Тыуған республикабыҙҙың баш ҡалаһы йылдан-йыл матурлана. Быны өфөләр, ҡала күренештәренә күҙҙәре өйрәнеп, бик күреп тә бармайҙыр. Әммә Октябрь проспектында һәм башҡа төп урамдарҙа ҡалҡып сыҡҡан йәмле йорттар, башҡа объекттар, ғөмүмән, һәр яңылыҡ ситтән килгәндәрҙең күҙенә шунда уҡ ташлана.
Эйе, беҙ, өфөләр, һәр нәмәгә күнеккәнбеҙ. Әйтәйек, “ҡыҙыл һыҙат”тағы тәртипкә, таҙалыҡҡа, бөхтәлеккә. Шул уҡ ваҡытта ошо һыҙыҡтан арыраҡ, йәғни күп ҡатлы йорттар ихаталарында, балалар майҙансыҡтарында, тыҡрыҡтарҙа, ҡойма буйҙарында аҙым һайын осрап торған яман күренештәргә, насар хәл-ваҡиғаларға, алама ғәҙәттәргә, әҙәпһеҙлеккә. Мәҫәлән, баш ҡалабыҙҙың Совет районының Галле округы менән Степан Халтурин урамдары араһында урынлашҡан биш ҡатлы йорттар ихатаһына күҙ һалыу ҙа етә: беренсе фотоһүрәттә сүп-сар контейнерҙары эргәһендәге ошондай тәртипһеҙлек бер көндәге генә күренеш түгел. Ә икенсе фотоһүрәттәге 38-се торлаҡ-файҙаланыу участкаһына ҡараған гараж артын асарбаҡтар “тыуған төйәгенә” әйләндерҙе: шунда йоҡлайҙар, ашайҙар, тәбиғи ихтыяждарын да шул урында үтәйҙәр. Ә гараждың алдында көн һайын бер таңдан икенсе таңға тиклем “ял иткән” эскеселәр төркөмө эргәһенән ытырғанмайынса үтеү мөмкин түгел. Ошо ғәҙәттән тыш хәл-күренештәр ҡала ситендәрәк күҙәтелгән булһа, бәлки, ул тиклем иҫ тә китмәҫ ине. Юҡ шул, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әшәкелек ике мәғариф учреждениеһы – 7-се мәктәп менән 228-се балалар баҡсаһы араһында тамыр йәйгән. Эскеселәр, тирә-яҡҡа һаҫыҡ еҫ таратҡан асарбаҡтар, һүгенгән, хахылдашып көлгән, ваҡыты менән сәкәләшеп тә алған иҫерек ирҙәр, ҡатындар эргәһенән сабыйҙарын етәкләгән ата-әсә иртәле-кисле балалар баҡсаһына йөрөй, яҡын-тирәләге йорттарҙа йәшәгәндәр эшенә йүгерә. Уҡыу йылы башланыу менән 7-се һәм 115-се мәктәп уҡыусылары ла нәҡ ошо ерҙән йөрөй башлаясаҡ...
Әлеге хәлгә хайран ҡалып, гараж эргәһендәге тыҡрыҡтан балаһын баҡсаға илткән бер әсәйҙе туҡтатып:
— Һеҙ ошо күренешкә нисек түҙәһегеҙ? Асарбаҡтар янынан үтеп барғанда балағыҙ берәй ауырыу эләктерер тип ҡурҡмайһығыҙмы? – тип һорарға мәжбүр булдым.
Әсәнең йөҙө боҙолоп китте:
— Беҙ генә нишләй алабыҙ инде, ошондай тәртипһеҙлеккә юл ҡуймаҫҡа тейешле органдар беҙҙең үтенес-ялыуҙарға күҙ йомоп ҡарағас. 38-се ЖЭУ-ға ла, полицияның участка инспекторына ла, башҡа инстанцияларға ла ярҙам һорап мөрәжәғәт итеүебеҙҙең бер ҙә фәтүәһе булманы...
Беҙҙең әңгәмәгә тағы ла бер нисә кеше ҡушылды:
— Был хәл бер быйыл ғына түгел. Ғөмүмән, был биләмә — йәмһеҙ күренештәр ояһы. Күрәһегеҙме, һәр ерҙә һыра, араҡы шешәләре ята. Бөтә ихатаға, йәйәү йөрөр урындарға шәхси машиналар тулды, аяҡ баҫыр урын юҡ. Кис етһә, икешәр-өсәр эт аҫраусылар уларҙы ихатаға, балаларҙың уйын майҙансыҡтарына алып сыға. Ярай ҙа, исмаһам, эттәренең артынан йыйыштырһалар. Уларҙың тиҙәгенән, бәүеленән яман сирҙәргә тарырға мөмкин. Балаларҙы йәлләйем: йыйын бысраҡ араһында йәшәй, әшәкелек күреп үҫә...
— 1 сентябрь яҡынлаша. Балаларыбыҙға ошо ерҙән йөрөргә тура киләсәк, шуға ҡурҡып торабыҙ. Гәзиткә нығыраҡ яҙығыҙ, бәлки, тейешле органдар берәй сараһын күрер, — тигән ышаныс белдереп, ҡатындар үҙ юлынан китте.
Ысынлап та, ни өсөн тыштан ялтырап, эстән ҡалтырап йәшәргә тейеш баш ҡалабыҙ?
Сәриә Маликова.
Өфө ҡалаһы.