Үҫә барған хаҡтар артынан халыҡ өлгөрә алмайРеспублика Президенты Рөстәм Хәмитов етәкселегендәге Хөкүмәт ултырышында Башҡортостан Республикаһының 2013 йылға һәм 2015 йылға тиклемге осорға социаль-иҡтисади үҫеш фараздары тикшерелеүе хаҡында хәбәр иткәйнек инде.
Башҡортостандың бюджет сәйәсәте, иҡтисади үҫеш министры урынбаҫары Александр Васильев әйтеүенсә, республиканың 2015 йылға тиклемге осорға социаль-иҡтисади үҫеш фараздарына нигеҙләнеп эшләнгән. Төп күрһәткес параметрҙары донъя иҡтисадындағы үҫеш тенденцияларын иҫәпкә алған “һәүетемсә-оптимистик”, “консерватив” һәм “өҫтәмә” варианттар буйынса ҡаралған.
Тәүге вариант буйынса 2013 йылға тупланма бюджет килеме 126,3 млрд. һум, 2014 йылда – 135,9 млрд., 2015 йылда 140,7 млрд. һум тәшкил итәсәк. Республиканың һәм муниципаль берәмектәрҙең сығым күләме 2013 йылда 138,8, 2014 йылда — 146,9, 2015 йылда 150,7 млрд. һум фаразлана. Йәғни бюджет дефицитын яйлап 10 млрд. һумға тиклем кәметеү күҙҙә тотола. Президент әйтеүенсә, республика ҡаҙнаһын тулыландырыу өсөн беҙҙең эске резервтар етерлек, тик уларҙы оҫта ҡуллана белергә генә кәрәк. Шул рәүешле 5 млрд. һумды үҙ көсөбөҙ менән таба алабыҙ. Бынан тыш, Башҡортостан банктар алдында үҙенең ышанысын ныҡлы яуланы. “Тик банктарға иң һуңғы сиктә генә мөрәжәғәт итәсәкбеҙ, — тине ул. – Мәҫәлән, 2010 йылғы ҡоролоҡ йылында аграрийҙарға ярҙам итеү өсөн генә 3,5 млрд. һум кредит алырға тура килде”.
Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванованың сығышында республика хеҙмәткәрҙәренең фаразланған эш хаҡы буйынса яңғыраған һандарға ҡарата Рөстәм Хәмитовтың яуабы ҡәтғи булды: эш хаҡы инфляциянан алда барырға тейеш — был дәүләт алдында торған мөһим бурыс, юғиһә әле халыҡ хаҡтар артынан өлгөрә алмай.
Фаразлау буйынса, 2015 йылға бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы фонды, 2011 йыл менән сағыштырғанда, 1,6 тапҡырға – 258,3 млрд. һумдан 412,7 млрд. һумға артасаҡ.
Республиканың финанс министры Рузалия Хисмәтуллина һүҙҙәренсә, 2013 — 2015 йылдарҙа уҡытыусыларҙың уртаса эш хаҡын республика иҡтисады буйынса уртаса кимәлгә тиклем еткереү ҡарала. Бюджет өлкәһенең башҡа хеҙмәткәрҙәренең хеҙмәт хаҡы 2013 йылдың 1 октябренән 5,5 процентҡа артасаҡ. 2014 һәм 2015 йылдарҙа тауарға, хеҙмәттәргә ҡулланыу хаҡтары 5,2 һәм 4,9 процентҡа үҫәсәк.
Инфляцияға килгәндә, быйыл ул — 4,8 процент, 2013 йылда – 6,2-7,3, 2014-2015 йылдарҙа 4,9-5,9 процент кимәлендә фаразлана.
Рөстәм Зәки улы республика чиновниктарына нәфселәрен тыйырға тура киләсәге тураһында белдерҙе. Был дәүләт структураһы эшмәкәрлеген финанслауға ла, хеҙмәткәрҙәр штатына ла ҡағыла.
— Юрғанға ҡарап аяҡ һуҙырға кәрәк. Юғиһә, һуңғы йылдарҙа күптәрҙең нәфсеһе аҙҙы. Эйе, торлаҡ, юлдар, дауаханалар, мәктәп, балалар баҡсаһы төҙөү фарыз. Тик беҙ бигерәк ҡиммәт хаҡҡа, өҫтәүенә, сифатһыҙ, ябай технологиялар буйынса төҙөйбөҙ. Идара итеү системаһы артыҡ ҙур. Уны яйлап көйгә һаласаҡбыҙ. Ул арзан, шул уҡ ваҡытта йоғонтоло булырға тейеш. Бөгөнгө министрлыҡтар штаты 30 — 40 йыл элеккесә, ә ҡайһы бер учреждениеларҙа хатта бер-бер ярым тапҡырға артығыраҡ та. Бөгөн яңы технологиялар, яңыса эшләгән коммуникация заманы. Мәғлүмәттәрҙе тиҙ һәм артыҡ сығымһыҙ эшкәртеү мөмкинлеге ҙур, — тип республика башлығы чиновниктар һанын ҡыҫҡартыуға ишара яһаны. — Киләсәктә эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлегенә һалым күҙәтеүен көсәйтеү өсөн махсус хеҙмәттәр булдырыласаҡ. Ул республика бюджетына өҫтәмә килем килтереү юҫығында эш алып барасаҡ. Юғиһә, күп кенә структураларҙа ҡағыҙҙағы һандар бер төрлө, ә ысынбарлыҡта хәл бөтөнләй икенсе. “Күләгә иҡтисады” тигән күренеш, һалым түләмәү өсөн килемде йәшереү, эш хаҡын конвертта биреү, ситтән килгән сауҙа системаһы киң таралған. Шуға күрә республиканан аҡса ағымы ҡайҙа китеп, ҡайҙа тупланғанын күҙәткән ойошма мотлаҡ.
Әйткәндәй, Интерфакстың һуңғы мәғлүмәттәре буйынса, республиканың власть органдарының береһенә Рәсәй Федерацияһының һалымдар һәм йыйымдар буйынса экс-министры Геннадий Букаев киләсәк – ул ошо йүнәлештә Президент советнигы эшен башҡарасаҡ, уның өсөн “яңы вазифа индерелеүе лә ихтимал”.
Рәшиҙә МӘХИЙӘНОВА