Хужабикәнең хәтер янсығына24.08.2012
Белмәү ғәйеп түгел...
- Ҡайнатма шәкәрләнмәһен өсөн лимон һуты йәки лимон кислотаһы өҫтәлә.
- Әгәр ҙә ул шәкәрләнеп өлгөргән булһа, кәстрүлгә аҙ ғына һыу өҫтәп, болғата-болғата 5–8 минут тирәһе ҡайнатып алығыҙ.
- Лимонды киҫер алдынан уны ҡайнар һыуҙа тотоғоҙ — хуш еҫе нығыраҡ таралыр.
- Цитрус емешенең ҡабығын ташламағыҙ. Уларҙа витамин һәм эфир майы ифрат күп, шуға күрә мандарин, әфлисун, лимон ҡабығын компот, ҡайнатма, кеҫәл һәм желеға һалһағыҙ, оторһоғоҙ.
- Тураҡланған алма киҫәктәрен киптергәндә ҡараймаһын өсөн бер нисә секундҡа тоҙло һыуға һалып алығыҙ.
- Сәй һауытына аҙ ғына лимон йәки әфлисун ҡабығын һалһағыҙ, сәйегеҙ хуш еҫлерәк булыр.


Вернуться назад