Ваҡытлыса тыйыла18.08.2012
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов быйыл йәйге-көҙгө осорҙа һунарҙы тыйыу тураһындағы бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы, тип хәбәр итәләр Хөкүмәттең матбуғат хеҙмәтенән.

Документҡа ярашлы, Әбйәлил, Асҡын, Баймаҡ, Балаҡатай, Белорет, Бөрйән, Ғафури, Дыуан, Ейәнсура, Йылайыр, Ишембай, Ҡариҙел, Ҡыйғы, Күгәрсен, Мәсетле, Нуриман, Салауат, Учалы һәм Хәйбулла райондарында һунар итеү тыйыла.
Тыйыу республика Хөкүмәтенең 7 августағы бойороғона ярашлы урман фондында индерелгән янғынға ҡаршы режим бөткәнгә тиклем ғәмәлдә буласаҡ. Бойороҡтоң үтәлешенә контроллек итеү Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығына йөкмәтелде.
А. ХӘЛИЛОВ.


Вернуться назад