Балсыҡтан һалынған иң ҙур ҡорам18.08.2012
Балсыҡтан һалынған иң ҙур ҡорамНигерийҙарҙы юҡҡа ғына “Ураҙа һәм намаҙ кешеләре” тип йөрөтмәйҙәр. Улар, фәҡир йәшәүҙәренә ҡарамаѕтан, Ҡөрьән уҡыуҙа, уны яттан һөйләүҙә, ураҙала ризыҡ таратыуҙа үҙ-ара ярыша.

Нигерҙа тағы ла ғәжәп иткән бер күренеш бар: Рамаҙан айының тәүәрих намаҙында бындағы имандаштарыбыҙ Ҡөрьәнде ике-өс тапҡыр уҡып сыға. Бынан тыш, намаҙҙарын ахшамдан алып фәжергә (таңға) тиклем дауам итәләр.
Ураҙаның тәүге ун көнөндә “Сөннә ярҙамсыһы” тигән ойошма саҡырыуы буйынса, беҙгә Бенин менән сиктәш урынлашҡан Маланвил тигән ауылда булырға тура килде.
Бында көн күреүселәр, ысынлап та, Аллаһ ярҙамсылары! Өйҙәре эсендә Ҡөрьән уҡыған тауыш бер сәғәткә лә тынмай. Музыка-йыр тигән нәмә бөтөнләй ишетелмәй. Әр-Рахмандың аяттары иһә бөтөн ерҙә лә яңғырап тора. Ауылға мәғрибтән һуң килеп төшкәйнек. Халыҡ ифтар менән һыйланы. Уларға ҡушылып, йәстү, артабан сәғәттән ашыу тәүәрих намаҙын уҡыныҡ. Шунан шәйех: “Бер аҙ ял итеп алығыҙ ҙа бергәләп ҡыям уҡырбыҙ, 12-ләрҙә башларбыҙ Инша-Аллаһ”, — тине. “Ул ҡасан тамамланыр икән?” — тигән һорауыма: “Аллаһы теләгән ваҡытта”, — тигән яуап алдым. “Нисәгә тиклем була инде?” — тип аныҡларға тырыштым. “Fәҙәттә, биштә, иртәнге аҙанға тиклем тамамлай торғайныҡ” — тип яуап бирҙе. Быны ишеткәс, иптәшемә: «Сүбхәнә-Аллаһ! — тип кенә әйтә алдым. “Биш сәғәтлек төнгө ҡыям (ҡыям әл-ләйл). Беҙҙең хәл етерме икән?” — тип аптыраштыҡ. “Аллаһтан ярҙам һорарбыҙ”, — тип тынысландырҙы.
Төнгө 12-лә мәсеткә инһәк, ул намаҙға килгән йәше-ҡарты, бала-сағаһы менән лыҡа тулы ине инде. Ә тышта йыйылған халыҡ тағы ла күберәк. Ҡатындар өсөн айырым урын хәстәрләнгән. Имамдарыбыҙ ике үѕмер булып сыҡты. Әлегәсә шул тиклем дә матур тауыш менән Ҡөрьән уҡығандарын ишеткәнебеҙ юҡ ине. Имандың бына ошондай һоҡланғыс солғанышында сәғәттәр минуттай үтте лә китте.
Намаҙ уҡыусыларға һыу эсереп китеүселәр булды. Ярты сәғәтлек тәнәфес мәлендә беҙҙән дә вәғәз һымаҡ берәй нәмә уҡыуыбыҙҙы үтенделәр. Бер үѕмер тәржемә итеп торҙо. Шуны ла әйтергә кәрәк: нигерийҙар араһында ғәрәп телендә яҡшы йәки камил һөйләшкәндәр бар. Кешеләрҙән “Лә иләһә иллә-Ллаһ”, “Аллаһу әкбәр”ҙән тыш бүтән һүҙ ишетмәнек тә. Ә беҙ бит сүллектәге фәҡир генә бер ауылға килгәнбеҙ! Сүллек уртаһында урынлашыуы ғына ла уның күп нәмәгә мохтажлыҡ кисереүе тураһында һөйләй. Был ауыл халҡы Аллаһтың динендә фиҙаҡәрлек күрһәтә, мөьминдәр исламдың бөйөк байрағын юғары тотоп йәшәй!
Кешеләр ауылдан гуманитар ярҙам менән килгән насрани ойошмаларын ҡыуып ебәреүҙәрен һөйләне. Тегеләрҙең ярҙамынан баш тартҡандар, бер нәмә лә алмағандар.
Ҡөрьән дәрестәрендәге бала-сағаны ла күреү насип булды. Мөғәллимдәренән: “Уларҙы нимәгә өйрәтәһегеҙ? Ниндәй китаптан уҡытаһығыҙ?” — тип белештек. Дәреслектәрҙе күрһәттеләр. “Фатх әл-Мәжид” йәнә “Тәүхид” китабына шәрех (комментарий) — барыһы ла дөрөѕ китаптар, улар аҙашҡандарҙың һәм яңылыҡ индереүселәрҙең (бидғәселәрҙең) китаптарына яуап булып тора. Шәйех Абду-р-Рахман ас-Саадиҙың “Әл-Ҡәүлү Садид”ы ла бында бар. Аллаһ менән ант итәм, был китаптарҙы мин уларҙа таптым!
Хушлашҡанда: “Ике Изге мәсет янында йәшәгән туғандарығыҙға һеҙҙән ниндәй сәләм тапшырайым?” — тип һораным. “Уларға һеҙҙе сүллек эсендәге ислам саҡыра. Һеҙҙе, ике Изге мәсет янында йәшәүселәрҙе, саҡыра”, — тип әйтегеҙ. Йәнә лә шуны еткерергә онотмағыҙ: ислам көслө, насраниҙар беҙҙең ризыҡҡа-һыуға, дарыуға мохтажлыҡ кисереүебеҙҙән, аслыҡтан файҙаланырға тырыша, ләкин беҙ бирешмәйбеҙ. Мосолман булып көн итеп, мосолман булып донъянан китәсәкбеҙ. Хатта беҙҙе онотһағыҙ ҙа, Аллаһы Тәғәлә беҙҙе онотмаясаҡ, тип әйтегеҙ!”
Хәлид әр-Рәшид.
Ф. ФӘТИХОВА.


Вернуться назад