Кеше ғүмерен һәр даим балҡытып та, моңһоуландырып та тороусы хәтер бар. Рухың, холоҡ-ғәҙәттәрең һинең менән мәңгелеккә булған кеүек, хәтерҙе лә йә ситкә ҡуйып, йә онотоп тороу мөмкин түгел. Бары ғорурланып иҫкә алырлыҡ ваҡиғалар, ҡыуанып хәтерләрлек осрашыуҙар ғына күберәк булһын ине.
Тормошомдағы бер осрашыуҙы үҙем дә ҡәнәғәтләнеү менән иҫкә төшөрәм, әҙәпһеҙлек булһа ла, ара-тирә башҡаларға ла еткергәнем бар. 1994 йыл. 3 август. Мәскәү. Кремль. Үҙәк менән Башҡортостан араһында вәкәләттәрҙе һәм эш даирәһен аныҡлау буйынса договорға ҡул ҡуйыла. Глобаль киңлектәрҙән һәм дәүләт сәйәсәте бейеклектәренән ҡарағанда, был кес кенә көндәлек эштәр, әммә күңелемә уйылып ҡалған тәьҫораттар әле булһа һүрелмәй.
Илгә муллыҡ килтереүсе, көҙгә тартым ай булһа ла, август август ҡына инде ул. Халыҡ әйтмешләй, ошо миҙгелдә ир-аттың өс хәстәре бар: сабырға, һөрөргә, сәсергә. Ошонан сығып фекер йөрөткәндә, авгусҡа ниндәйҙер фаталь үҙенсәлектәр бирергә тырышыу, ғәҙәттән тыш хәлдәр көтөү урынһыҙ.
Хәйер, улай ороп-бәреп фекер йөрөтөргә ашыҡмайыҡ әле. Бына 19—25 август араһындағы тарих хронологияһына күҙ һалайыҡ. 1991 йылдың 19 авгусында коммунист-ортодокстар тарафынан әҙерләнгән фетнә башланып, ул ике көндән һөҙөмтәһеҙ-ниһеҙ һүнеп ҡалды. 1940 йылдың 21 авгусында Мексикала большевистик инҡилаптың иң күренекле юлбашсыларының береһе Лев Троцкий үлтерелгән. Шул уҡ көндө, тик 1968 йылда, Варшава договоры илдәре ғәскәрҙәре Чехословакияға индерелгән. Шулай итеп, “кешегә йөҙ менән боролған социализм” төҙөргә маташҡан “Прага яҙы” бишегендә үк быуылған. 1939 йылдың 23 авгусында Мәскәүҙә бер-береңә һөжүм итмәү тураһында Совет-Германия пактына ҡул ҡуйылған. Уны ғәмәлдә Молотов-Риббентроп пакты тип йөрөтәләр. Договорға ҡушымта рәүешендә ҡабул ителгән йәшерен протокол менән нацистар һәм илебеҙҙең ул замандағы етәкселәре Көнсығыш Европала йоғонто яһау сиктәрен билдәләгән. Финляндия, Эстония, Латвия һәм Польшаның көнсығышы совет мәнфәғәттәре зонаһы тип иғлан ителгән. 1921 йылдың 24 авгусында бөйөк рус шағиры һәм гуманисы Николай Гумилев һәләк булған. Ошо август көндәрендә, 1991 йылда, Украина менән Белоруссия дәүләт мөстәҡиллеген иғлан иткән...
Тарихтың август кәштәһен аҡтара башлаһаң, әллә ниҙәргә барып юлығырға мөмкин. Унда үкенерлек тә, һабаҡ алырлыҡ та даталар, факттар бар. Уларҙы йәнәшә ҡуйыу йә бер-береһе менән сағыштырыу ҙа ғибрәтле фекерҙәр уята, тарих аҙымдарының йә алға, йә артҡа йүнәлеүен иҫбатлай. Бына бер миҫал. 1904 йылдың 22 авгусында Ҡытай Халыҡ Республикаһын реформалау программаһын эшләү һәм уны идеологик-иҡтисади йәһәттән нигеҙләгән Дэн Сяопин тыуған. Дэн алға һөргән доктрина марксизм-ленинизм идеялары менән Мао постулаттарын баҙар иҡтисады закондары менән ғәжәйеп оҫта, виртуоз рәүештә яраштырыуға ҡоролған. Уҙған быуаттың 80—90-сы йылдарында тормошҡа ашырыла башлаған реформалар һөҙөмтәһендә Ҡытай дәүләте донъялағы иң ынтылышлы һәм ҡеүәтле иҡтисадтар иҫәбенә инде. Әгәр хәҙер АҠШ-тың берҙән-бер монополистик хакимлығына ысынлап кемдер янай икән, был — Ҡытай. Шул уҡ ваҡытта беҙ 1998 йылдың авгусында Рәсәйҙең тышҡы иҡтисади һәм финанс йөкләмәләрен үтәүҙән баш тартыуына, фонд баҙарын тамам емереү ҡурҡынысы аҫтына ҡуйыуына ла шаһит булдыҡ. Дефолт (инглизсә — default) тигән термин йәмәғәтселек теленә Сергей Кириенко хөкүмәтенең хәстәрлеге менән инеп ҡалды. Бурысыңды кире ҡайтармау, уның барлығын танырға теләмәү хатта ябай кешенең дә мәртәбәһен төшөрә. Ғөмүмән, бындай уңайһыҙлыҡты илебеҙгә кисерергә бүтән яҙмаһын.
Көҙгә ярты аҙым ғына ҡалғанда һарғая башлаған үләндәр төндәрен ҡырауҙан саллана, көндөҙҙәрен иһә йәйгесә йылы. Халыҡ: “Августа ураҡ тирҙә бешерә, һалҡын — һыуға төшөрә”, — ти бит. Тимәк, тәбиғәт үҙенсәлектәре менән сәйәси климат араһында барыбер ниндәйҙер оҡшашлыҡ, хатта бәйләнеш бар. Ҙур сәйәсәттең ялҡын менән һалҡын араһында тибрәлеүен бынан ун туғыҙ йыл элек булып үткән август ваҡиғалары, ГКЧП тип аталған етлекмәгән ойошманың фетнәһе иҫбат иткәйне.
Тарихта булып үткән ғибрәтле һәм фажиғәле ваҡиғалар олатайҙың һаҡал һыпыра-һыпыра һөйләгән әкиәттәре түгел. Ваҡиға ниндәй генә маҡсаттар тирәһендә ҡуйырмаһын, кемдәр генә ойоштормаһын, уларҙың нигеҙендә ижтимағи-сәйәси, социаль-иҡтисади шарттар, йәмғиәттә барыусы процестар ята. Һәр хәлдә, утһыҙ төтөн сыҡмай, елһеҙ япраҡ елберҙәмәй. ГКЧП, уның башында торған ун бер кешенең роле, эш һәм шәхсән сифаттары тураһында уйланғанда уларҙы примитив фетнәселәр, енәйәтселәр тип билдәләргә ярамайҙыр. Анатолий Лукьянов, Дмитрий Язов, Валентин Варенников, Владимир Крючков кеүек киң билдәле шәхестәрҙең, ил мәнфәғәттәре өсөн ғүмерен фиҙа ҡылған кешеләрҙең ниндәйҙер түбәнсел ниәттәр менән власҡа ынтылыуына ышанғы килмәй. Был ваҡиғаларҙа Президент Михаил Горбачевтың ысын роле һәм маҡсаттары асылып бөтмәй ҡалды шикелле. Әйтелмәгән һүҙ, сиселмәгән сер ғүмер баҡый йөрәктә сир булып ҡала ул.
Һәр ғәмәлдең үҙ сәбәбе, һәр сәбәптең үҙ сығанағы була. Юғарыла телгә алынған фетнә лә тарихи ерлекһеҙ тыумаған. Тарихсы Рой Медведев “Юрий Андропов” тигән китабында ошо генеральный секретарҙың илдә бер ни ҡәҙәр реформалар үткәреү ихтималлығына ишара яһай. Ул һәм Черненко вафат булғас, власҡа Андрей Громыконың абруйына таянып, сағыштырмаса йәш Михаил Горбачев килде. 1985 йылдың апрелендә Горбачев илде социаль-иҡтисади үҫтереүҙе тиҙләтеү йүнәлешен иғлан итте. Йәнә бер йылдан, Тольятти ҡалаһына килгән сағында, генсек тәү башлап “үҙгәртеп ҡороу” тигән һүҙҙе ҡулланды. Уның русса “перестройка” атамаһы, тәржемәһеҙ генә, донъяның күп телдәренә инеп ҡалды. Әммә нәҡ ошо һүҙ, Горбачев осоро символы булып, халыҡта көлөү һәм мыҫҡыллау тойғоһо уятты. Үҙгәртеп ҡороу эш менән түгел, ә һүҙ менән етәкселек итеү, уйланылмаған ҡарарҙар ҡабул итеү, реформалау урынына реформа тураһында хәбәр һөйләү, номенклатураға инмәгән һәр ғаиләгә ҡағылыусы тоталь дефицит булып кәүҙәләнде.
Сталин-Брежнев рухында тәрбиәләнгән һәм ижтимағи тормошта ниндәй ҙә булһа урын биләгән һәр кем “үҙгәртеп ҡороу” архитекторҙарының оҙаҡ “хеҙмәт итә” алмаҫтарын тиҙ аңланы. Фекер төрлөлөгө-плюрализм — ысын демократияның сағылышы тип ышандырырға тырышһаҡ та, халыҡ быға ышанманы. Өҫтәүенә, милләт-ара бәрелештәр башланды. 1986 йылдың декабрендә Ҡаҙағстан компартияһы үҙәк комитетының беренсе секретары итеп Динмөхәммәт Ҡунаев урынына Геннадий Колбинды тәғәйенләгәс, ҡаҙаҡ йәштәре урамға сыҡты. Был “ирекле республикаларҙың ҡаҡшамаҫ союзы” тип аталған мөһабәт монументта тәүге сатнау, беренсе ярыҡ булды. Һәм ул ҡот осорлоҡ тиҙлек менән киңәйә, ҙурая башланы. Бер үк ваҡытта КПСС-тың консерватив ядроһында власты ҡулдан ысҡындырмауға, илгә идара итеүҙе һаҡлап ҡалыуға тәүәккәллек нығый барҙы. Артабан ваҡиғаларҙың ниндәй юлдан киткәнен һәм ни менән бөтөүен гәзит уҡыусылар онотоп өлгөрмәгәндер.
Өҫтәп шуны ғына әйтәһе килә: 1991 йылдың 24 авгусында Горбачев генеральный секретарь вазифаларынан ваз кисеүе һәм КПСС-тың тарҡалыу зарурлығы тураһында белдерҙе. 25 декабрҙә ул Президент вәкәләттәренән рәсми рәүештә бушатылды. Күп тә үтмәҫтән Горбачев, донъя буйлап йөрөп, лекциялар уҡый башланы, аҙағыраҡ ул һәм уның ейәне ҡатнашлығында пицца рекламаһы хасил булды. Артабан сумаҙан рекламаһын күреү бәхетенә лә ирештек. Нисек кенә булмаһын, рекламаларҙа Горбачев ғәҙәттән тыш хәлде оҫта тыуҙыра алыусы демократ роленән ышаныслыраҡ булып күҙ алдына баҫа. Ә һеҙ ГКЧП, август, дефолт, тиһегеҙ.
Хакимлыҡ, байлыҡ, тарих сәхифәләренә инеп ҡалыу өсөн көрәш бер илдә лә, бер халыҡта ла һис ҡасан да туҡталмаған. Ул хәҙер ҙә, бөгөн дә, һәр минут дауам итә. Тик уны күрергә, аңларға, баһалай белергә кәрәк. Хикмәт августа түгел, хикмәт тәрәнерәк, күпкә ҡатмарлыраҡ.
...Ә барыбер авгусҡа тиң булырҙай миҙгел юҡтыр. Тәбиғәттең, сабыйын көткән ҡарын һымаҡ, тулышҡан сағы. Ер билкәйҙәре, уңышлы килгән йылда, гәрәбәләй ашлыҡтан һығыла, ағас-ҡыуаҡтар емеш-еләктән бөгөлә. Һаңғырау кәкүктәр әле булһа кемдеңдер ғүмерен барлай. Ғаләмдә ҡояш юлы ҡыҫҡарһа ла, ғүмер миҙгелдәре, шөкөр, Хоҙай биргәнсә ҡала. Хәтерҙе юғалтмай, хәтәргә юл ҡуймай йәшәһәк ине.
Марсель ҠОТЛОҒӘЛЛӘМОВ.