Балаларға нисек урын еткерергә17.08.2012
Балаларға нисек урын еткерергә“Балалар баҡсаһына сират оҙон. Ҡайһы бер ата-әсә сабыйҙарын яҡын-тирәләге ауылдарға алып йөрөй...” Дыуан районы үҙәге Мәсәғүт ауылында бындай һүҙҙәрҙе йыш ишетергә тура килә. Хәйер, кескәйҙәрҙе баҡсаға урынлаштырыу тотош ил өсөн оло мәсьәлә — Рәсәйҙә ике миллион бала сиратта тора!

Һуңғы йылдарҙа Хөкүмәтебеҙ балалар пособиеһын, әсәлек капиталын арттырыу һәм башҡа саралар ярҙамында тыуымды күтәрергә тырыша. Шул уҡ ваҡытта балалар баҡсаһында урын еткерә алмайҙар. Рәсәй Президентының бойороғо менән быйыл хосуси балалар баҡсаларына дәүләт ярҙамы күрһәтелә башлағас, хәл тиҙ арала ыңғай яҡҡа үҙгәрер тигән өмөт уянғайны. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, матур ниәт юғары ҡуртым хаҡына, бюрократик кәртәләргә барып терәлде. Баҡсаларҙа урындарҙы арттырыуҙың башҡа сараһын эҙләү мәсьәләһе килеп тыуҙы. Мәсәғүттәр, әмәлен табып, эшкә лә тотонған.
— Бөгөн район үҙәгендә биш балалар баҡсаһы эшләй. Уларҙа 1 357 бала тәрбиәләнә. Киләһе йыл Төньяҡ биҫтәһендә 110 урынлыҡ баҡса төҙөләсәк, әммә мәсьәлә бының менән генә хәл ителмәйәсәк. Сиратта 610 бала бар, — ти район хакимиәтенең мәғариф бүлеге начальнигы Альберт Кинйәбулатов. — Шуға күрә мәктәп ҡарамағында яңы төркөм — ғаилә балалар баҡсаһы асып ҡарарға булдыҡ.
— Тәүҙә бер нисә кешегә тәҡдим яһаныҡ, — ти “Уралҡай” балалар баҡсаһы мөдире Венера Баймөхәмәтова. — Мәғариф бүлеге методистары менән дәғүәселәрҙең белемен, фатирҙарҙың яңы төркөм өсөн яраҡлылығын тикшерҙек.
Махсус комиссия, Гөлнара Вәлиева менән хеҙмәттәшлек итергә мөмкин, тигән һығымта яһай. Ул юғары педагогик белемле, тәжрибәле. Әмәлгә ҡалғандай, Гөлнара Сәрүәретдин ҡыҙы йәш ярымлыҡ ҡыҙын, сират етмәгәнлектән, балалар баҡсаһына урынлаштыра алмаған. Үҙенә декрет ялынан һуң эшкә сығырға кәрәк. Шулай итеп, халыҡ әйтмешләй, ике ҡуяндың ҡойроғон тоторға форсат тыуа.
Тәүәккәл ҡатын “Уралҡай”ҙың штаттан тыш тәрбиәсеһе итеп эшкә алына. Биш ғаилә йәш ярымлыҡ-ике йәшлек сабыйҙарын уға ышанып тапшыра. Өс бүлмәле фатирға кәрәкле йыһаз урынлаштырыла, уйынсыҡтар алына. Аҙыҡ-түлекте балалар баҡсаһының ашханаһынан махсус автомобилдә алып киләләр. Төркөм һәр саҡ медицина хеҙмәткәре, методист һәм балалар баҡсаһы мөдире күҙәтеүендә. Кескәйҙәр йыш ҡына “Уралҡай”ға төрлө кисәгә барып йөрөй. Гөлнара апайҙары уларҙы һүрәт төшөрөргә өйрәтә, телмәрҙәрен үҫтерә һәм башҡа ҡыҙыҡлы дәрестәр үткәрә.
— Гөлнараның тәүҙә бик арыған саҡтары булды, ҡайһы берҙә аңлашылмаусанлыҡтар ҙа килеп сыҡҡыланы. Шулай ҙа эшен тейешенсә алып барҙы. Ата-әсәләр ҙә ҡәнәғәт, — ти Венера Рәфҡәт ҡыҙы.
Гөлнара Вәлиева тәрбиәләгән һәм үҙаллылыҡҡа өйрәткән кескәйҙәр “Уралҡай”ға күсә. Быйыл тәрбиәсе ете баланы ҡабул итәсәк.
— Мәсәғүттә тағы ла ғаилә баҡсалары асыласаҡмы, тип ҡыҙыҡһыналар. Хеҙмәттәшлек итергә теләгәндәрҙе бөгөндән үк ҡабул итергә ризабыҙ. Мөмкинлектәре талап ителгән шарттарға тура килһен генә. Бындай төркөмдө асыу финанс яғынан да ауырлыҡ тыуҙырмай. Ҡуртымға бина эҙләйһе түгел, тәрбиәсегә эш хаҡы түләүҙән тыш, электр энергияһы, ремонт өсөн сығымдар булмай, — ти Альберт Риф улы.
— Өҫтәүенә ғаилә балалар баҡсаһына кескәйҙәр тиҙ яраҡлаша, — тип һүҙгә ҡушыла Венера Рәфҡәт ҡыҙы. — Ғәҙәттә, улар баҡсаға йөрөй башлағас, сирләп китә, ә Гөлнара Сәрүәретдин ҡыҙының төркөмөндә бер йыл эсендә бер кем дә ауырыманы.
Былтыр республикабыҙҙа 60-лап ғаилә балалар баҡсаһы булған, төньяҡ-көнсығыш төбәктә ул тәүге тапҡыр асылды. Күренеүенсә, төркөм уңышлы эшләй. Яңы алым сираттарҙы бөтөрмәйәсәк, әлбиттә. Шулай ҙа тәжрибәне таратыу отошло буласаҡ.
Илнур ХӘКИМЙӘНОВ.
Дыуан районы.


Вернуться назад