Ҡотлайбыҙ!18.08.2012
Ҡотлайбыҙ!Гөлләрә Нәби ҡыҙы Кәримова Ейәнсура районының Күгәрсен ауылында уҡытыусылар ғаиләһендә дүрт малай араһында күптән көтөлгән ҡыҙ булып тыуа.
Атаһы Кәримов Нәбиулла Ғимай улы һәм әсәһе Мәстүрә Сабирйән ҡыҙы үҙ заманының зыялы кешеләре була. Икеһе лә ғәрәп, фарсы, латин, рус телдәрен яҡшы белгән, бик күп мәктәптәр асҡан, икәүләп халыҡҡа белем биргән.
Гөлләрә Нәбиулла ҡыҙы педучилище, БДУ-ны тамамлай. Тормош иптәше Урал Сөләймән улы менән Абҙан мәктәбендә күп йылдар уҡытҡандан һуң, Күгәрсен ауылына ҡайтып, ата-әсәһенең эшен дауам итәләр.
Гөлләрә Нәби ҡыҙы көслө рухлы, яҡшы кеше. 80 йәшендә лә һаман баҡса үҫтереп, ейәндәре менән мәж килә. Матур-матур хикәйәләр яҙа, хатта китабын да әҙерләп бирҙе. Оло йөрәкле әсәйебеҙгә, өләсәйебеҙгә беҙ барыбыҙ ҙа рәхмәтле. Ныҡлы сәләмәтлек, шатлыҡ-ҡыуаныстар, бәхетле ғүмер теләйбеҙ уға.
Изге теләктәр менән
ҡыҙы Фәниә, кейәүе Рәжәп,
улы Наил, килене Эльвира, ейән-ейәнсәрҙәре һәм уларҙың ғаиләләре, бүләһе,
Кәримовтар.


Вернуться назад