Хаж — сабырлыҡҡа һынау18.08.2012
Хаж — сабырлыҡҡа һынауИслам динебеҙ байлыҡҡа һәм аҡылға эйә кешегә үҙ ғүмерендә бер генә мәртәбә булһа ла хаж ҡылыуҙы фарыз итә. Ә бит, ысынлап та, дин ҡеүәтләнә башлау менән хаж ҡылыусыларҙың да артҡанын күрәбеҙ. Динде өйрәнгән, иманын нығытҡан әҙәм тормошон ошо бөйөк ғибәҙәттән тыш күҙ алдына ла килтермәйҙер. Элекке ауыр замандар менән сағыштырырлыҡ та түгел, олатайҙар йәйәү үткән араны хәҙер самолетҡа ултырып осоп ҡына баралар. Шулай ҙа һәр сәфәрҙең үҙ һынауы, байтаҡ имандаштар өсөн оло хаж яҡты хыял ғына булып тора.

Изге юлға сығыусылар араһында төрлө йәштәге һәм төрлө быуын вәкилдәре бар. Уларҙың барыһын да Аллаһы Тәғәләне һөйөү, тәҡүәлек һәм ул ҡушҡан бурыстарҙы, ғәмәлдәрҙе үтәргә тырышыу берләштерә. Һәр береһенең үҙ тарихы.
Әбйәлил районының Һәйетҡол ауылында тыуып үѕкән Сәрүә апай (Мәхмүтова) Хәмзина менән бына бер нисә йыл аралашып йәшәйбеҙ. Ул Сәкинә өләсәһен айырым бер йылылыҡ менән иѕкә ала. Бала саҡта ейәнсәренә ниндәй дини тәрбиә биргәне, иманды күңеленә нисек һеңдергәне — яҡты хәтирәләренең береһе. Ә үҫмер саҡта бирелгән камил һабаҡ бер ҡасан да онотолмай, ул кешенең дөрөѕ юлдан китеүенә сәбәп була. Шулай ҙа Сәрүә Шәрәфетдин ҡыҙы хаҡлы ялға сыҡҡас ҡына Ҡөрьәнде ныҡлап өйрәнергә ваҡыт таба.
Хаж — сабырлыҡҡа һынауМәҙрәсәлә белем ала, тәжүидте, йәғни Ҡөрьәнде дөрөѕ уҡыу ҡағиҙәләрен өйрәнгәндә хаж ҡылыу теләге еңә, һәм ул уҡыуын кисектереп булһа ла алыѕ сәфәргә китә. Ислам донъяһы бөтә балҡышында асылғандай була Башҡортостан ҡыҙына. Шулай ҙа Сәрүә апай өсөн иң тәьѕирләндергән мәлдәрҙең береһе — Мөхәммәд пәйғәмбәребеҙгә Ҡөрьән аяттары индерелгән Нур тауына менеүе, Рәсүлебеҙҙең тынлыҡта, уйҙар солғанышында ҡалыр өсөн барып йөрөгән мәмерйәне инеп ҡарауы. Халыҡтың күплеге, мәмерйәнән сығыр өсөн аяҡ баѕыр урын юҡлығы, хатта кешеләрҙең ҡыр кәзәһеләй ҡаяларҙа ишелеп баѕып тороуҙары…
— Мине мәсеттәрҙең ҙурлығы аптыратты. Мәккәгә барғас, һоҡланғыс күренеш асылды. Ярар, Әл-Харам мәсетен бар донъя белә. Ә бына Мәҙинәлә шундай уҡ ҙур мәсет ҡаршы алыр, тип уйламағайным. Пәйғәмбәрҙең нурлы мәсете гел күҙ алдымда тора, — ти Сәрүә апай. — Әл-Харамдағы көслө аҙан тауышын онотоп булмай. Ҡайҙан был тиклем мөһабәт тауыш? Беҙҙә лә хәҙер аҙандар яңғырай, берәй матур аҙан саҡырыуын ишетһәм, күҙ алдына Мәккә килеп баѕа.
Ун йәшлек Камила ейәнсәренең эргәһенә намаҙға баѕыуына ҡыуана.
— Минең менән бергә сәждә ҡылһа, күңелем нескәреп китә. Янда бала намаҙ уҡыһа, бөтөнләй икенсе бит ул. Канадала Торонто мәсетендә ете-һигеҙ йәшлек кенә балаларҙың намаҙ уҡыуын күреп шатланып ҡайтҡайным, — ти ул.
Әйткәндәй, Сәрүә апайҙың бер ҡыҙы Канадала эшләй. Уның янына барғанда хажиә, ысынлап та, ислам диненең ни ҡәҙәр тарала барыуын күреп ҡыуанып ҡайтты. Канадала динде ныҡ хөрмәт итәләр. Ситтән килеп йәшәүселәр генә тотмай ислам динен. Хәҙер төп халыҡ араһында ла хаҡ дингә күсеүселәр байтаҡ.
Хаж — ауыр сәфәр, ул сабырлыҡты һынай. Ләкин Аллаһы Тәғәләгә ышанған, Уның ярлыҡауына өмөтләнгәндәр сабыр итә, ауырлыҡтарҙы еңеп сыға. «Эске әҙерлек» тигән саҡта мөьминдәр иң элек иман ныҡлығын, тәҡүәлекте күҙ уңында тота. Кемгәлер эйәреп, мин дә барайым әле, тип сығып китеү һис дөрөѕ түгел. Ундай кеше хаж ҡылыусы түгел, ә ябай турист рәүешендә генә йөрөп ҡайта. Аҡсаһын да, ваҡытын да бушҡа сарыф иткән булыр. Аллаһ ризалығы өсөн тырышыу күңелдең икенсе сифатын талап итә. Сәрүә апай бергә хаж ҡылған хажиәләр менән ҡатнашып тора. Сәғүд Fәрәбстанына тиклем барып еткәндәр өсөн райондар араһы оҙон юл түгел. Шылтыратышып, бер-береһенең хәл-әхүәлен белешеү — шулай уҡ ғәҙәти күренеш. Изге Рамаҙан айында барыһы ла ураҙа тотто, ифтарҙар ойошторҙо. Ә яндарында һәр саҡ ярҙам итеп балалары, ейән-ейәнсәрҙәре йүгереп торҙо. Бына был ысын тәрбиә, исмаһам! Fаилә ағзаларының эскерһеҙ, ихлас мөнәсәбәте тап шундай мөбәрәк эштәрҙә асыҡ сағыла ла инде.
Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА.


Вернуться назад