Күгәрсен районы 1930 йылдың 20 авгусында ойошторола. 82 йыл эсендә район етәкселеге егерме бер тапҡыр алмашынды. Бөгөнгө башлығыбыҙ Фәрит Мусиндың үҙенең эш алымдарын дөрөҫ билдәләүе, эшлекле команда туплауы, халыҡ менән уртаҡ тел табыуы һөҙөмтәһендә төйәгебеҙ үҫә, төҙөкләнә.
Кәңәшле йорт тарҡалмаҫ, тигән боронғолар. Фәрит Мырҙагилде улы, яуаплы вазифаға тәғәйенләнгәс тә, тәүге көндәрҙән үк үҙен кешелекле, кеселекле, иғтибарлы етәксе итеп күрһәтте. Ололарҙы ололап, кеселәрҙе яратып, кәңәшләшеп халыҡҡа хеҙмәт итеүе, бөтөүгә барған башҡорт ауылдарын, хужалыҡтарҙы тергеҙеү ниәте менән арымай-талмай эшләүе, күгәрсендәрҙең, бигерәк тә йәштәрҙең рәхмәтен яулауы сер түгел.
Тыуған ауылым Төпсәнгә быйыл октябрҙә 235 йыл тула. Ләкин Мораҙым — Мораҡ юлына сығыу үҙе бер бәлә булды, сөнки Оло Эйек йылғаһы кәртәләп торҙо. Районыбыҙ етәксеһе Фәрит Мусинға ауылдаштарым исеменән йылға аша күпер төҙөтөү кәрәклеге тураһында хат яҙҙым. Үтенесебеҙ иғтибарһыҙ ҡалманы. Ниһайәт, былтыр октябрҙә яңы күперле булдыҡ. Бер йыл эсендә төҙөнөләр уны.
Быйыл 30 июндә Төпсәндә “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамы уҙғарылды. Фәрит Мырҙагилде улын да саҡырҙыҡ. Ул байрамға бүләктәр алып килде. Мин үҙ сығышымда Фәрит Мырҙагилде улына эскерһеҙ ярҙамы, хәстәрлеге өсөн оло рәхмәтемде белдерҙем, аныҡ миҫалдар аша уның етәкселегендә район халҡының ыңғай күрһәткестәргә өлгәшеүе тураһында һөйләнем.
Районда 778 эшҡыуар бар, улар алты меңдән ашыу кешегә эш урыны булдырған.
Күгәрсендәр ҙур ниәттәр менән йәшәй. Йомағужала күркә фабрикаһы, Мәҡсүттә ферма төҙөү, Мораҡта колбаса, макарон, лимонад эшләү цехтары асыу күҙаллана. Быйыл Ибраһим, Мораҙым, Богдашино, Дәүләтҡол һәм башҡа ауылдарҙа газ үткәреләсәк.
Күгәрсен районында республика, ил күләмендә билдәле шәхестәр тыуып үҫкәнен беләбеҙ. Дәүләт эшмәкәре Шәһит Хоҙайбирҙин, әҙибә Зәйнәб Биишева, беренсе Президентыбыҙ Мортаза Рәхимов, Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре, медицина фәндәре докторы Вәсилә Ваһапова, Социалистик Хеҙмәт Геройы, БАССР-ҙың атҡаҙанған нефтсеһе Әмир Мусин, Башҡортостандың беренсе юстиция министры Зәкир Изгин, эске эштәр министрының беренсе урынбаҫары Шәкир Ҡарабаев, танылған журналист Сәрүәр Сурина, филология фәндәре докторы Марат Зәйнуллин һәм башҡалар. Төрлө йылдарҙа район етәкселәре булып эшләгән Мөхәррәм Кәримов, Һиҙиәт Иҫәнбаев, Ғәли Иҫәнбәков, Нурулла Ҡарамышев, Венир Аҙнағолов, Рәмил Мәжитов, Фәрит Мусин да Күгәрсен ауылдарынан сыҡҡан. Улар йәшләй генә хеҙмәт тәжрибәһе алып, тормоштоң әсеһен-сөсөһөн татып, сынығып үҫкән. Үҙҙәренең булмышы, тырышлығы менән халыҡтың ышанысын яулап, арҙаҡлы шәхестәр кимәленә күтәрелгән.
Райондың егерме беренсе етәксеһе Фәрит Мырҙагилде улы ла ауылдарҙы үҫтереү, һаҡлау, һәр ерҙә эш урындары булдырыу өсөн күп көс һала. Заманса фекер йөрөткән башлыҡтың барлыҡ маҡсаты — халыҡтың тормош хәлен яҡшыртыу.
Миңнулла ӘЛИМҒОЛОВ.
Күгәрсен районы.