Бесәнгә барғанда24.08.2012
Бесәнгә барғандаҠаранйылға халҡы бесәнде ауылдан ун-ун биш саҡрым алыҫлыҡтағы тау араларында әҙерләй. Бер тауҙы төшәһең дә икенсеһенә артылаһың, унан — өсөнсөһөнә. Шуға ла атаһы бөгөн Әмирҙе йоҡонан ғәҙәттәгенән алдараҡ уятты.
— Йәһәтерәк булайыҡ, ҡояш ҡыҙҙыра башламаҫ элек барып етергә кәрәк. Әтеү аттарға ҡыйынға төшөр.
Мәндем йылғаһын сығып урман юлына инеүгә, улар ғәжәп күренешкә осраны. Ҡараһалар, Аҡбайҙары был яҡҡа ҡарай йән фарманға бер төлкөнө ҡыуып килә. Уларға етәрәк, табышын инде тотам тигәндә, әҙәм ышанмаҫлыҡ хәл булды. Төлкө кинәт кенә шып туҡтаны ла үҙе Аҡбайға ҡаршы ырғымаһынмы? Быны көтмәгән эт бер килке юғалып ҡалды хатта. Ә инде аҡылын йыйған арала төлкө ауышыраҡ ағасҡа ялп итеп менде лә китте.
— Үәт, кәми-и-т, — тине Сабир ағай һуҙып. — Төлкөнө хәйләкәр, хәйләкәр тиһәләр ҙә, был тиклемен үк күргән юҡ ине. Ана, нисегерәк һемәйтте этте!
— Юҡҡа ғына ул бөтә әкиәттәрҙә лә зирәк, сос булараҡ һүрәтләнмәй икән, — тине Әмир.
— Шулай шул, — тине атаһы уны хуплап. — Ул еҫте яҡшы һиҙә. Бер күргән нәмәне хәтерендә яҡшы ҡалдыра. Ҡолағы һиҙгер. Сысҡан сыйылдағанын — йөҙ метрҙан, хатта ярты метр ҡалынлыҡтағы ҡар аҫтынан уның йөрөгән тауышын ишетә ала.
— Балалары нисәү була икән?
— Төлкө, ғәҙәттә, биш-алты бала килтерә. Күберәк булыуы ла мөмкин. Сабыйҙары һуҡыр һәм яланғас килеш тыуа. Әммә бик тиҙ үҫәләр. Бер айҙа улар ишетә һәм күрә башлай, ауырлыҡтары бер килограмға етә. Төлкөләр сабыйҙары өсөн йәнен бирергә әҙер. Әгәр берәйһе ояһын һиҙеп ҡалһа, шунда уҡ балаларын икенсе ергә күсерәләр. Бының өсөн алмаш оя әҙерләп ҡуялар.
— Атай, төлкөләр ҙә парлашып йәшәйме ул? — Әмиргә атаһы һөйләгәндәр ҡыҙыҡ ине.
— Эйе, улым, — тине Сабир ағай. — Ата төлкөләр ғаиләһе өсөн өҙөлөп тора. Улар инә төлкөгә балаларын үҫтереүҙә ифрат ныҡ ярҙам итә. Балалары тыумаҫ элек үк улар тураһында хәстәрлек күрә башлай. Ояһын йүнәтә. Ашарға алып ҡайта. Хатта инә төлкөнөң матур булып йөрөүен теләп, тиреһен таҙарта. Әгәр берәй бәхетһеҙлек булып, ата төлкө үлеп ҡалһа, башҡа буйҙаҡ ата ярҙамға килә һәм тәрбиәгә ала. Етем ҡалғандарға атай булыу өсөн төлкөләр хатта үҙ-ара һуғышып та китәләр, имеш.
— Ҡайһылай ҡыҙыҡ! — Әмирҙең был турала тәүгә ишетеүе. — Ә төлкө балаларын өйгә алып ҡайтһаң, ҡулға өйрәнерҙәр инеме икән?
— Төлкө балалары хәс тә эт, бесәй кеүек. Ҡулға тиҙ эйәләшә бит улар. Кеше биргән бөтә нәмәне яратып ашайҙар. Һөттө, төрлө аштар, бутҡаны ла һыпырып ҡына ҡуялар. Итте лә бик яраталар. Улар үҙенең хужаһына эт балаһы кеүек өйрәнә. Уйнарға ярата. Эт, бесәй һәм башҡа йорт хайуандарына тиҙ үк өйрәнеп ала ла пыр туҙып шаяра, ти. Ә бына ҡоштар менән һис кенә дуҫлаша алмай. Тауыҡ, ҡаҙ, өйрәкте күреп ҡалыуы була, унда аусы ҡомары уяна.
— Төлкө күпме йәшәй икән?
— Урманда төлкөләр бик ҡыҫҡа ғүмерле. Хатта дүрт йәшкә еткәндәре лә һирәк осрай. Ә бына ҡулға эйәләшкәндәре 10-12 йыл йәшәй.
— Ҡыҙыҡ, — тип ҡуйҙы Әмир.
— Аҡыллы булғанға ла, төлкө — бик сабыр йәнлек. Әйтәйек, туй яһарға йыйынған һуйырҙар янына ғәйәт оҫталыҡ менән хәйлә ҡороп килә. Ялан буйынан үтеп барғанда ғына туҡталған кеүек. Тегеләргә әйләнеп тә ҡарамай. Йәнәһе, уларҙың бер ниндәй кәрәге юҡ. Ятып йоҡлап та алған була. Унан һуң тороп тағы арлы-бирле йөрөй. Артабан һиҙҙермәйсә генә табышына яҡын килә. Ашыҡҡан ашҡа бешә, тиҙәр. Төлкө ашыҡмай. Күнекмәләргә ике-өс сәғәт ваҡытын да йәлләмәй. Инде һуйырҙар уның был тирәлә уралыуына өйрәнеп бөткәс кенә ҡорбанына ташлана. Төлкө сысҡанды ла ярата. Көнөнә егермеләгәнен тотоп ашай...
Һөйләшеп килгәс ни, бесәнлеккә еткәндәрен һиҙмәй ҙә ҡалғандар. Атаһы атын туғарып, тышап килеүгә, Әмир йәһәт кенә усаҡ ҡабыҙҙы, сәй ҡайнатырға ҡуйҙы. Оҙаҡламай тирә-яҡҡа тәмле еҫ таралды.
Венер ИСХАҠОВ.


Вернуться назад