“Өлгөрбай яҙмалары” һүҙҙә генә ҡалмаһын17.08.2012
“Башҡортостан” гәзитенең 1 июнь һанында “Өлгөрбай яҙмалары” рубрикаһында сыҡҡан “Һаҫығанмы? Етемдәргә ярай ул!” тигән мәҡәлә бер кемде лә вайымһыҙ ҡалдырмағандыр. Ҡайһы бер балалар йорто менән приюттарҙағы аяныслы хәлдәр, етем һәм ҡарауһыҙ ҡалған балаларға ҡарата мәрхәмәтһеҙлек, ҡаты бәғерлелек тетрәндерә. Дәүләт учреждениеларында балаларға уңайлы көнкүреш шарттары булдырыу, ашатыу, кейем-һалым менән тәьмин итеүҙә ни өсөн шундай ғәмһеҙлек, яуапһыҙлыҡ хөкөм һөрә?!

Мәҡәләне уҡығас, түҙмәнем, үҙебеҙҙең Мәләүез ҡалаһындағы балалар һәм үҫмерҙәр өсөн приютҡа барҙым. Унда “Өлгөрбай яҙмалары”на эләккән учреждениелар менән сағыштырғанда бөтөнләй икенсе хәлде күрҙем. Приют матур итеп кәртәләнгән, сәскәләр шаулап үҫә. Бәләкәстәргә уйнау, үҫмерҙәргә спорт менән шөғөлләнеү өсөн майҙансыҡтар булдырылған. Күсмә бассейн да бар.
Балалар йәшәгән бинаның эсендә лә күңелле, һәр бүлмә зауыҡ менән йыһазландырылған. Аш бүлмәһе айырыуса йәмле, таҙа, хуш еҫкә тулған. Тәрбиәләнеүселәр көнөнә алты тапҡыр туҡлана, алдарынан йәшелсә-емеш, һут өҙөлмәй.
Приютта әле 3 — 18 йәштәге 25 бала йәшәй. Уларҙы уҡытыу, тәрбиәләү өҫөн йыһаздар, уҡыу әсбаптары етерлек. Балалар өс телевизор, ике компьютер һәм музыкаль үҙәктән файҙалана. Приюттың үҙ автобусы булғас, ҡыҙ һәм малайҙар ҡалалағы спорт түңәрәктәренә, мәҙәни сараларға йөрөй, Өфөгә сәйәхәт ҡыла.
Быйыл приют асылыуға — 10 йыл. Әле төп бинаға 186 квадрат метрлыҡ төкәтмә төҙөйҙәр. Был балаларҙың йәшәү һәм уҡыу шарттарын тағы ла яҡшыртасаҡ. 3,5 миллион һумлыҡ төҙөлөш “Һаҡлыҡ банкы” иҫәбенә башҡарыла.
Приютта егерме кешенән торған берҙәм коллектив тупланған. Тәрбиәселәр Әлфиә Кинйәбаева, Анна Бизикина, Татьяна Чернышева, Гүзәл Солтанғужина, Мәүсилә Ишбулатова, шәфҡәт туташы Светлана Мельникова, ашнаҡсылар Елена Мусина менән Миңзилә Ильясова приют асылғандан бирле эшләй. Директор Лариса Сиротина үҙ эшен ярата. “Балалар һау-сәләмәт үҫһен, матур тәрбиә алһын тип тырышабыҙ”, — ти ул.
“Өлгөрбай яҙмалары”на эләккән балалар йорттары тураһында уҡып ғибрәт ҡылһаҡ, мәләүездәрҙән өлгө алырлыҡ. Әйткәндәй, мәҡәлә баҫылыуға ике айҙан ашыу ваҡыт үтте, ләкин унда күрһәтелгән етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү буйынса ниндәй саралар күрелеүе тураһында хәбәр һаман юҡ.
Юнир АҘНАҒОЛОВ.
Мәләүез ҡалаһы.


РЕДАКЦИЯНАН. Мәҡәлә баҫылғас, Башҡортостандың Мәғариф министрлығына, мәсьәләнең нисек хәл ителеүен һорап, хат ебәрелде. Бер ай самаһы ваҡыт үткәс, хаттың яҙмышы менән ҡыҙыҡһынып, министрлыҡҡа шылтыраттыҡ. Хатты ҡабаттан ебәреүҙе һоранылар. Яуап сентябргә тиклем килер, тип ышанабыҙ.


Вернуться назад