Заман үҙенсәлеге: кеше ғүмерен оҙайтыу, һаулығын һаҡлау, сирҙәрҙе дауалау өсөн ниндәй генә ысулдар тәҡдим ителмәй! Традицион медицина мөмкинлектәре ярҙам итә алмағанда, кешеләрҙе өмөт төрлө юлға әйҙәй, һәммә әмәлдәрҙе һынап ҡарарға мәжүр итә.
"Иппотерапия" һүҙе грек телендәге "hippos"(ат) һәм "therapy" (дауалау) һүҙҙәренән алынған һәм тура тәржемә иткәндә "ат менән дауалау" тигәнде аңлата. Беҙгә, йылҡысылыҡты милли малсылыҡ төрө итеп белгән халыҡҡа, әлбиттә, был ысул яҡшы таныш, мәгәр атамаһы ғына – заман үҙенсәлеге (әммә бөгөн һүҙ милли ризығыбыҙ – файҙалы ҡымыҙ хаҡында түгел). Ғәмәле ябай: дауаланыу өсөн һыбай йөрөйҙәр, был физкультура социаль-психологик һәм дауалау-реабилитация үҙенсәлектәрен берләштерә. Белгестәр билдәләүенсә, үҙ-үҙенә бикләнгән, йәштәштәре менән аралашырға яратмаған балалар, ғәҙәттә, юртаҡты атланғас, үҙенә ышана башлай, кәйефе күтәрелә, күңеле асыла, башҡаларҙан ҡурҡыу тойғоһо юғала. Бала үҙен мөһабәт хайуандың хужаһы итеп тоя һәм шәхестең МИН төшөнсәһе нығына.
Иппотерапия ысулы операциянан һуң реабилитация үткәндә, хәрәкәт ағзаларының функцияларын тергеҙгәндә, ҡан һәм матдәләр әйләнеше системаһы, тын юлдары сирҙәрен, вегетодисфункцияларҙы дауалағанда һөҙөмтәле. Һыбай йөрөү шулай уҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн баһалап бөткөһөҙ ҙур. Ул инвалидтарҙың дөйөм физик әүҙемлеген һаҡларға һәм шәхесен реабилитацияларға ярҙам итә. Иппотерапияның педагогик үҙенсәлектәре лә бар. Мәҫәлән, интеллектуаль йәһәттән тиҫтерҙәренән артта ҡалған, тәртибе менән ҡыуандырмаған ауыр холоҡло үҫмерҙәрҙе ошо ысул менән тәрбиәләйҙәр. Йылҡы малының сихәтле көсө менән хәрәкәт ағзаларын, ортопедия сирҙәрен, фалижға дусарҙарҙы дауалау ҙа киң таралған.
Иппотерапияны Башҡортостанда ла киң ҡулланалар. Инвалид балалар өсөн республика иппотерапия үҙәге, "Алтын даға" спорт клубы, Башҡортостандың ат спортына әҙерләү үҙәге кеүек ойошмалар айырыуса әүҙемлек күрһәтә. Миҫал өсөн, үрҙә телгә алынған ойошмалар "Һайлау" тренинг компанияһы менән берлектә "Аҡбуҙат" ипподромында ҙур байрам ойошторҙо, мәрхәмәтлек акцияһы үтте, йыйылған аҡса иппотерапияны, ат спортын үҫтереүгә тотоноласаҡ.
...Аттың тылсымы бар, тип юҡҡа әйтмәйҙәр. Мөһабәт, күркәм, ғорур хайуандың тоғролоғо, аҡыллылығы хаҡында меңәрләгән легенда-риүәйәт билдәле. Уҡтай етеҙ юртаҡтың тояҡтарын сыңлатып, ялдарын елдә уйнатып сабыуынан да күркәм күренеш бармы икән!?
Г. САЛАУАТОВА.