Килһә мәгәр ҡоролоҡ, бураңда ҡалһын орлоҡ18.08.2012
БАШҠОРТОСТАНДА

2010 йылда 2012 йылда
1 млн. гектарҙа иген 447 мең гектарҙа (әлегә)
культуралары һәләк булды

13 млрд. һумлыҡ 2,5 млрд һум
зыян күрелде (әлегә)

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: былтыр республика игенселәре 3 млн. 2,9 мең тонна, йәғни 2010 йыл менән сағыштырғанда, 3,8 тапҡырға күберәк уңыш йыйып алды.
Быйыл иһә 46 районда ҡоролоҡ хөкөм һөрөү сәбәпле, Башҡортостан 1,2 млн. тонна самаһы игендән мәхрүм ҡаласаҡ.

РӘСӘЙҘӘ

Тәбиғәттең көйһөҙләнеүе арҡаһында илебеҙҙең Ырымбур, Волгоград, Ульяновск өлкәләре, Алтай крайы, Татарстан кеүек 20-ләгән “икмәкле” төбәге лә ҙур зыян күрҙе. Атап әйткәндә, ут күршебеҙ — Татарстан — 2011 йылда бураларға 5,1 млн. тонна ашлыҡ һалған булһа, быйыл иһә был күрһәткес, алдан иҫәпләүҙәр буйынса, 3,5 млн. тонна тәшкил итәсәк.
Дөйөм алғанда, Рәсәйҙең Ауыл хужалығы министрлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, илдә быйыл 75 млн. тонна (былтыр — 94,2 млн. тонна) иген йыйып алып буласаҡ.
Эксперттар фекеренсә, әлегә артыҡ борсолорға урын юҡ. Рәсәйҙең Иген союзы президенты Аркадий Злочевский билдәләүенсә, ил бураларында 18-19 млн. тонна тирәһе ашлыҡ һаҡлана. Ә Рәсәй халҡының ихтыяжын ҡәнәғәтләндереү өсөн 70 млн. тонна иген кәрәк. Ҡыҫҡаһы, ашлыҡ наҡыҫ тип хәүефләнергә урын юҡ, тимәк, төп байлыҡҡа — икмәккә ҡытлыҡ көтөлмәй.
Н. ХӘМЗИН.


Вернуться назад