Физик мөмкинлектәре сикләнгән граждандарға, инвалидтарға ҡарата ихтирамлы булайыҡ, иғтибарыбыҙҙан мәхрүм итмәйек тигән саҡырыу-өндәүҙәрҙең туҡталғаны юҡ. Әммә кеше ҡайғыһы төштән һуң, тигәндәй, ХХI быуатта ла быға өлгәшеп булмай. "Уңайлы мөхит" программаһы ҡабул ителеп тормошҡа ашырыла башлағас, боҙ урынынан ҡуҙғалды ла кеүек ине. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ошо категория кешеләренә ҡарата мөнәсәбәт барлыҡ урында ла ыңғай түгел. "Өфө" аэропортындағы хәл — шуға бер миҫал.
Светлана Мостафина, Мәскәүҙә балаһына ҡатмарлы операция яһатып, 18 августа самолет менән (151-се рейс) Өфөгә ҡайта. Табиптар малайға аяғына баҫырға һәм атларға рөхсәт итмәгән. Мәскәүҙә "Трансаэро" компанияһының борт проводниктары ултырған саҡта улының коляскаһын алып, самолеттан төшкәндә бирәсәктәр тип ышандырған. Әсә колясканы багажға тапшырмауҙарын һораһа ла, багажға тапшыртҡандар. Үтенеүенә ҡарамаҫтан, самолеттан сыҡҡанда колясканы килтереүсе булмаған. Борт проводниктары, уның багаж менән генә бирелеүен аңлатып, әсәгә баланы тейешле урынға тиклем үҙенә алып барырға тәҡдим иткән. С. Мостафинаға, улын креслоға ултыртып, коляска артынан китеүҙән башҡа сара ҡалмаған. Шул мәлдә бала бетон иҙәнгә йығылып, башын бәргән. Операция яһалған аяғының береһендә гематома ла барлыҡҡа килгән. Ә был реабилитацияланыуға кире йоғонто яһай.
Әсәнең яҙма дәғүәһен смена буйынса яуаплы хеҙмәткәр Усманов ҡабул итергә теләмәгән. Ә коллегаһы Иванов инвалид коляскаһын килтереп биреү аэропорт хеҙмәткәренә өҫтәмә мәшәҡәт тыуҙырыуын белдергән.
С. Мостафина, ошондай хәл менән "Өфө" аропортында ғына осрашыла, тип раҫлай. Мәҫәлән, Евгений Трубачевҡа ла самолеттан сыҡҡанда инвалид коляскаһы килтереп бирелмәгән. Уға бәйле тыуған шау-шыулы хәлдән һуң "Өфө" халыҡ-ара аэропорты менеджменты пассажирҙарҙы уңайлы һәм яҡшы хеҙмәтләндереү өсөн саралар күрелеүе хаҡында яуап тотҡан булған. Әммә, күренеүенсә, һүҙҙәрендә тормаған һәм һығымта ла яһалмаған.
Башҡортостан Республикаһы Президентына "Өфө" халыҡ-ара аэропорты хеҙмәткәрҙәренең физик мөмкинлектәре сикләнгән граждандарға, өлкән йәштәгеләргә, бәләкәй балалы пассажирҙарға ҡарата шәфҡәтһеҙ һәм рәхимһеҙ мөнәсәбәтенә бәйле ялыуҙар даими килә. Әлеге күңелһеҙ хәлгә ҡарата ла Рөстәм Хәмитов битараф ҡалманы һәм Хөкүмәттең тейешле хеҙмәттәренә аэровокзал комплексы биләмәһендә граждандарҙың законлы хоҡуҡтарын һанламау кеүек хәлдәрҙе асыҡларға ҡушҡан. Республика башлығы "Өфө" аэропортының генераль директоры Рәмил Тимерғәзинды ярҙамға мохтаж пассажирҙар менән эшләүсе хеҙмәткәрҙәренең эшен тейешенсә ойоштора белмәгәне һәм теләмәгәне өсөн яуаплылыҡҡа тарттырыуҙы талап иткән.
Президент уның өсөн транспорт предприятиелары эшендә иң мөһиме — ғәҙеллек һәм кешеләргә яҡшы мөнәсәбәт, унан һуң ғына етештереү һәм финанс күрһәткестәре булыуын билдәләй.
М. ХАРИСОВА.