Яңы өйләнгән ике ир осрашҡан.25.08.2012
Яңы өйләнгән ике ир осрашҡан. Береһе икенсеһенән һорай икән:
– Ҡара әле, һин "баллы ай"ҙың ни икәнлеген беләһеңме?
– Ни эшләп белмәҫкә? – тип яуаплай дуҫы. – Күҙ алдыңа килтер: ғаилә тормошо – дегет мискәһе, ә уның өҫтөнә йоҡаҡ ҡына итеп бал һыланған... Бына шул була инде "баллы ай" тигәнең.
– Алай икә-ә-ән... Күрәһең, мин мискәнең төбөн асҡанмын...

WWW
Бер егет әсәһенә әйтә:
– Әсәй, бөгөн миңә ҡунаҡҡа өс ҡыҙ килә, уларҙың береһенә өйләнергә йыйынам. Ә һин уның ҡайһыһы икәнлеген танып белергә тырыш.
Ҡунаҡтар ҡайтҡас, егет тағы ла әсәһенән һорай:
– Шунан, ҡыҙҙарҙың ҡайһыһы тип уйлайһың, әсәй?
– Уның нимәһе бар – уртала ултырғаны икәнлегенә шунда уҡ төшөндөм.
– Вәт, әсәй, һиндәге һиҙгерлек! Ҡайҙан белдең?
– Һиҙгерлек шул бына: ул әленән үк минең йәнемде көйҙөрә.

WWW
– Һөйөклө-өм! Сәйҙе таба алмайым! Ҡайҙан эҙләргә? – тип кухнянан ир ҡатынына ҡысҡыра икән.
– Эй йүнһеҙһең дә инде! Күҙ алдыңдағы нәмәне лә күрмәйһең. Сәй буфеттың өҫкө кәштәһендә, кофе банкаһында! Тышына "тоҙ" тип яҙылған!


Вернуться назад