Икмәктән дә мөһим нимә бар?24.08.2012
Халыҡтың туҡланыуы яҡшыра, төрләнә, аҙыҡ-түлек күбәйә барһа ла, икмәк әле лә төп ризыҡ булып ҡала. Ул — аҡһым, углевод, витамин, минераль берләшмәләр сығанағы ғына түгел, ә ҡайһы бер ауырыуҙарҙы дауалау һәм иҫкәртеүҙә ярҙамсы ла.
Энергетик ҡиммәте һәм үҙләштереүсәнлеге йәһәтенән ондоң юғары сортынан бешерелгәне иң яҡшыһы һанала. Һирәк осрай торған ғәжәп сифат хас уға: бер ваҡытта ла ялҡытмай һәм һәр саҡ файҙалы. Хатта ҡатҡан икмәк тә оҫта хужабикәләр ҡулында тәмле ризыҡҡа әүерелә. Һеҙҙең хәтер янсығына бер нисә файҙалы кәңәш тәҡдим итмәксебеҙ.
- Икмәкте ҡатмаһын өсөн 20–25 градус йылылыҡтағы бүлмәлә махсус һауыттарҙа (ағас булһа, тағы ла яҡшыраҡ) һаҡларға кәрәк. Ошондай шартта ул 48–60 сәғәт буйы һаҡлана ала.
- Аҙнаһына бер тапҡыр икмәк һауытын йыуып киптерегеҙ.
- Бойҙай һәм арыш икмәген бергә һаҡламағыҙ, сөнки аҡ икмәктең тәме насарланасаҡ.
- Ҡалас ризыҡтарын целлофан ҡапсыҡтарҙа һаҡлау һәйбәтерәк.
- Икмәкте кәрәгенсә генә телергә өйрәнегеҙ.
- Кипкән икмәк файҙалы, сөнки ундағы крахмал үҙгәреш кисерә, шуға күрә яҡшыраҡ үҙләштерелә.
- Ҡатыңҡырап киткән икмәк һәм ҡалас ризыҡтарын майлы табала ике яҡлап ике-өс минут тирәһе ҡыҙҙырып алһағыҙ, тәмле булыр.
- Ҡатҡан икмәкте быуҙа йомшартып алһағыҙ, тәмен дә, сифатын да үҙгәртмәҫ, әммә ул артабан һаҡлау өсөн бармай, ашап бөтөрөү хәйерлерәк.