Маҡтанырлыҡ та шул!24.08.2012
“Яңыраҡ бер танышым, баш ҡалалағы Республика врач-физкультура диспансерында реабилитация үтеп, сәләмәтлегенең яҡшырыуына һөйөнөп ҡайтты. “Унда ысын профессионалдар эшләй”, — тип маҡтап бөтөрә алманы ул. Гәзит битендә ошо медицина үҙәге тураһында яҙһағыҙ ине.
Сажиҙә Ғәлимова.
Өфө районы”.
Һеҙ телгә алған диспансер Башҡортостандың спорт медицинаһы үҙәге булып тора. Рәсәйҙә ул — спорт-физкультура медицинаһы хеҙмәтенең иң ҙур учреждениеларының береһе. Бөгөн унда дүрт бүлексә һәм Сәләмәтлек үҙәге эшләй. Диспансерға Башҡортостандың атҡаҙанған табибы, Һаулыҡ һаҡлау министрлығының штаттан тыш белгесе Наил Ҡотләхмәтов етәкселек итә.
Диспансер 1952 йылдың ноябрендә Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы тарафынан махсус клиник дауахана эргәһендә асыла. Уның эшен ойоштороуҙа тәүге баш табиптар Клара Усманова, Альбертина Берг, Роберт Афанасенко, Александр Черкасов ҙур көс һала.
Шуныһы һөйөнөслө: күптәр хәҙер сәләмәт йәшәү рәүешенең өҫтөнлөктәрен баһаларға, уны һаҡларға өйрәнде. Һау-сәләмәт кешенең социаль статусы ла юғарыраҡ, уңыштары ла күберәк, кәйефе лә күтәренке. Бары үҙен яҡшы тойған шәхес кенә киләсәккә яҡты өмөт менән йәшәй ала. Иҡтисади яҡтан алдынғы илдәрҙә иҫкәртеү медицинаһына ҙур иғтибар бирелеүе юҡҡа ғына түгел. Әлегә беҙҙә, үкенескә ҡаршы, ҡайһы берәүҙәр ныҡлап ауырып китмәйенсә табиптарға мөрәжәғәт итмәй. Ә аяҡҡа баҫып, ҡаҡшаған сәләмәтлегеңде ҡайтарыр өсөн күп ваҡыт һәм сығым, ҙур тырышлыҡ талап ителә.
Һуңғы осорҙа сәләмәт тормош алып барырға теләүселәр өсөн күрһәтмәләр ҙә бермә-бер артты. Ошондай киң ҡоласлы, бай мәғлүмәт араһынан үҙеңә кәрәклеһен, файҙалыһын нисек һайларға? Икеләнһәгеҙ, һеҙгә Республика врач-физкультура диспансерында мотлаҡ ярҙам итерҙәр.
Бындағы Сәләмәтлек үҙәге иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 8-гә тиклем эшләй (ял көндәренән тыш). Поликлиниканан йүнәлтмә алыу кәрәкмәй, бары паспортың һәм медицина полисыңдың булыуы шарт. Үҙәктә түбәндәге медицина тикшеренеүҙәрен үтергә мөмкин:
— электрокардиограмма, психологик тест, баш мейеһенең һәм аяҡ-ҡул суҡтарының әйләнешен, йөрәк ритмының вариабеллеген тикшереү;
— махсус йыһазландырылған кабинеттарҙа тын алыу юлдарын, кәүҙә торошон, ҡан йөрөшөн тикшереү буйынса барлыҡ ҡорамалдар бар;
— ҡандағы глюкоза һәм холестеринды билдәләгән лаборатор тикшереүҙәр;
— һеҙҙе шулай уҡ терапевт, кардиолог, гинеколог, физкультура һәм спорт медицинаһы белгестәре ҡабул итәсәк.
Үҫмерҙәр һәм өлкәндәр өсөн дауалау-физкультура залы һәр саҡ асыҡ. Бында эшләгән табиптар — үҙ һөнәренең нескәлектәрен яҡшы белгән, һеҙгә оҙон ғүмер һәм ныҡлы сәләмәтлек бүләк иткән профессионалдар. Улар бер үтенесегеҙҙе лә кире ҡаҡмаясаҡ.
Медицина реабилитацияһы бүлексәһендә хроник сирле йәки йәрәхәтләнгәндән һуң терәк-хәрәкәт системаһы эшмәкәрлеге боҙолған спортсылар, физкультурниктар дауалана. Шулай уҡ бүлексәлә спорт һөйөүселәр, ветерандар ҙа һаулығын нығыта ала. Медицинаға реабилитация йүнәлешен индереү ауырыуҙарҙы һауыҡтырыуҙа яңы этап, ул инвалидлыҡты иҫкәртеү, һәр сирле кешенең шәхси үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып, уның ғаиләләге һәм хеҙмәт коллективындағы ролен, социаль статусын күтәреү бурысын үтәүе менән әһәмиәтле. Бүлексәлә массаждың төрлө төрҙәре, физиотерапия саралары башҡарыла. Физкультура ярҙамында терәк-хәрәкәт, ҡан әйләнеше боҙолоу сирҙәрен, йәрәхәттәрҙе дауалайҙар. Инструктор һәр кемгә яраҡлы күнегеү төрөн һайлай. Ҡатмарлы операциялар һәм инсульт кисергәндән һуң күп кенә ауырыуҙар ошонда реабилитация үтә. Бүлексәләге ғәжәп үҙенсәлекле аппараттарҙы республикабыҙҙың башҡа бер дауалау учреждениеһында ла осрата алмаҫһығыҙ.
Тренажер залы заманса швед ҡорамалдары менән йыһазландырылған. Бында аэробика һәм степ-аэробика буйынса дәрестәр бирелә, косметология, массаж, солярий, spa-кабинеттары бар. Гидротерапия организмды сыныҡтырыуҙа, сәләмәтләндереүҙә уңышлы файҙаланыла. Йод-бром, көкөртлө водород ванналары ла бик шифалы. Тәүгеһе кешенең төп физиологик системаларына (нервы, йөрәк-ҡан тамырҙары, гипофиз-бөйөр өҫтө биҙе һәм башҡа) ыңғай йоғонто яһай. Көкөртлө водород ванналарының тәьҫире күп яҡлы һәм ҡатмарлы. Ул нервы рецепторҙарын ныҡ ярһыта, һөҙөмтәлә ҡуҙғыу үҙәк нервы системаһына барып етә, шул сәбәпле төрлө ағзаларҙың эшмәкәрлеге ыңғай яҡҡа үҙгәрә. Ваҡ ҡына артериялар, капиллярҙар әүҙемләшә, ҡан йөрөшө яҡшыра, пульс, ҡан баҫымы нормалләшә.
Спорт медицинаһы бүлексәһендә спорт һәм физкультура менән шөғөлләнеүселәрҙе дауалайҙар. Консультация-диагностика бүлексәһендә лә бөтә төр белгестәр эшләй, клиник һәм функциональ диагностика кабинеттары заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Медицина иҫкәртеүе бүлексәһе сәләмәтлек үҙәге менән берлектә табип һәм шәфҡәт туташтарын халыҡ араһында аңлатыу эштәрен ойоштороуға йәлеп итеү буйынса ла ҙур эш алып бара.
Марат ХӘЙҘӘРОВ.