Тормошта бер-береһенә ҡәҙер-хөрмәт күрһәтеп, һәр атҡан таңға шатланып, балаларының иғтибар-ихтирамына төрөнөп йәшәгән Дания менән Раил Баймырҙиндар бәхетле булыуҙарын йәшермәй. Хәйер, бәхетте йәшереп тә булмайҙыр: ул һинең йөҙөңдә, йәшәү рәүешеңдә сағыла.
Уларҙың бергә йәшәүенә хәҙер ҡырҡ йылдан ашыу. Баймаҡ районының Өмөтбай ауылы ҡыҙы Дания, Хәйбулла районының Аҡъяр ауылы егете Раил Зәйнулла улына кейәүгә сыҡҡас, дала яҡтарында нисек йәшәрмен тип аптырауға ҡала. Ҡылғанлы даланы үҙ итеп, ҡәйнә-ҡайныһы менән егерме йыл бергә көн итеп, өс балаһының алты ейән-ейәнсәренә хөрмәтле өләсәй ул бөгөн.
Матбуғат ветераны Раил Баймырҙин ҡатынының уңғанлығын йәшермәй. Булдыҡлы ҡатындың ҡулынан нур тама, тигәндәй, Баймырҙиндарҙың йорто әллә ҡайҙан балҡып ултыра. Баҡса — сәскәгә, өй эсе гөлгә күмелгән. Хужабикә әйтеүенсә, 60-ҡа яҡын төрлө гөлө бар. Араларында ниндәйҙәре генә юҡ! Аллы-гөллө сәскәләрҙән, әйтерһең дә, балаҫ һуҙылғанмы ни! Йүнсел хужалар иртә яҙҙан теплицаларына ҡыяр, помидор, борос ултырта. Күпләп ҡош-ҡорт аҫрай. Һыйырын да тоталар.
— Оло йәштә булыуыбыҙға ҡарамаҫтан, эшһеҙ ултырғаныбыҙ юҡ, — ти Дания Минша ҡыҙы. — Балаларыңа ярҙамлашайым, етеш йәшәйем тиһәң, иртә таңдан тороп кискә тиклем ҡыбырларға кәрәк. Шунһыҙ мул тормошта йәшәп булмай.
Уның һүҙҙәрен тормош иптәше лә ҡеүәтләй. Донъя йөгөн тигеҙ тартҡан Баймырҙиндар, күптәр бесән юҡ тип ултырған саҡта, ҡышҡа етерлек мал аҙығын хәстәрләп тә ҡуйған. Көҙгә бер аҙ ашлыҡ алғанда, ҡышты имен-һау сығырға була, тиҙәр. Әле уларҙың мәшәҡәтле сағы: кесе ҡыҙҙары Ғәлиәнең туйына әҙерләнәләр.
Уларҙың йорто һалынған урында элек мәсет булған. Шундағы ҡотоҡ әлегәсә һаҡланған һәм уны халыҡ Мәсет ҡотоғо тип йөрөтә. Изге урындан сыҡҡан һыу үҙенең шифалы, йомшаҡ булыуы менән билдәле. Ғаиләһенең татыу, үҙҙәренең һау-сәләмәт булыуын, йәшелсә-емештең ишелеп уңыуын Баймырҙиндар ошо изге ҡотоҡтоң шифалы һыуына бәйләй. Шуға күрә уны һәр саҡ тәрбиәле тоторға тырышалар. Бәлки, бәхеттәренең сере изге урындандыр ҙа, әммә ярты һүҙҙән бер-береһен аңлап, мөхәббәт һәм татыулыҡта ғүмер кисермәһәң, нимәнеңдер ярҙам итеүе икеле икәнен улар үҙҙәре лә яҡшы аңлай.
Кәримә УСМАНОВА
Хәйбулла районы.