Башҡортостан аҫыл улдарын юғалтты...22.08.2012
Башҡортостан полицияһы хеҙмәткәрҙәренең Чечен Республикаһында хеҙмәт итеүенә, уларҙың төбәктә тәртип, тыныс тормош урынлаштырыуҙа ҙур өлөш индереүенә, ҡыйыу яҡташтарыбыҙҙы ололап оҙатыу һәм тантаналы ҡаршылауҙарға күнегеп тә бөткәйнек. Был юлы ла егеттәребеҙҙең һынауҙы уңышлы үтеп, имен-аман тыуған яҡҡа ҡайтыуына өмөтләндек.

Әммә Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән алынған ҡайғылы хәбәр Чечнялағы тормоштоң һаман да көсөргәнешле, хәүефле булыуын раҫлай. 17 августа республиканың Грозный районында Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы йыйылма полиция отрядының дүрт хеҙмәткәре һәләк булған.
Мәғлүмәттә күренеүенсә, контроль-үткәреү пунктынан ҡайтып барышлай полиция экипажы автомашинаһы Алхан-Ҡала торағы эргәһендә көслө ҡораллы һөжүмгә юлыға. Һөҙөмтәлә йыйылма отрядтың дүрт хеҙмәткәре һәләк була. Әлеге ваҡытта хәлде асыҡлау, һөжүм итеүселәрҙе эҙләү буйынса эш дауам итә. Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы вәкилдәренән бер төркөм фажиғәне асыҡлау һәм һәләк булған яҡташтарыбыҙҙың кәүҙәһен тыуған яҡҡа алып ҡайтыу өсөн юлға сыҡты.
Һәләк булғандарҙың ғаиләләренә, туғандарына сабырлыҡ, ихтыяр көсө насип булһын. Полиция капитаны Юрий Алексеев эске эштәр органдарында 1995 йылдан хеҙмәт иткән, уның Ҡалтасы районында ҡатыны һәм ике балаһы етем ҡалды. Полиция лейтенанты Илшат Ильясов, прапорщик Риф Абдуллин, өлкән сержант Ринат Мостафин Рәсәй Эске эштәр министрлығының Стәрлетамаҡ буйынса идаралығында хеҙмәт иткән. Һәләк булғандарҙың барыһы ла — ғаиләле, балалар атаһы.


Вернуться назад