Тотош ғаиләләр ҡатнашты23.08.2012
Кисә, Рәсәй флагы көнөндә, “Берҙәм Рәсәй” партияһы ағзалары һәм уның яҡлылар Башҡортостандың баш ҡалаһы буйлап күмәк автоуҙышта ҡатнашты. Рәсәй флагы менән биҙәлгән автомашиналар колоннаһы төш ваҡытында юлға сыҡты.
Тамашаны ҡарарға йыйылған йөҙҙәрсә кешегә өс һыҙатлы кескәй таҫмалар бүләк ителде. Автомобилдәр Өфөнөң барлыҡ ҙур майҙандарында туҡталды. Бер нисә сәғәт эсендә улар бөтөн ҡаланы урап сыҡты.
— Республикала Рәсәй флагы көнө йыл да билдәләнә. Беҙ Өфөнөң үҙәк урамдары буйлап колонна менән үтәбеҙ. Барыһының да кәйефе күтәренке, йөҙҙәре шат. Быйылғы автоуҙышта ла ҡала халҡы беҙҙе ҡыуанып ҡаршыланы, — тине “Берҙәм Рәсәй” партияһы төбәк башҡарма комитетының баш белгесе Руслан Насретдинов.
— Минеңсә, Рәсәй флагы көнө дәүләтебеҙҙең ҡеүәтен сағылдыра. Тыуған илемә һөйөүем кәмемәйәсәк. Ул йылдан-йыл матурайһын, көс туплаһын өсөн бар тырышлығымды һаласаҡмын. Спорттағы еңеүҙәрем менән тәү сиратта уға бурыслымын, — тине автоуҙышта ҡатнашыусы, “Берҙәм Рәсәй”ҙең төбәк бүлексәһе координаторы, кикбоксинг буйынса ун тапҡыр донъя чемпионы Вил Ғабдуллин.
Сарала өфөләр тотош ғаиләләр менән ҡатнашты. Дмитрий Молев ҡатыны һәм ике балаһы менән килгән. Малайҙар ғорурлыҡ менән Рәсәй флагтары тотҡан. Тыуған илебеҙ тарихы хаҡында улар күпте белә. Әммә ата-әсәгә был ғына аҙ. Улар балаларында Рәсәйгә, уның символикаһына һөйөү тәрбиәләргә теләй.

А. ХӘЛИЛОВ.


Вернуться назад