Һеҙҙе һис онотмабыҙ...23.08.2012
Һеҙҙе һис онотмабыҙ...Залда үҙәкте өҙөрҙәй шомлоҡ хөкөм итә. Ана, кескәй генә бала үкһей-үкһей әсәһенә һырына. Ә ҡатындың ҡыҙарып бөткән күҙҙәре алдындағы табутҡа төбәлгән... Ошо хәсрәт бер юлы дүрт ғаиләне сорнап алған. Был фажиғә тотош республика халҡын тетрәндерҙе.
Хәбәр итеүебеҙсә, 17 августа Чечен Республикаһының Грозный районында Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы йыйылма полиция отрядының дүрт хеҙмәткәре һәләк булды. Кисә республика халҡы ил именлеге өсөн хеҙмәттә ғүмере өҙөлгән полиция капитаны Юрий Алексеевты, лейтенант Илшат Ильясовты, прапорщик Риф Абдуллинды, өлкән сержант Ринат Мостафинды һуңғы юлға оҙатты.
Мәрхүмдәрҙең туған-тыумасаларының оло ҡайғыһын уртаҡлашырға Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов, Мәскәүҙән полиция генерал-лейтенанты Юрий Демидов, республика буйынса эске эштәр министры Михаил Закомалдин, Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев һәм башҡа рәсми вәкилдәр килгәйне.
— Үҙ илен йәне-тәне менән һөйгән аҫыл ирҙәребеҙ менән хушлашабыҙ, — тине Константин Толкачев. — Дәүләт алдында биргән антына улар йөрәгенең һуңғы тибешенә ҡәҙәр тоғро ҡалды. Республика етәкселеге ошо ҡаһарман улдарыбыҙҙың исемен мәңгеләштереүҙе маҡсат итеп ҡуя.
Михаил Закомалдин белдереүенсә, мәрхүмдәрҙең ғаиләһе министрлыҡтың иғтибарынан ситтә ҡалмаясаҡ.
Бындай ҡара ҡайғылы көндә мәрхүмдәрҙең яҡындарын йыуатыу өсөн һүҙ әйтеүе лә урынһыҙ кеүек. Телмәр менән генә юйып булһа ине шул йөрәктәге ҡаты яраны. Туғандарына Хоҙай түҙемлек бирһен!

А. ҒИЗЗӘТОВ.


Вернуться назад