Баш ҡалабыҙҙың «Родина» кинотеатрына мосолмандар Рамаҙан айының һуңғы көнөн оҙатты.– Бер ай дауамында ғүмеребеҙҙең матур миҙгелен үткәрҙек. Рамаҙан айында Аллаһы Тәғәләнең, ваҡыттың, ризыҡтың ҡәҙерен белеү, үлгәндәрҙе иҫкә алыу, балаларҙы тәрбиәләү мәҙрәсәһен үттек. Бер нисә көндән уҡыусыларыбыҙ ғилем юлына төшә. Балаларға белемле булыуҙа уңыштар насип итһен, илебеҙҙә бәрәкәт булһын, – тине, байрам менән тәбрикләп, Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты рәйесе, мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт Ниғмәтуллин.
Быйылғы сара «Ислам – экстремизмға ҡаршы» тигән девиз аҫтында үткәрелеүе менән айырылып торҙо. Башҡортостан мосолмандары Диниә назаратының йәштәр бүлеге етәксеһе Айнур Арыҫланов әйтеүенсә, ул апрелдә үткән «Ислам. Йәштәр. Киләсәк» республика форумында ул ошо исемле акция хаҡында Президентыбыҙ Рөстәм Хәмитовҡа әйткән. Республика башлығы, үҙ сиратында, изге ниәтте хуплауын һәм ярҙам итәсәген белдергән.
– Республика Хөкүмәте ярҙамы менән райондарҙы концерт, лекциялар менән йөрөп сыҡтыҡ. Вәғәз уҡып, эскелектең, тәмәке тартыуҙың ниндәй эҙемтәләргә килтергәнен аңлаттыҡ, нисек ябай мосолманды экстремистан айырырға тигән әңгәмә үткәрҙек, – тине Айнур Арыҫланов.
Сарала «Ихлас» мәсетенең «Илаһиҙәр» хоры сығыш яһаны. Әхлаҡ, тәрбиә тураһындағы ҡыҫҡа метражлы фильмдар ҙа халыҡтың күңеленә хуш килде. Кисә ифтар һәм әхшам намаҙы менән тамамланды.
***
Байрам көнөндә баш ҡалабыҙҙа мосолмандарҙың иң күп йыйылған урыны “Ләлә-Тюльпан” мәсете булғандыр. Бында Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты рәйесе, баш мөфтөй Тәлғәт Тажетдин килеүселәрҙе байрам менән ҡотланы.
– Бөгөн иман йортона милләтенә, социаль хәленә ҡарамайынса, уртаҡ, изге ниәтле кешеләр йыйылған, сөнки барыбыҙ өсөн дә Аллаһ берәү, – тине ул.
Ураҙа байрамы айҡанлы Рәсәй Президенты Владимир Путин, Рәсәй Хөкүмәте рәйесе Дмитрий Медведев, Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың ҡотлау хаттары уҡып ишеттерелде.
Шулай уҡ Тәлғәт Тажетдин Рамаҙан айы алдынан Татарстанда булған фажиғәле хәлдәрҙе телгә алды. «Был – халыҡтар араһындағы дуҫлыҡты боҙорға теләгән ҡара көстәрҙең эше. Беҙ илебеҙҙәге тыныслыҡты боҙорға бер кемгә лә юл ҡуймаясаҡбыҙ», – тип билдәләне ул.
Ураҙа байрамын Баймаҡ районында ла һәр саҡ ҙурлап билдәләйҙәр. Һәр мәсет байрам төҫөн ала, кешеләр бер-береһен оло көн менән тәбрик итә.
Баймаҡ ҡалаһы мәсетенең имам-хатибы Баймөхәмәт хәҙрәт Ғиззәтуллин, бар мосолмандарҙы ҡотлап, Ураҙа байрамының ни тиклем ҙур әһәмиәткә, көскә эйә булыуы тураһында һөйләп үтте.
“Рамаҙан — изге ай. Был осорҙа әрләшмәү, бер-береңдең күңелен табыу айырыуса мөһим. Тормош кешеләргә ҙур һынауҙар ебәреп тора. Африкала ҡар яуа, ҡайҙалыр һыу баҫа, икенсе урында — ҡоролоҡ... Күрәһең, Ер шарындағы барған һуғыштар, яуызлыҡтар тураһында беҙ шул рәүешле иҫкәртеүҙәр алабыҙ. Быйыл райондағы ҡоролоҡ та иҡтисадҡа һиҙелерлек йоғонто яһаны. Шулай ҙа ҡыуандырған ваҡиғалар ҙа етерлек: дауаханала инфекция бүлеге һалына башлаясаҡ, балалар баҡсаһы төҙөлә. Районда иман йорттары асылыуы, дингә килгән кешеләрҙең күбәйеүе лә ҡыуандыра”, — тине район хакимиәте башлығы Илшат Ситдиҡов, байрамда сығыш яһап. Район етәксеһе шулай уҡ тыуған төйәгебеҙҙә быуаттар буйы дауам иткән милләттәр дуҫлығын һаҡлау мөһимлеген билдәләп үтте.
Артабан халыҡ район етәкселеге һәм изге күңелле мосолмандар көсө менән әҙерләнгән күркәм табынға йыйылды.
Зәкиә ХӘЙРЕТДИНОВА, Хәйбулла районы:– Бөгөнгө сара бик фәһемле. Аллаһҡа ышанған кеше һәр ваҡыт «Бисмилләһир-рахманир-рахим», «Аллаһ» һүҙҙәрен ауыҙынан төшөрмәй. Ундай кешенең эштәре лә уң була. Ыңғай уйлы кеше һәр ваҡыт үҙенең теләгенә, уңышҡа өлгәшә ала. Мин биш йәштә бер нисә аятты ятлап алдым. Уның менән ҡайһы ғына имтиханға инһәм дә, гел яҡшы билдәләр алып сыға инем. Ураҙаға килгәндә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һаулығым насар булыу сәбәпле, быйыл тота алманым.
Зөбәржәт ӘМИНЕВА, Баймаҡ районы:– Рамаҙан айының һуңғы көнө бөтә мосолмандар өсөн әһәмиәтле. Бер ай буйы ураҙа тотоп, бер хөрмәтле ҡунағыңды оҙатҡан һымаҡ. Йылдың уңышлы булыуын теләйем. Ураҙаны өс йыл рәттән тоттом.
Илмира ҠОЛБАХТИНА,
Гүзәл ИҪӘНГИЛДИНА.