Урта йәштәрҙәге ир-атҡа бер нисә кәңәш Илле йәш — елле йәш. Әммә ошо мәлдә йыш ҡына ир-атта төрлө сир барлыҡҡа килә. Һаулығыңа һаҡсыл ҡарау, хәстәрлек күреү өсөн уңайлы осор еткәндер, моғайын. Һыҙланмай һәм уфтанмай ғына оҙон ғүмер кисереү өсөн көслө затҡа нимәгә иғтибар итергә кәрәк һуң?
Табиптарҙың билдәләүенсә, урта йәштәрҙәге ир-атты биш хәүеф һағалай: йөрәк, ҡан тамырҙары, һөйәк һәм быуын сирҙәре, простатит, климакс. Белгестәрҙең кәңәшенә ҡолаҡ һалайыҡ, һеҙгә бөгөндән ниндәй медицина тикшеренеүҙәре үтергә кәрәк?
Электрокардиограмма. Йөрәгегеҙҙең эшмәкәрлеген баһалау өсөн кардиограмманы йышыраҡ яһатыу зыян итмәҫ, сөнки ул нурланыуға килтермәй.
Ультратауыш тикшеренеүе. Эстәге барлыҡ ағзалар (үт ҡыуығында һәм бөйөрҙәрҙә таш юҡмы?), простата һәм ҡалҡан биҙҙәре тикшерелә.
Флюорография. Рентген ысулы менән үпкә һәм күкрәк ситлеге тикшерелә. Нурланыуҙан хәүефләнмәгеҙ, сөнки уны йылына ике тапҡырҙан да йышыраҡ яһатырға ҡушмайҙар (сирҙе иҫкәртеү маҡсатында йылына бер тапҡыр).
Холестерин кимәлен асыҡлау өсөн ҡан анализы. Ул атеросклероз, инфаркт һәм инсульт сирҙәре хәүефен асыҡлай. Йылына бер тапҡыр анализ бирһәгеҙ, сирҙе башланғыс мәлендә үк асыҡлай һәм диета ярҙамында дауалай аласаҡһығыҙ. Сир аҙғас, уны дауалау ҡиммәткә төшәсәк.
Ҡан баҫымын үлсәү. Йөрәгегеҙ борсомаһа ла, ҡан баҫымын көн дә үлсәп торорға ғәҙәтләнегеҙ.
Ҡандағы шәкәр кимәлен билдәләү. Эндокрин сирҙәренең иң киң таралғаны — 2-се типтағы шәкәр диабеты ҡырҡ йәштән һуң баш ҡалҡыта башлай. Ваҡытында асыҡлағанда, уның хәүефле эҙемтәләрен булдырмаҫҡа мөмкин. Был осраҡта диета һәм сәләмәт йәшәү рәүеше ярҙамға килә. Йылына бер тапҡыр ҡандағы шәкәр кимәлен тикшерергә онотмағыҙ.
Күреү һәләтен тикшереү. Йылына бер тапҡыр булһа ла окулисҡа мөрәжәғәт итегеҙ, күҙ эсендәге баҫымды үлсәтегеҙ (глаукома үҫешмәйме?). Табип күҙ төбөн дә ентекләп ҡарап, күҙҙең селтәрле ҡабығы йәки күреү нервыһы патологияһының бармы-юҡмы икәнлеген тикшерергә тейеш.