Ғәфләт йоҡоһонан арынырға ваҡыт24.08.2012
Эй, тормош…
Ғүмер тауының түбәһен үтеп, түбәнгә тәгәрәгәндә, ирекһеҙҙән, уҙғандарҙы бөгөнгө менән сағыштырып, йәшәлгән йылдарыңа баһа бирәһең, үкенестәреңде һәм бурыстарыңды барлайһың.
Бала саҡты хәтерләйем. Тотош ауыл бер ғаилә булып йәшәй торғайныҡ. Эйе, ул ғаиләнең уңғаны ла, ялҡауы ла, ҡырын ҡылығы менән йәнгә тейгәне лә булғандыр. Әммә шуныһы хаҡ: ауылдың хәстәре лә, ҡыуаныс-шатлығы ла, хәсрәте лә бер, уртаҡ булды.
Тыуған ауылым Юлдаштағы беҙҙең урамда ни бары һигеҙ йорт ине. Күршеләр мотлаҡ көн һайын бер-береһенең хәлен белешә, ҡыш көндәре ҡапҡа, ишек алдын көрттән таҙартыша (ул заманда ҡар ҙа мул яуҙы), беҙҙе, балаларҙы, тәрбиәләүҙә тотош урам ҡатнаша. Яза биреү сыбығы күрше генә йәшәгән Сәғиҙә инәйҙә булды. Берәйһенең балаһы өлкәндәргә сәләм бирмәйме йәки берәй эш боҙамы, кескәйҙәрҙе рәнйетәме — көт тә тор, күрше инәй шыйыҡ сыбығын татытмай ҡалмаҫ. Инәйҙең тормош юлдашы, яуҙан миҙалдар менән ҡайтҡан Шәйхислам апа (беҙҙең яҡта атайҙан өлкән кешегә шулай тип өндәшәләр. – Авт.) Хәбиров — баҫалҡы кеше, иҫкәртмәне лә йылмая биреберәк кенә яһай, бәрелеп-һуғылып бармай.
Әйткәндәй, беҙҙең урамда ғына биш һуғыш ветераны йәшәне. Олатайым Ҡорманғәле Әхмәтҡужин — Беренсе донъя һәм граждандар һуғыштарында ҡатнашҡан, Муса Мортазин отрядында хеҙмәт иткән, беренсе булып колхоз ойошторошҡан шәхес. Бөйөк Ватан һуғышы осоронда хеҙмәт армияһына алына. Ҡаршыла йәшәгән Ҡаһарман апа Сәйетғәлин Башҡорт кавалерия дивизияһында хеҙмәт итеп, оло яу юлы үтеп, Хәйерниса инәй менән ғәжәйеп матур ғаиләлә береһенән-береһе уңған, һәйбәт балалар үҫтергән өлгөлө, гүзәл кешеләр ине. Рәхмәтулла апа Ибраһимов Бөйөк Ватан һуғышынан Ҡыҙыл Йондоҙ ордены тағып ҡайтҡан. Бындай юғары награданың уға тиккә генә бирелмәгәне хаҡ. Бик күңелсәк, алсаҡ булыуы хәтерҙә ҡалған. Ҡатыны Ғилмияза инәйҙең күберәк баш баҫып йорт эштәре менән булашып йөрөгәнен хәтерләйем. Рәхмәтулла апаның бер туған апаһы Ғәлимә инәй ҙә улар менән йәшәй ине. Килен менән ҡәйенбикә һис бер ваҡыт һүҙгә килеп йөрөмәне. Ғәлимә инәй бала саҡта йығылып бөкөрәйеп ҡалған, ләкин уның шат сырайы, йор һүҙе, сыңғырҙатып көлөп ебәреүе бөтәбеҙ өсөн дә үҙе бер дауа булғандыр. Балаларҙы, кешеләрҙе, донъяны ихлас һөйгән күңел ине инәй ҙә.
Ғәлимйән апа Шәйхисламов та Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан. Ул разведчик булған. Хаят инәй менән татыу, баҫалҡы ғүмер кисерҙеләр. Һуғышта алған ауыр яралары арҡаһында апа бер аҙ ҡыҙыуыраҡ ине, буғай, ләкин инәй үҙенең тыныс холҡо менән уны тынысландыра белде.
Балаларҙы күмәкләп тәрбиәләнеләр, тинем. Урамдағы һәр йорт беҙҙең өсөн уртаҡ, бер ҡайҙан да ҡыуып сығармайҙар, тамаҡ эскән мәлгә тура килһәң, оло ҡунаҡтай күреп, түргә үк ултыртып ҡуялар, йомшаҡ, ипле тауыш менән “тәрбиә сәғәте” үткәреп алалар.
— Ҡайһылай матур әле исемең, Гөлшат, — ти Хәйерниса инәй ипләп кенә. — Сәсеңде лә гел шулай оҙон көйө йөрөт, килешеп тора. Тик һиңә ҡыйыуыраҡ булырға кәрәк, иҫәнләшкәнеңде ишетмәй үтәм дә китәм бит. Тауышыңды сығарыбыраҡ һораш һаулыҡты...
Ә мин бәләкәй саҡта кеше менән иҫәнләшергә лә ояла инем.
...Олатайымдың әсәһе Факиһа өләсәйем фәһемле әкиәттәре менән тәрбиәләне. Уның ҡарһүҙен, хикмәтле әкиәт-риүәйәттәрен тыңларға кемдәр генә килмәй ине беҙгә. Пушкин әкиәттәрен башҡортса көйләп һөйләгән сәсән телле, үткер, тәүәккәл ине итексе өләсәйем. Ул теккән итектәрҙең ҡупшылығы күҙ алдында (әйткәндәй, урамыбыҙҙа йәнә бер оҫта итексе булды — ул юғарыла атап киткән Ҡаһарман апа Сәйетғәлин). Факиһа өләсәй килене Ғәлиә өләсәйем менән инәле-ҡыҙлы кеүек йәшәне. Ә холоҡтары төрлө ине: өлкән өләсәй уҫалыраҡ, үткер телле, Ғәлиә өләсәйем иһә йомшаҡ күңелле, һис бер тауыш күтәрмәҫ, әҙәмде рәнйетерҙәй һүҙ ҡатмаҫ. Уны “әүлиә инәй” тип йөрөттөләр. Ауылда байтаҡ сабыйға кендек инәһе лә булды. Беҙгә баҡсалаш йәшәгән Аһыл инәй (Аҫылбикә) бушамаһа, бәпес ҡабул итергә өләсәйемде алып китерҙәр ине.
Бала саҡта уйнаған барлыҡ күмәк уйындарҙы тиерлек беҙгә олатайым менән өләсәйем өйрәтте. Мең төрлө хәстәр-мәшәҡәттәре араһында ваҡыт табып, балаларға уйын өйрәтеп, хатта үҙҙәре лә бергә уйнап күрһәтә. Ә өйҙә магазиндан һатып алынған уйынсыҡ-ҡурсаҡтарға ҡарағанда өләсәйем эшләп биргән ташҡурсаҡтар (ҡулдан тегелгән ҡурсаҡты шулай атайҙар ине), олатайым ҡағыҙҙан биҙәкләп яһаған семәрле селтәрҙәр, ҡатырғанан киҫеп, һәр быуыны еңел хәрәкәт итерлек итеп тоташтырылған “ҡусҡар тәкәне” еҙ батмуста бейетеү беҙгә, балаларға, нығыраҡ оҡшай ине.
Кистәрен йыйылып, өлкәндәргә концерт күрһәтәбеҙ. Сәхнә – ишек төбөндәге бәләкәй урындыҡ (һике). Ә ололар, бөтөн эшен ҡалдырып, беҙгә тамаша ҡыла...
Ул замандарҙа эскелек булманы. Эшләп йөрөгән атай-әсәйҙәр ҙә беҙҙең өсөн тыныс булғандыр, тим, сөнки беҙ бер генә минутҡа ла өлкәндәрҙең күҙ уңынан ысҡынманыҡ.
Эсеү, тартыу кеүек алама ғәҙәттәр хаҡында. Туй, ҡунаҡ-фәләндә буҙа яһарҙар, бал ҡойорҙар ине, әммә берәү ҙә иҫергәнсе эсеп, болғанлап, эш боҙоп йөрөмәне. Тәмәке тартыу ҙа һирәк күренеш булды. Әсәйемдең ҡустыһы Мәрхәм ағайым оҙаҡ йылдар механизатор булып эшләү осоронда ҡайҙандыр тартырға өйрәнгән. Әммә бер ваҡытта ла ул кеше алдында тәмәкеһен күрһәтмәне, өләсәйем менән олатайым уның тартҡанын да белмәне шикелле, сөнки олоғайғас та ағайым йәшеренеп кенә тарта ине.
Өлкәндәрҙең бер-береһенә ҡарата ярҙамсыл, иғтибарлы булыуы ныҡ хәтерҙә ҡалған. Бәғзе берәүҙәрҙең әйтеүенсә, был ниндәйҙер матди мохтажлыҡҡа ла бәйләнмәгән. Йәнәһе, уныһы кәрәк, быныһы кәрәк, күршеһеҙ ни хәлең бар, имеш. Мин үҫкәндә, ауылда халыҡ иркен, мул тормошта йәшәй ине. Һәр кемдең донъяһы үҙенсә теүәл. Моғайын, кешеләр игелеклерәк булғандыр, тим.
Эйе, бөгөн дә элекке ғөрөф-ғәҙәткә тоғро, күрше-күләненә, ауылдаштарына ҡарата илтифатлы дан кешеләр юҡ түгел, шөкөр. Тик, дөйөм алғанда, ауыл барыбер тарҡауыраҡ, әүәлгеләй берҙәм түгел. Үҙ ауылым хаҡында ғына әйтмәйем, ғөмүмән шулай. Урам шаулатып уйнап йөрөгән бала-сағаны ла күрмәҫһең. Ҡайһы ваҡыт миңә хәҙерге балалар шатлана ла белмәй кеүек тойола. Әллә уларға ла беҙҙең, ололарҙың, мәңге төшөнкө кәйефе шулай ауыр йоғонто яһаймы икән? Беҙ бит хәҙер зарланырға яратабыҙ, тормош ҡыйынлыҡтарына һылтанабыҙ. Кемебеҙҙер эш, аҡса юҡлыҡтан ыҙа сикһә, икенсебеҙ донъя мәшәҡәтенән бушамай. Ә уйлап ҡараһаң, ябай халыҡ ҡасан еңел йәшәгән һуң? Айырыуса ауыл ерендә. Ләкин кешеләрҙе ҡыйынлыҡтар берләштергән, бер бөтөн ғаилә итеп уҡмаштырған. Хәҙер һаман тарҡаулана барабыҙ, үҙ “өңөбөҙгә” бикләнәбеҙ, эргәбеҙҙәге кешенең хәсрәт-уйына битарафбыҙ. “Был һинең проблемаң” — ҡайҙа, кем тарафынан уйлап сығарылған бындайын да эгоистик, хаяһыҙ мөнәсәбәт?! Ә бит иң мохтажһыҙ әҙәмдең дә иртәгә кемгәлер көнө төшөүе, проблемалары артыуы ихтимал. Ғәҙәттә шулай була ла...
Өмөтһөҙ — шайтан, тиҙәр. Барыбер мәңгелек ҡиммәттәрҙең бер саҡ баһаһы күтәрелер, әҙәм балаһының да күҙе асылыр. Әле компьютер уйындары менән мейеһе томаланған йәш-елкенсәк донъяға әйләнеп ҡайтыр, бала-саға, телевизорҙа барған көсләү-үлтереш күренештәренән биҙеп, намыҫ, игелек кеүек сифаттар тәрбиәләгән ысын әҙәбиәткә йөҙө менән боролор — шуға ышанайыҡ. Бының өсөн дәүләтебеҙҙең мәктәп, китапхана, театр кеүек тәрбиә урындарына етди иғтибар бүлеүе, ә ата-әсәләрҙең, ғәфләт йоҡоһонан арынып, иртәгәһе көнөн ҡайғырта башлауы ғына кәрәк.

Гөлшат ӘХМӘТҠУЖИНА.
Әбйәлил районы.


Вернуться назад