгел. Киләсәктә бөтә ил күләмендә башҡорт балына мәҙхиә йырлаған фестиваль үткәреүҙе күҙ уңында тотабыҙ.
Элек ул гел генә Өфөнән ситтә уҙыу сәбәпле, ҡала халҡы конкурсты, ғөмүмән, сараны тамаша ҡылыуҙан мәхрүм ине. Республика бәйгеһенә эләгеү өсөн умартасылар быға тиклем үҙҙәрендә һынау үтте, хәҙер иһә иң-иңдәр генә ҡатнаша. Тәүҙә билет һорауҙарына яуап бирәсәктәр, унан алдан бирелгән өйгә эш тикшереләсәк. Бер үк ваҡытта солоҡсолоҡ буйынса ярыш үткәрергә кәрәк тигән уртаҡ фекергә килдек. Әйткәндәй, солоҡсолоҡ тик Башҡортостанда ғына һаҡланып ҡалған.
Бал йәрминкәһе һәр ваҡыт гөрләп тороусан, быйыл да ойоштороу кимәле юғары булыр тип уйлайым. Бай йөкмәткеле күргәҙмә эшләйәсәк.
Тағы ла бер мөһим әйбер: элеккеләренән айырмалы, быйыл өлкәндәргә лә, уҡыусы балалар өсөн дә конкурстың шарттары бер үк. Был ниҙән килеп сыҡты? Сөнки былтыр мәктәп йәшендәге үҫмер алдынғылыҡты бирмәне. Малайҙарҙы һәм ҡыҙҙарҙы кесе йәштән үк умартасылыҡ серҙәренә төшөндөрөүҙе үҙебеҙгә ниәт итеп алдыҡ.
– Әмир Миңләхмәт улы, ҡоролоҡта иген үҫтереү, тейешле уңыш алыу икеле, шуның һымаҡ ҡырыҫ тәбиғәт шарттары мул бал алыуға кәртә була аламы?
– 2010 йылда ҡаты ҡоролоҡ үҙәккә үтте – үҙ сиратында көҙгә ҡарай ерҙә дым ҡалманы тиерлек. Шул сәбәпле, былтыр йүкә балын әллә ҡайҙан килеп эҙләп йөрөүселәр күп ине. Уның ҡарауы, яҙғыһын ямғыр күп яуҙы, һөҙөмтәлә сәскә балына кинәндек. Иҫәп-хисап түбәндәгесә: 95 процент сәскә балына 5 процент йүкә балы тура килде. 2011 йылда яуым-төшөм ярайһы күп булғас, умартасылар йүкә балына кинәнде. Бөгөн күктә кәпәс ҙурлыҡ та болот әҫәре юҡ икән, уйланырға урын бар. Йыл ни рәүешле килеүенә ҡарамаҫтан, балға ҡытлыҡ кисермәҫбеҙ, иманым камил.
"Башҡортостанда умартасылыҡты үҫтереү" республика маҡсатлы программаһының уңышлы тормошҡа ашырылыуын билдәләмәү мөмкин түгел.
– Өфөлә төпләнгән танышымдың ҡала янында умарталығы бар. Ауылда ғүмер итеүселәрҙең танауына сирткән түгелме?
– Өфөнөң яртыһын тиерлек ауылдан сығыусылар тәшкил итә. Күптәрҙең ҡаланан ситтә шәхси йорто, баҡсаһы бар. Кемдер тыуған яғында, бүтәндәр ҡаланан йыраҡ булмаған урында умарта тота.
Ҡортсолоҡ менән шөғөлләнеүселәрҙең артыуы ҡыуандыра. Айырыуса Иглин, Бишбүләк, Яңауылда күпләп тоталар. Араларында бер миллион һумға тиклем табыш алған уңғандар бар. Мәҫәлән, Иглиндән Рәшит Аҙнабаев умартаһын 500-гә еткергән! Әммә был минең өсөн сик түгел, ти егәрле яҡташыбыҙ.
– Бер ҡалаҡ дегет бер мискә балды боҙа, тиҙәр. Йәшерен-батырын түгел, ситтән күс индереү һаман да дауам итә. Уны туҡтатыу мөмкинме?
– Рәсәйҙең бүтән төбәгенән, бигерәк тә көньяҡтан күс алып ҡайтыу – төп проблемаларҙың береһе. Республикабыҙҙа ветеринария идаралығы ошо йүнәлештә эҙмә-эҙлекле эш алып барырға бурыслы. Бал ҡорто менән бергә улар төрлө йоғошло ауырыуҙы ла индерә бит беҙҙең төбәккә. Бына бөтә бәлә ниҙә. Бары тик ҡаты күҙәтеү кәрәк.
– Гәзит уҡыусыларға әйтер теләктәрегеҙ ҙә барҙыр...
– Умартасы һәр саҡ етеш йәшәй һәм бай була, бының менән килешмәү мөмкин түгел. Кемдәр умарта тоторға баҙнат иткән — улар дөрөҫ һәм изге йүнәлеш алған, артабан да шулай дауам итегеҙ.
Рәсми сығанаҡтарҙан күренеүенсә, революцияға тиклем Башҡортостанда 500 меңгә яҡын күс иҫәпләнгән. Әле республикала 300 меңдән ашыу күс бар, уларҙың йылдан-йыл 5 процентҡа артыуы күҙәтелә. Ә беҙҙең мөмкинлек – бер миллион 345 мең!
Август аҙаҡтарында беҙҙең башҡорт бал ҡорто тарихта беренсе тапҡыр Германияға осасаҡ. Бының өсөн айырым утрау бүленгән, шунда нәҙек билкәйҙәрҙе үрсетеп, уларҙы бөтә Европаға таратыу, европаларҙы бал менән һыйлау уйы менән янабыҙ. Әйткәндәй, шулай уҡ тәү тапҡыр беҙҙең күстәрҙе ҡаҙаҡ дуҫтар ҙа үҙҙәренә алып ҡайтып китте. Эшсән булыуына иҫебеҙ китә, тиҙәр. Ҡаҙағстандың ғилми-тикшеренеү үҙәге башҡорт ҡорттарын өйрәнә. Монголияға ла оҙаттыҡ, үзбәктәр ҙә ҡыҙыҡһына. Париж, Эрфурт, Мәскәү күргәҙмәләрендә
алтын миҙал алған бал менән бергә ҡортобоҙ ҙа бөтә донъяны яулай бара.
Азат ЙЫҺАНШИН, Башҡортостандың ауыл хужалығы министры беренсе урынбаҫары:– Фестивалде республикабыҙҙа ойоштороу ҙур әһәмиәткә эйә. Бал – Башҡортостандың визит карточкаһы. Беҙгә киләсәктә лә ошо традицион йүнәлеште үҫтерергә кәрәк, башҡорт балын донъяға танытыу йәһәтенән эҙмә-эҙлекле эш алып барыу зарур. Был мәсьәлә Рәсәй Бөтә донъя сауҙа ойошмаһына ингән мәлдә айырыуса көнүҙәк.
Бөгөн Башҡортостанда 330,7 мең күс иҫәпләнә, был үткән йылдан 23,3 процентҡа күберәк.
Умартасылыҡ потенциалы беҙҙә әлегә тулыһынса файҙаланылмай. Балды етештереү, эшкәртеү, медицинала ҡулланыу менән бер рәттән урындарҙа өҫтәмә эш урындары ла барлыҡҡа килә.
Илгиз САДИҠОВ:– "Старт-ап" субсидияһы тураһында ишеткәс, мин дә умартасылыҡҡа тотонорға ҡарар иттем. Документтарым теүәл һәм дөрөҫ тултырылыуға ҡарамаҫтан, кире бороп сығарҙылар. Имеш, бер ҡайҙа ла эшләмәгәс, мин был йөктө тарта алмаясаҡмын. Был – ғәҙелһеҙлек. Шулай итеп, уйҙарым селпәрәмә килде. Ә фестивалгә килгәндә, уны хуплайым. Ғәҙәттә, беҙҙә ниҙер башлана ла ташлап ҡуйыла, сара матур йолаға әйләнһен ине.
Әңгәмәне
Илдар АҠЪЮЛОВ ҡорҙо.