Ғәзиз мосолман ҡәрҙәштәрем һәм ватандаштарым!18.08.2012
Ғәзиз мосолман  ҡәрҙәштәрем һәм ватандаштарым!Рамаҙан айының изге байрамы — Ураҙа ғәйете айҡанлы Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты исеменән барығыҙҙы ла ихлас күңелдән тәбрикләйем! Байрам һәммәбеҙгә лә шатлыҡ-ҡыуаныстар ғына килтерһен.
Бер ай буйы Аллаһ Тәғәләнең бойороғон үтәп, ураҙа тоттоҡ, тәндәребеҙҙе сафланыҡ, күңелдәребеҙҙе нурландырҙыҡ, тормошобоҙға бәрәкәт өҫтәнек, йәшәйешебеҙҙең һәм ризыҡтың ҡәҙерен белергә, баһаларға өйрәндек.
Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм әйткәнсә, һәр нәмәнең паклаусыһы бар, ә инде тәндең сафлаусыһы — ураҙа. Был айҙа ҡайһы бер төп ағзалар ял итеп кенә ҡалманы, телебеҙҙе фәҡәт яҡшы һүҙгә борҙоҡ, күҙҙәребеҙ менән гел изгелек күрергә тырыштыҡ, йәшәйеш бәрәкәтен баһаларға, ғаилә күркәмлеген тойорға өйрәндек, туғандарҙың һәм ҡәрҙәштәрҙең ҡәҙерле булыуына нығыраҡ инандыҡ. Аллаһы Тәғәлә, мөбәрәк Рамаҙан айында алған матур тәрбиә өлгөләрен, яҡшы мөғәмәләребеҙҙе йыл буйы дауам итеп, миһырбанлыҡ, шәфҡәтлелек ҡылып йәшәргә насип итһен.
Әлхәмделилләһ, республикабыҙҙа йөҙҙән ашыу милләт вәкилдәре татыулыҡта көн итә. Уларҙың барыһына ла именлек, һаулыҡ теләйбеҙ.
Тиҙҙән балаларыбыҙ — мәктәпкә, студенттар уҡыу йорттарына йүнәләсәк. Ғилем алыу — ислам диненең төп тәғлимәте. Ғилем биреү хеҙмәтендәге уҡытыусыларға һәм мөғәллимдәргә бары тик уңыштар ғына юлдаш булһын. Аллаһ Тәғәлә ил-йортобоҙға тыныслыҡ, ғаиләләребеҙгә татыулыҡ, балаларға бәхетле бала саҡ, ил етәкселәренә аҡыл, зирәклек, игенселәргә эштәрендә көс-ғәйрәт насип итһен.
Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты рәйесе мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт
НИҒМӘТУЛЛИН.


Вернуться назад