Үҙаллы түләгеҙ24.08.2012
Дуҫтар! Һеҙҙе борсоған һорауҙарға танылған юрист Таһир МАНСУРОВ яуап бирә. Уға мөрәжәғәт итеү өсөн һорау@mail.ru электрон адресына хат яҙып ебәрергә йәки телефон аша редакцияның дәүләт һәм хоҡуҡ бүлегенә (272-35-20) шылтыратырға мөмкин.
Үҙаллы түләгеҙ
— Һаумыһығыҙ! Ике йыл элек автомобиль һатып алғайным. Ошоға тиклем һалым инспекцияһынан транспорт һалымы түләү тураһында бер ниндәй ҡағыҙ килгәне юҡ. Мин үҙаллы уҙған ике йыл өсөн һалым түләргә тейешме? Әллә ҡағыҙ көтөргәме?
Вадим,
Салауат районы.
— Бер яҡтан, транспорт һалымы һалым ойошмаһы ебәргән белдереү ҡағыҙы нигеҙендә түләнергә тейеш. Ошоға таянып, ҡайһы бер аналитиктар, бындай ҡағыҙһыҙ һалым түләмәҫкә була, тип бара. Тик, икенсе яҡтан, һалым ойошмаларының үҙ бурыстарын үтәмәйенсә, ҡағыҙ ебәрмәүе граждандарҙы түләүҙән азат итмәй. Йыш ҡына беҙҙең судтар, дөйөм принципҡа нигеҙләнеп, һәр кем ҡануниәт тарафынан билдәләнгән һалымдарҙы түләргә тейеш, ти. Һеҙҙең осраҡта кәңәшем шундай:
— автомобиль һеҙҙең милектә булған барлыҡ осор өсөн транспорт һалымы суммаһын йылдарға бүлеп үҙаллы иҫәпләп сығарығыҙ;
— ошоға таянып үҙегеҙ барып һалым түләгеҙ.
Артабан үҙегеҙ иҫәптә торған һалым органына мөрәжәғәт итегеҙ, яҙма рәүештә хәлегеҙҙе һәм нимә эшләүегеҙҙе аңлатып бирегеҙ. Хатҡа түләү тураһындағы квитанцияның күсермәһен һалығыҙ. Был һеҙҙе транспорт һалымы түләмәгән өсөн штраф һәм пеня һалыуҙан һаҡлап ҡаласаҡ. Шулай ҙа штраф билдәләһәләр, ҡыйыу рәүештә судҡа мөрәжәғәт итегеҙ: үҙ- аллы һалым түләп, намыҫлы һалым түләүсе икәнлегегеҙҙе иҫбатлай аласаҡһығыҙ. Пеня билдәләгән хәлдә лә судҡа бирегеҙ. Ваҡытында түләмәүҙе һалым органдарының үҙ бурыстарын башҡармау сәбәпле икәнлеген дәлилләргә була.
Тулыһынса эштән китһәгеҙ генә...
— Предприятиела ваҡытлыса етештереү туҡталып тороу сәбәпле, унда эшләгән кеше мәшғүллек хеҙмәтенә мөрәжәғәт итеп эшһеҙ статусын ала аламы?
Илгиз,
Стәрлетамаҡ ҡалаһы.
— Һеҙ мәшғүллек хеҙмәтенә мөрәжәғәт итеп икенсе эш эҙләтә алаһығыҙ. Әммә ҡануниәткә ярашлы, предприятиенан барлыҡ документтар нигеҙендә эштән китмәй тороп, һеҙҙе эшһеҙ тип иҫәпләмәйәсәктәр.