Бәләгә тарыусылар йортһоҙ ҡалмаясаҡ23.08.2012
Йылайырҙан аяныслы хәбәр килде: 19 августа ауылдың Беренсе Май урамында янғын сыҡҡан. Көслө ел иҫеү сәбәпле, "ҡыҙыл әтәс" тиҙ арала йорт-ҡураларҙы ялмап алған, башҡа йорттарға ла тоҡанған.
Янғын һүндереүселәр килеп еткәнгә тиклем ут өс ихатала дөрләгән инде... Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, көндөң эҫе, ҡоро тороуы, көслө ел үҙенекен иткән: афәт һөҙөмтәһендә һигеҙ йорт янып көл-күмергә әүерелгән. Бер ҡыуаныс: ҡорбандар юҡ. Кешеләр мал-тыуарын да сығарып өлгөргән. Әммә 22 кеше, шул иҫәптән ете бала, торлаҡһыҙ, кейем-һалымһыҙ, тормош көтөрлөк кәрәк-яраҡһыҙ тороп ҡалған. Бер аҙнанан яңы уҡыу йылы башланыуын иҫәпкә алғанда, хәлдең мөшкөллөгө тағы ла тәрәнерәк икәнлеге беленә.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бындай хәл беҙҙең республика өсөн яңылыҡ түгел. Халыҡ хәтерләйҙер: 2004 йылдың май айында Ҡырмыҫҡалы районының Алмалыҡ ауылында ошондай уҡ фажиғә булғайны: 16 йорт янып, 59 кеше урамда тороп ҡалғайны. Әммә көҙгә үк ауылда яңы урам төҙөлдө, асфальт һалынды, һыу үткәрелде. 2010 йылдың июнендә Учалы районының Ураҙ ауылында ҡот осҡос янғын сығып, туғыҙ өйҙө тулыһынса көл-күмергә әйләндергәйне, шулай уҡ өс тиҫтәнән ашыу кешенең урамда ҡалыуы хаҡында ла матбуғатта күп яҙылды. Шөкөр, ураҙҙар ҙа яңы йорт туйланы, бәлә кисергәндәр хәҙер заман талаптарына ярашлы төҙөлгән яңы урамда йәшәй.
Республика Президенты Рөстәм Хәмитов Йылайырҙағы ҡаза хаҡында мәғлүм булғас та Башҡортостан Хөкүмәте ағзалары менән оператив кәңәшмә үткәрҙе, зыян күреүселәргә тиҙ арала йорт төҙөргә тигән күрһәтмә бирҙе. Унан тыш, кешеләргә көндәлек кәрәк-яраҡ өсөн әлегә 30-ар мең һум күләмендә матди ярҙам да бүленәсәк.
Вәғәҙә ителгәс, яңы йорто ла, донъяның ваҡ-төйәге лә теүәлләнер, моғайын. Иң мөһиме – аяуһыҙ ҡазанан имен-аман ҡотолоп, тормош йәмен юғалтмайынса, артабан йәшәү, эшләү, йәмғиәткә файҙа килтереү... Йылайырҙарҙың яңы йорт туйлағанын, йөҙҙәрендә нур балҡытып ҡунаҡтарҙы ҡаршылағанын күрергә яҙһын.
Александр КОРОТКОВ, Йылайыр районы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары:
– Бәләгә тарығандарҙың проблемаларын оператив хәл итеү йәһәтенән район хакимиәте тарафынан барлыҡ саралар күрелә. Кешеләрҙе ваҡытлыса торлаҡ менән тәьмин итеүгә килгәндә, мәктәп бинаһын тәҡдим иттек, әммә күптәр туғандарына барыуҙы хуп күрҙе. Өс балалы бер ғаилә генә Матрай ауылындағы приютҡа урынлаштырылды.
Зыян күреүселәргә яҡташтары ярҙам ҡулы һуҙа. Тәүге сиратта хеҙмәттәштәре, дуҫтары әүҙемлек күрһәтә. Кисә иһә интернеттағы социаль селтәрҙәрҙең береһендә үҙенсәлекле тәҡдимгә юлыҡтыҡ: бәләгә тарыусыларҙың исем-шәрифен, телефонын, адресын белеп, адреслата аныҡ ярҙам күрһәтергә теләгәндәр бар. Беҙгә был алым оҡшаны: селтәргә тейешле мәғлүмәтте ҡуясаҡбыҙ.
Ошо көндәрҙә яңы урам урыны билдәләнәсәк, әммә янғындан зыян күргән Беренсе Май урамында төҙөлөш булмаясаҡ. Әйткәндәй, был – Йылайыр ауылының иң боронғо урамдарының береһе, ул бик тар, йорттар тығыҙ урынлашҡан. Уттың тиҙ таралыуының бер сәбәбе лә – ошонда.


Г. БАЛТАБАЕВА.


Вернуться назад