Ауыртыуҙан ”ҡотҡарған” нөктәләр24.08.2012
Тиктомалға башығыҙ ауыртып китһә, дарыуға үрелергә ашыҡмағыҙ. Тәбиғи дауалау ысулдарына өҫтөнлөк биргән Тибет медицинаһының ғилми-тикшеренеү үҙәге (директоры — Азат Фәйзуллин) белгестәре тәүҙә бер стакан таҙа һыу эсеп, тыныс урында ятып йә ултырып алырға ҡуша. Организмдағы һиҙгер нөктәләр серен белгән Ҡытай табибы Чжэнь Ченьсэнь үҙ-үҙеңде һауыҡтырыу буйынса өс кәңәшен дә өҫтәне.

Ауыртыуҙан ”ҡотҡарған” нөктәләрҠулығыҙҙың баш бармағын һуҡ бармаҡтан айырығыҙ һәм, уларҙың ус тапҡырындағы аралығын ҡапшап, һиҙгер нөктәне эҙләгеҙ. Ул урын бармаҡ осо менән баҫҡан саҡта ауыртырға тейеш. Нөктә табылғас, уға ныҡ итеп баҫып, 1,5-2 минут буйы ыуығыҙ. Массажды икенсе ҡулға ла яһағыҙ.







Ауыртыуҙан ”ҡотҡарған” нөктәләр
Һул ҡул суғының эске яғынан ике бармаҡ аҫтараҡ нөктә билдәләгеҙ ҙә, бармаҡ осон саҡ ҡына уңғараҡ күсереп, һиҙгер нөктәне табығыҙ. Уға бер минут буйы баҫып-баҫып алығыҙ. Быны икенсе ҡулда ла ҡабатлағыҙ.






Ауыртыуҙан ”ҡотҡарған” нөктәләр
Елкәнең соҡорло урынында ла һиҙгер нөктәләр бар. Уларға еңелсә ауырттырғансы баҫып, бармаҡ осо менән түңәрәк хәрәкәт яһағыҙ.

Был ысулдар ауыртыуҙы ваҡытлыса баҫа, әммә сирҙе дауаламай. Шуға күрә табипҡа күренергә ваҡыт табығыҙ.


Вернуться назад