Беренсенән, динебеҙ дошмандары ислам өммәтенең төп терәге мосолман йорто булыуын аңлап, уны емертеү өсөн төп көстәрен ҡатын-ҡыҙға йүнәлтә башланы. Уларҙы өйөнән сығартып, инабатлығынан, шәриғәт ҡушҡанса кейенеүҙән арындырыр өсөн тырышлыҡ һалалар. Һис шикһеҙ, ҡатын-ҡыҙ тайғаҡ юлға баҫһа, уның йорто ла тура юлдан ситләшәсәк.
Ир туғандар, ҡыҙ туғандар, ғаиләләребеҙҙе Аллаһ һәм уның рәсүле ҡушҡанса бағып, балаларыбыҙға яҡшы тәрбиә биреп кенә йәшәү рәүешебеҙгә янаған ят ғәҙәттәргә ҡаршы тора аласаҡбыҙ.
Икенсенән, мин һеҙҙе асыҡтан-асыҡ гонаһ ҡылыуҙан тартынмаған кафырҙарға һәм дәһриҙәргә оҡшарға тырышыуҙан һаҡланырға саҡырам. Улар һымаҡ йәшәргә тырышыу, ҡылыҡтарын ҡабатлау психологик еңелеүҙе һәм йәмғиәттең түбән тәгәрәй барыуын күрһәтә.
Ибн Халдүн шулай тип әйткән: “Еңелгән милләт еңеүсе милләткә оҡшарға тырыша башлай. Шул бәхәсһеҙ: Ислам өммәте — маҡтауға лайыҡ ғәҙел һәм ғорур милләт. Аллаһы Тәғәлә әйткән (яҡынса мәғәнәһе): “Ысын көс Аллаһта, Уның Рәсүлендә һәм мосолмандарҙа, ләкин ике йөҙлөләр быны белмәй”.
Йәнә лә Ибн Ғүмәр әйтеүенсә, Аллаһ Рәсүле шулай тигән: “Кемдәрҙер ниндәйҙер икенсе халыҡҡа оҡшарға тырыша икән, улар шулар менән ҡуша ҡубарыласаҡ” (Абу Дауд, хәҙис).
Мосолмандар Аллаһ Рәсүленә һәм уның сәхәбәләренә оҡшарға тырышырға, уларҙың йәшәү рәүешенә өйрәнергә тейеш.
Кафырҙар ни ҡәҙәр “дәрәжәле”, “йоғонтоло” һәм “ҡөҙрәтле” тойолмаһын — был донъяла ла, ахирәттә лә еңелгән кешеләр. Хаҡ Тәғәлә әйтә (яҡынса мәғәнәһе): “кафырҙарҙың донъя буйлап йөрөүҙәре (сауҙа менән байыуҙары) һине ҡыҙыҡтырмаһын. Был — ҡыҫҡа ғына рәхәтлек, аҙаҡтан уларҙың урыны йәһәннәмдә буласаҡ. Ниндәй әшәке ул урын! Ә үҙҙәренең раббыларынан ҡурҡҡандарға түбәнендә йылғалары аҡҡан Йәннәт баҡсалары әҙерләнгән. Улар унда мәңгегә ҡаласаҡ. Бына шулай Аллаһтың бүләге, Аллаһ биргән нәмәләр иманлылар өсөн хәйерлерәк”.
Ир һәм ҡыҙ туғандарыбыҙ, был донъяның байлығынан, ләззәтенән файҙаланған боҙоҡ әҙәмдәр тормошона ҡыҙыҡмағыҙ. Байлыҡ туплау, мал йыйыу маҡсатында сәйәхәт иткәндәре, унан өйҙәренә иҫән-һау әйләнеп ҡайтҡандары өсөн алданмағыҙ. Ысынында, был ләззәттәр бик ҡыҫҡа, әлеге ваҡытлы донъяла тиҙ үтеп юҡҡа сығасаҡ әүрәткестәр генә. Аллаһы Тәғәләнән ҡурҡҡан иманлы әҙәмдәр түбәнендә йылғалар аҡҡан ожмахта мәңгегә ҡаласаҡ. Ата-әсәһе, бала-сағаһы алдында үҙенең бурыстарын үтәүселәр өсөн ләззәте лә, әжере лә тулыһынса биреләсәк.
Ислам өммәте Аллаһҡа яҡын торған иманлы әҙәмдәрҙең тормошон өйрәнергә тейеш. Ҡөрьәндә Раббыбыҙ шулай ти (яҡынса мәғәнәһе):
“Ибраһимдың динһеҙ халҡына ҡаршы килтергән дәлилдәребеҙ шулай. Беҙ кемгә теләйбеҙ, шуға оло дәрәжәләр бирәбеҙ. Шул хаҡ: һинең Раббың — бөйөк хикмәт эйәһе, барыһын да белеүсе. Уға Исхаҡ менән Яҡубты бүләк иттек. Беҙ икеһен дә тура юлдан алып барҙыҡ. Унан алдараҡ Нухты тура юлдан алып барҙыҡ, һәм уның быуындарынан — Дауытты, Сөләймәнде, Әйүпте, Йософты, Мусаны һәм Һарунды. Бына шулай бүләкләйбеҙ яҡшылыҡ ҡылғандарҙы. Шулай уҡ Зәкәриәне, Яхъяны, Исаны, Ильясты. Улар барыһы ла салихтарҙан (изгеләрҙән) ине. Шулай уҡ Исмәғилде, Әл-Йәсәғте, Юныс һәм Лутты тура юлдан алып барҙыҡ. Уларҙың бөтәһен дә донъялағы кешеләрҙән өҫтөн иттек. Уларҙың ҡайһы берҙәренең аталарын, балаларын һәм туғандарын юғары дәрәжәгә күтәрҙек. Беҙ уларҙы һайлап алдыҡ һәм тура юлдан алып барҙыҡ. Был — Аллаһтың юлы, ул үҙ ҡолдары араһынан кемде теләй, шуны тура юлдан алып бара. Әгәр ҙә улар Аллаһҡа ширек ҡатыштырһа, барлыҡ ғәмәлдәре лә бушҡа ғына булыр ине. Беҙ уларға Китап, хикмәт һәм пәйғәмбәрлек бирҙек”.
Әгәр ҙә мосолмандар ошо юлдан тайпылмаһа, маҡсаттарына өлгәшер өсөн мөмкинлектәр табасаҡ һәм лайыҡлы мәртәбәгә, данға ирешәсәк, инша Аллаһ.
Өсөнсөнән, мосолмандар Ислам йорттары иманлы балалар тәрбиәләү мәктәбе икәнен онотмаҫҡа тейеш. Ысынлап та, Ислам йорттары — Ислам ғилемен өйрәтеүсе ғалимдарҙы әҙерләгән университет бит ул. Шуға ла үҙебеҙҙең йорттарыбыҙҙа тәрбиәгә оло әһәмиәт бирергә бурыслыбыҙ.
Мин Аллаһы Тәғәләнән йорттарыбыҙҙы яҡшыға үҙгәртеүен, балаларыбыҙға тейешле кимәлдә тәрбиә биреүҙә ярҙам итеүен һорайым. Аллаһ һәр нәмәгә ҡөҙрәтле.
Фәнирә ҒӘЛИМОВА.