Башҡортостанда быйыл 44500 бала I класҡа бара. Былтыр уларҙың һаны 44435 ине.
Рәсәйҙең Мәғариф министрлығы мәктәпкә балаларҙы теркәү ҡағиҙәләренә яҙ айында бер аҙ үҙгәрештәр индергәйне. Мәктәпкә беркетелгән биләмәләрҙә йәшәгән уҡыусылар беренсе сиратта иҫәпкә алына, әгәр буш урындар ҡалһа, ситтә йәшәүсе балалар ҙа ҡабул ителә.
Баланы мәктәпкә биреү өсөн ата-әсәнең ғаризаһы, шәхси документының төп нөсхәһе кәрәк. Уҡыусы мәктәпкә беркетелгән районда йәшәй икән, уның тыуыу тураһында таныҡлығы йәки күсермәһе, шулай уҡ йәшәгән урыны буйынса теркәү ҡағыҙы тапшырыла. Хәҙер медицина картаһы, уларҙың һаулығы тураһында башҡа белешмә талап ителмәй.
С. НӘЗИРОВ.
Эксперт фекереРәмилә ИШЕМҒОЛОВА, Башҡортостан Мәғариф министрлығының дөйөм белем биреү бүлеге етәксеһе:— Әлбиттә, закон буйынса баланың һаулығы тураһында медицина картаһы талап ителмәһә лә, беҙ ата-әсәләрҙән уны һорарға мәжбүрбеҙ. Ниндәй генә хәлдәр булмаҫҡа мөмкин! Мәктәп етәкселеге, уҡытыусылар һәр бала өсөн яуаплы һәм уның һаулығы менән дә таныш булырға тейеш. Был ата-әсәләр өсөн дә мөһим.