Республикабыҙҙа әсәлек капиталын файҙаланыусылар күп. Мәҫәлән, йыл башынан алып ҡына ла Рәсәй Пенсия фондының Башҡортостан бүлексәһе тарафынан 14 мең әсәлек (ғаилә) сертификаты тапшырылған.
Республикала уны нигеҙҙә торлаҡ шарттарын яҡшыртыу өсөн тотоналар. Мәҫәлән, сертификат хужаларының ғаризаһы буйынса, 13,3 миллиард һумы — кредит һәм заем ҡаплауға, 5 миллиард һумы — йорт төҙөүгә, фатир һатып алыуға һәм төҙөкләндереүгә, ә 1,6 миллиард һумы көндәлек ихтыяждар өсөн бер тапҡыр бирелгән түләүҙәргә йүнәлтелгән. Шулай уҡ бер ни ҡәҙәре балаларҙы уҡытыу һәм әсәнең буласаҡ пенсияһының тупланма өлөшө өсөн алынған.
Быйылдан сертификат хужалары уны үҫмерҙәрҙең белем алыуы өсөн генә түгел, ә баҡсаларҙа тәрбиәләнеүе өсөн дә түләй ала.
Яңыраҡ ҡабул ителгән Законға ярашлы, пенсияның тупланма өлөшөнә ебәрелгән аҡсаны хаҡлы ялға сыҡҡас та алып була.
Әсәлек капиталын түләүгә Рәсәй Пенсия фонды бюджетына 2012 йылға 162,6 миллиард һум аҡса бүленгән.
М. ХАРИСОВА әҙерләне.